Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылы эргәһендә ҙур таштар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Тамғалар: редактор вики-текста 2017
1 юл:
=== Кинйәбикә ҡаяһы ===
Бер ҡарттың Кинйәбикә исемле ҡыҙы булған. Улар ярлы йәшәгәндәр. Кинйәбикә бик һылыу булған. Уға бер ҡарттың күҙе төшкән. Байлыҡҡа ҡыҙығып, атаһы Кинйәбикәне ҡартҡа кейәүгә бирергә булған.

Быны белеп ҡалған ҡыҙ ҡаянан һикергән. Шунан алып был ҡаяны Кинйәбикә ҡаяһы, ә Нөгөш йылғаһы аръяғындағы уяны Кинйәбикә уяһы тип йөрөтәләр.

'''(2005 йылда Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында йәшәүсе Күлбаев Әмир Тимерҡаҙыҡ (1943 й.) ейәнсәре Күлбаева Таңһылыу Флүр ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мөхәмәтов Вәхит Ғибат улы етәкселегендә яҙып алды).'''
'''=== Күгатташ ҡаяһы ==='''
Бик боронғо заманда ярлылар аслыҡ ваҡытында байҙың күк атын урлап һуялар. Ауылдан төньяҡҡа ҡарай 2 саҡрым тирәһе самаһында, Кесе Нөгөш Оло Нөгөшкә ҡушылған ерҙә тәпәшәк кенә бер ҡая бар.

Ҡаяла 3 мәмерйәбармәмерйә бар. Ярлылар шул ҡаяның бер мәмерйәһендә итте йәшереп кенә бешереп ашап йөрөгәндәр. Шунан бирле был Күгатташ ҡаяһы исемен йөрөтә.

'''(Әминев Хәлил Иҙел улы олатаһы Әминев Ағзам Яхъя улынан (1933 й.) 2005 йылда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мөхәмәтов Вәхит Ғибат улы етәкселегендә яҙып алды).'''
'''=== Ҡалыу. Ҡалыу ташы ==='''
Борон әбей менән бабай йәшәгән, ти. Уларҙың бик уңған һәм бик сибәр ҡыҙы булған, бөтә кеше уға ҡарап һоҡланып туя алмаған.

Бер ваҡыт ҡыҙҙы бер егет урлап алып киткән. Бабай, быны һиҙеп ҡалып, уларҙың артынан ҡыуа төшкән. Бейек һәм оҙон тауҙы артылғанда уның аты арыған.

Бабай улай иткән, былай иткән, ләкин әмәлен таба алмаған һәм бер ташҡа ултырған да:”Ошондалыр инде ҡыҙымдан минең ҡалыуым” - , тигән.шунан

Шунан башлап ошо тауҙы Ҡалыу тауы, бабай ултырған ташты Ҡалыу ташы тип йөрөтә башлағандар.

'''(2005 йылдаҒәлиәкбәр ауылында йәшәүсе һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Ҡаһарманов Абдулхаҡ Абдрахман улынан (1927 й.) ейәнсәре Юламанова Нурсилә Рауил ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мөхәмәтов Вәхит Ғибат улы етәкселегендә яҙып килтерҙе).'''
 
=== Ниғмәт ташы ===
Ғәлиәкбәрҙән 5 километр алыҫлыҡта, Тәрән кисеүҙең өҫ яғында, Ниғмәт ҡаяһы бар. Элек Нөгөш йылғаһы буйлап ағас һаллап сығарып һатҡандар.