Фәүзиә Алтынбаева яҙмалары: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
402 юл:
 
Фәүзиә апай, афарин! Ҡурҡмай ғына шул өҫтәге билдәләргә баҫҡалағыҙ.Яңғылыш булһа, төҙәтербеҙ.Sherbn
 
Рәхмәт!
 
 
 
ТАШБҮКӘН
Ташбүкәнгә килен булып төшкән
Йәш йылдарым ҡалды йыраҡта,
Иңдәремә көйәнтәләр аҫып
Тәүләп һыуға барыу Ҡашҡатҡа.
Тәбиғәте матур был ауылдың ,
Кешеләре әйбәт, яғымлы,
Әйтерһең дә мин бында тыуғанмын,
Яҡын күрә мине барыһы.
Ташбүкәндә тәүләп тәпәй баҫҡан
Миңә насип булған һөйгән йәр,
Ошо ерҙәр уның йәшлегенең
Онотолмаҫ мәлен һөйләйҙәр.
Гөл-сәскәле матур Ташбүкәндә
Гүзәллеккә күңел кинәнә,
Һин бит инде күптән әйләнгәнһең
Яҡын булған ғәзиз еремә!
Фәүзиә Ҡотлогилдина -Алтынбаева
 
ҠАШҠАТ
 
Ҡашҡат сылтырап аға,
Һыуҙары шундай таҙа,
Ҡашҡат һыуын бер тәмләһәң
Күңелдә мәңге ҡала.
 
Ҡашҡат һыуын эсеп үҫкән
Ҡыҙҙары бик тә һылыу,
Егеттәре арыҫландай
Үҙҙәре сая, ҡыйыу!
 
Эй, Ҡашҡатым, Ҡашҡатым ,
Һине шундай яратам,
Силәктәрем көйәнтәләп
Ҡашҡаттан һыу апҡайтам.
 
Әрмет һыуына ҡушыла
Көмөштәй йылға Ҡашҡат,
Йәйҙең йәмле көндәрендә
Ҡашҡатты күрергә ҡайт!!
Фәүзиә Ҡотлогилдина-АЛТЫНБИКӘ
 
 
ТАШБҮКӘНДЕҢ ҺЫУҘАРЫ
 
Килен булып төшкәс тәүге тапҡыр
Һыуҙар алған йылғам Ҡашҡатым,
Бөгөн иңгә көйәнтәләр һалып
Шул хистәрҙе ҡабат яңарттым..
 
Һул яғыңда һинең Ҡашҡат аҡһа,
Уң яғыңда аға Әрметең,
Ике матур йылға араһында
Урынлашҡан ауыл –әкиәтем.
 
Ошо ауыл мине әйләндерҙе
Апайлыҡтан еңгә, киленгә,
Татыным мин ҡатынлыҡ бәхетен
Ташбүкәнем ,һинең ереңдә.
 
Дүрт тиҫтә йыл элек еңгә булып
Көйәнтәне һалып иңемә,
Килен булып төштөм Ҡашҡатыма
Бүләк биреп ҡәйнеһеңлемә.
 
Һаман да шул Ҡашҡат! Көмөш һыулы,
Үтә күренәлер таштары,
Тик ауылда хәҙер күренмәйҙәр
Һыулауына төшөр аттары.
 
Ташбүкәнем! Һиндә үҫмәһәм дә
Тыуған ауыл кеүек яҡынһың,
Иҫәкәйем менән йәнәшәләп
Урын алырға һин хаҡлыһың.
 
Хәс тә әкиәттәй урыны бар!
Әрмет йылғаһында Таш бүкән!
Күркәм тәбиғәтле башҡа ауыл
Ғафуриҙә юҡтыр ул бүтән.
 
Ҡоштар йыры ике йылға ярын
Ғәжәйеп бер моңға тултыра,
Умырзая үҫкән май аҡланы
Күңел түрҙәрендә ултыра.
 
Илаһилек, һиллек ояһында
Күңелемдән тыуа йырҙарым
Сәхрәләргә сыҡтым йыр һуҙырға
Яңғыратып Әрмет буйҙарын.
 
Ҡурғашлынан Ташбүкәнгә таба
Ярты юлда аға бер йылға,
Урман араһынан Оло йылға
Саф һыуҙарын Әрметкә ҡоя.
 
Түбәнге ауылда Таҙлар осон
Биҙәп аға тағы бер йылға,
Ҡондорошло тигән кесе йылға
Әрметкә ҡоя ла юғала...
 
Юғалмайҙар...Барып ҡушылалар
Үҙҙәренән оло Әрметкә,
Ҡашҡат, Ҡондорошло, Оло йылға,
Мәйгәшле лә бергә Әрметтә.
 
Әрмет ашығалыр Рәүҙәгенә,
Ә Рәүҙәге ҡоя Егәнгә,
Егән ҡушылалыр Ағиҙелгә,
Ағиҙеле Оло Иҙелгә,
Оло Иҙел Каспий диңгеҙгә.
 
Шул диңгеҙҙә кескәй Ҡашҡаттың да
Йыйылғандыр мең-мең тамсыһы,
Силәктәрем тулы Ҡашҡат һыуы
Һеҙгә тамсы- тамсы яуһасы!
 
Сайпылтмайса ҡырға бер тамсыһын
Ҡашҡатымдан алған һыуымдың,
Мин килтерәм , дуҫҡайҙарым,һеҙгә,
Ҡандырырға һеҙҙең һыуһындың..
 
Тирә-яҡҡа тамсы, тамсы һибәм
Ҡашҡатымдан алған Илһамды,
Килен булып төшкән Ташбүкәндә
Булып ҡалһам ине бер тамсы..
Фәүзиә Ҡотлогилдина - АЛТЫНБИКӘ
29.05.2016
 
 
 
Ташбүкәндең ер атамалары (Әнүәр Ҡотлогилдиндең һөйләүе буйынса)
 
Хәмит өйө - Үрге Ташбүкәндән Иҫәкәй яғына табан юл буйында уң яҡта урынлашҡан ялан, унда бесән сабалар, еләк , туғайында балан йыялар.
 
Оло юл буйлап бер аҙ барғас Ҡаран йылғаһына еткәс саҡрым самаһы өҫкә менгәс Ҡаран яланы.Ҡаран яланының еләге лә, бесәне лә бик шәп була. Ялан уртаһында өс ҡайыүҫеп ултыра, шул тиклем матур ялан!
 
Иҫәкәй яғына таба Ҡаран кисеүен сыҡһаҡ һул яҡта өҫтә Алтынсура яланы.Алтынсура яланының 6 аҡланы бар.
 
Иҫәкәй яғына тағы ла арыраҡ китһәк Оло ялан йәйрәп ята. Юл ошо яландың уртаһынан уҙа. Оло яланда элек Үтәк ауылдары, йәғни Егән колхозы иген сәсә ине, колхоздар бөткәс , хәҙер сәселмәй ята.
 
Оло ялан уртаһынан һулға боролоп үргә менһәк Ҡарауылтауына барып сығабыҙ.Ҡарауыл тауының башында сейәләр үҫә. Оло яланды уҙғас Иҫәкәй юлында Тоҙаҡтау аша үтәбеҙ. Тоҙаҡтау - бик бейек булмаған ҡалҡыулыҡ. Ололар әйтеүенсә аҡтар һәм ҡыҙылдар ваҡытында Ҡарауылтауында аҡтар килгәнен ҡарауыллап ятҡандар һәм Тоҙаҡтауында тоҙаҡ ҡорғандар икән. Тоҙаҡтауға менмәйенсә тураға киткән саҡта Бағраш ауылына барып сығаһың.(хәҙер ул ауыл юҡ).Унда бер матур ғына бәләкәс кенә Бағраш йылғаһы ағып ята. Унан ары иҫәкәй яғына таба Йылансыҡ тип аталған ялан.Был яланды элек Әрмет колхозы сәскән.
 
Үрге Ташбүкәндең Ҡашҡат йылғаһын аша сығып тураға менһәк яланға - Рәкәй түбәһенә барып сығабыҙ.Унда ҡайын еләге бик күп үҫә ине, ер еләге лә түшәлеп ятты. Унда ла Егән колхозы сабынлыҡтарға теймәй генә ялан ерен һөрөп иген сәсә ине. Рәкәй түбәһенә менһәк уның ике ҡабырғаһында уң яғында ла, һул яғында ла Әбәш сабынлыҡтары йәйелгән. Әбәш яланында 1960 йылдар тирәһендә землемерҙәр палаткаларҙа яттылар, нимә эҙләгәндәрҙер , белмәйем. Рәкәй түбәһе урманға барып терәлә.Әгәр урман юлы менән китһәк Күсәр түбәһенә барып сығабыҙ.Был юлдан Һарғай ауылына ла барып сығып була.
 
Ҡашҡат йылғаһын аша сығып һулға боролоп Ҡашҡат тирәһенән үткән ҡыя юл буйлап Ҡашҡат кисеүен кискәс һул яҡта Ғилманкил исемле ҙур сабынлыҡ ялан бар.Элек уны Басир Әхмәдиев бабай сапты. Ғилманкил яланы эргәһендәге Ҡашҡат кисеүен кисеп юл менән тураға китһәк әҙерәк үр менгәс Бәләкәй Әсе яланы.Был сабынлыҡта ла еләк бик уңа ине. Бәләкәй Әсенән тураға ат юлы менән барһаҡ Ҡашҡатты тағы ла бер кискәс Ғәлекәй яланына сығабыҙ. Ул яланында ылыҫлы ағастар ултыртылғайны күп итеп, хәҙер улар урман булғандарҙыр инде. Ул ағастарҙы еҙнәм Әхтәм Вәлитов ултыртҡан.Элек яланға ҡарағай ултыртыусыларға араларын бесән итеп сабырға лесниктәр рөхсәт биргәндәр. Һулға боролоп урман аша сыҡҡас Оло Әсе яланына барып сығабыҙ.Был ҙур яланда бесән саба торған инеләр.Әгәр юлды дауам итһәк Бәгрәзе тауына менәбеҙ.Бәгрәзе тауы итәгендә Шыуған исемле ер бар. Ололар әйтеүенсә Бәгрәҙе һыртынан үҫеп ултырған ағастары менән бергә ер шыуған. Хәҙер инде арба юлы бөтөп йәйәүләп Бәгрәзе тауына менгәс һыртында ҡырсынташ түшәлгән юл бар.Был юл менән Иҫәкәй, Һарғай ауылдарына барып сығып була.Бәгрәзе тауын төшһәк Оҙонуй яланына барып сығабыҙ.Беҙ әтейем менән Оҙонуйҙа бесән сабып ятҡаныбыҙ бар.Бесән сабып кәбән ҡойҙоҡ , әүен ултырттыҡ. Бер ҡуян да атып алдыҡ.Ҡырпаҡ ҡар төшкәс ул бесәнде ат менән ташып алдыҡ.
 
 
Ә хәҙер Үрге Ташбүкән ауылының Ҡурғашлы яғына барған яҡтағы ерҙәренә барып сығайыҡ. Ауыл осонан уң яҡта Ишәмәт сабынлығы бар. Был ялан уны сапҡан кешенең исеме менән аталған.Унда йылғаһыҙ ерҙә ваҡ ҡына ҡомлоҡ бар, йәйге эҫеләрҙә кешеләр шифа алыр өсөн шунда барып ҡомға күмелеп ята торғайнылар.
Үрге Ташбукән ауылының осона сыҡҡас Ҡурғашлы яғына киткәндә Илсеғол түбәһе бар, ҙур яланында еләк уңа, күк һәм һары мәтрүшкәләр үҫә.Илсеғол түбәһендә ҡарағай ултыртылған.Уларҙы лесник Миннеғәфүр ағай Әхмәдиев ултырттырған.Ҡурғашлы яғына киткән юл менән әҙерәк барһаҡ Һалабаш күленә барып сығабыҙ, унда элек ҡап һуҡҡан ваҡытта йүкә ағасынан һалабаш һалып йүкәһен алып ҡап һуҡҡандар.Ошондай уҡ Һалабаш һала торған күл Оло йылға буйында үрҙәрәк Оло йылғаны быуып та эшләнгән ине. Ҡаптан тоҡтар теккәндәр. Юл менән ары китһәк Оло йылғаға барып сығабыҙ, уны кисеп сыҡҡас Кордон яланына барып сығабыҙ.Сик йылға ауылына киткән юл буйлап барһаҡ Түңәрәк яланға барып сығабыҙ.
 
Үрге Ташбүкән яғы осонан Әрмет йылғаһы яғына ҡарап китһәк уңға киткән юл була.Унан уҫаҡ ағастары үҫкән ерҙә матур ялан бар, был яланда һары умырзаялар үҫә (Алтынбаштар). Әрмет йылғаһы буйлап аҫҡа таба китһәк бер кисеү бар.Ул кисеүҙән сыҡһаҡ Ҡышлауға барып сығабыҙ.Унда ҡарағайҙар ултыртылған, был Ҡышлау аша әҙерәк түбән төшһәк Әрмет аръяғында 2-се Ҡышлауға килеп сығабыҙ, уна ла ҡараағайҙар ултыртылған.Бында ла кисеү бар. Ошо тирәлә Әрмет һыуында эре бүкән кеүек таштар бик күп.Фараз буйынса ауылға нигеҙ һалынғас бер ҙур Таш бүкәнгә ултырып ауылға ниндәй исем ҡушырға тип уйлашҡандар ҙа үҙҙәре ултырған Таш бүкән исемен биргәндәр, был һөйләшеүҙә Юрматы ырыуының Аҙнай ауылы кешеләре, Әхмәр яҡтары ҡатнашҡан тиҙәр, Түбәнге Ташбүкәндә Юрматы ырыуҙары кешеләре йәшәй), ә Үрге Ташбүкән ауылы кешеләре Гәрәй ҡыпсаҡтарға ҡарайҙар).
 
 
 
 
 
ИШЕМБАЙ – ТЫУҒАН ЯҒЫМ
(Шиғри маҡтау)
 
Тыуған яғым –Ишембай,
Тәбиғәтең шундай бай!
Шихандарың хозурлығы
Бар донъя халҡын арбай.
Тауҙарға һыйынып аға
Көмөш һыулы Ағиҙел,
Ағиҙелем гүзәллеген
Маҡтап бөтәрлек түгел.
Рәүҙәк, Әрмет, Егән, Тәйрүк,
Һикәҙе һәм Һәләүек,
Тыуған яғым йылғалары
Хәс тә әкиәт кеүек.
Күк арауыҡ шарлауығын
Кем генә белмәй икән?
Яҙғы моңдарын тыңларға
Маҡарға килмәй икән..
Һинең тупрағыңда үҫкән
Күп шәхестәр, шағирҙәр,
Мәңгелек урманын данлар
Яҙыусы Ноғманың бар.
Шағирәләр, сәсәндәрең
Маҡтап шиғыр яҙалар,
Шиғырҙары йырҙар булып
Халыҡта йырланалар.
Вәлидиҙе тыуҙырған ер-
Юрматыларҙың ере,
Ишембайым, тыуған ерем-
Батыр ирҙәр төйәге.
Ҡара алтын иле булып
Танылдың һин Ишембай,
Һинең ҡыйыу, сая халҡың
Эшсән, уңған һәм ябай.
Күптән түгел һинең ерҙә
Яңы тарих яҙылды,
Ҡуштауҙағы Оло Еңеү -
Мөғжизәле хәл булды!
Берҙәмлек һинең ереңдә
Яралды бит Ишембай,
Тауҙарҙағы тере тауыш
Һаман күңелдә шаңдай.
Күп михнәттәрҙе кисергән
Ишембай –ғәзиз ерем,
Башҡа минең тыуған ер юҡ,
Һин минең берҙәнберем.
Изгелек, ҡаһарманлыҡты
Иҫбатланың Ишембай,
Яуызлыҡтың да барлығын
Күрһәттең һин Ишембай.
Яҡшылыҡты Яманлыҡтан
Айырып ҡуйҙы Ҡуштау,
Юрматылар ерендәге
Башҡорт илендәге тау!
Сәсән ҡыҙың булып һиңә
Ҡайттым мин йылдар аша,
Тамырҙарым һинең ерҙә
Үткәндәргә тоташа.
Ата-бабам, атам –әсәм
Һинең ерҙә күмелгән,
Баласаҡтан, йәш ваҡыттан
Хәтирәләр үрелгән.
Алтынбикә тигән минең
Сәсәниә атым бар,
Телен яҡлар, ерен һаҡлар
Ғорурланыр халҡым бар..
Ишембайым –тыуған ерем,
Тамырым һиндә минең,
Тыуып үҫкән ерем данлап
Маҡтау яҙҙым мин бөгөн.
Тәбиғәттең матурлығын
Һаҡлау –халыҡ теләге,
Башҡортостаныбыҙ ере
Рәсәй иле йөрәге!
Фәүзиә Ҡотлогилдина –АЛТЫНБИКӘ
16 .10.2020