Сирбай ауылдары: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
Педагогия хеҙмәт ветераны Гүзәл Ғиззәт ҡыҙы Фәхретдинованан яҙып алынды. Республика халҡына билдәле Оло Эйек буйында урынлашҡан Күгәрсен районы Үрге Сирбай ауылы, ололар һүҙенә ҡарағанда, 18-се быуатта уҡ барлыҡҡа килгән.
Ауылдың исемен ишеткән күп кенә кешеләр, шаяртып, сиргә бай ауылмы тип һорай. Сиргә бер ҡағылышы ла юҡ ауылдың. Ауылға беренселәрҙән булып килеп ултырған кешенең исеме Сирбай булған. Шул исемдән аталып киткән тип иҫәпләнә.
 
Оло Эйек аръяғында ауылдан 5-6 саҡрым алыҫлыҡта Түбәнге Сирбай ауылы ла бар. Был ике ауыл яҡынса 1820 йылдарҙа бүленгән. Ауылдың Сүребай һәм Түребай тигән атамалар ҙа йөрөткәнен ишеткәнем бар. Ауылда күп милләт кешеләре йәшәй. Ауыл һуғышҡа тиклем "Комсомол", аҙаҡ "Ленин" колхозына ҡарай. Колхозда эшләгән кешеләр аслыҡтың ни икәнен белмәй, бөтә эшләп тапҡанын ғәҙел бүлешә, мал тота, игенен сәсә, баҡса ултыртып, ҡарбуз, ҡауын, кәбеҫтә үҫтерә, май, ҡорот етештереп һата, хатта ВДНХ-ла күргәҙмәлә ҡатнаша. Бай тип даны таралған миллионер колхозға төрлө милләт кешеләре- татарҙар, сыуаштар, башҡорттар- ағыла башлай.
 
Ауыл ҙур түгел, шулай ҙа унда һәр ваҡыт урта мәктәп, фельдшер пункты, магазин эшләп килде. Совет заманында мәктәп янында интернатта тирә яҡ Үрге Мөрсәләй, Етеболаҡ, Моҡас, сыуаш ауылыҠыҙыл Яр, Санъяп, Түбәнге Сирбай ауылдарынан балалар ятып уҡыны. Кластар ике телгә бүленеп уҡытылды: урыҫ һәм башҡорт телендә.
Ауыл матур тулы һыулы Оло Эйек йылғаһы ярында урынлашҡан. Ауыл бабайҙары һүҙенә ҡарағанда, йылға һәр ваҡыт ҙур таяныс була: ҡаҙ-өйрәген үҫтереп, балыҡ тотоп, һалабаш һыҙырып, төҙөлөш өсөн балсыҡ-ҡомон ташып, малын эсереп, үҙҙәренә эсер өсөн һыуын ташып көн иткән халыҡ. Ошонда тағы ла бер атаманы әйтеп үтергә кәрәк: яр бейек булыу сәбәпле, һыу алыу өсөн бик уңайһыҙ булған. Йылайыр яҡтарынан күсеп килгән, милләте буйынса мишәр тип йөрөгән, Шәйәхмәтов Ғәликарам бабай үҙ теләге менән ҡышын мәке уйып, йәйен баҫҡыс эшләп, ауыл халҡына ярҙам итеп торған. Ошо баҫҡысты тора бара Мишәр баҫҡысы тип йөрөтә башлайҙар.
 
Тик һыу инеү, балыҡ тотоу, яр буйында уйындар ойоштороу бик матур хәтирәләр булып ҡына ҡалды. Сөнки йыл һайын йылғаның ташҡыны ярҙарын емереү сәбәпле,ҡурҡыныс янай. Эйектең ағымын үҙгәртергә булалар. Икегә бүленгән йылғаның Үле Эйек ҡушылдығы барлыҡҡа килә. Элекке матурлығын юғалтҡан Эйек ысынлап та үле: һыуын йәм-йәшел ләм, ҡуйы ағас баҫып алған, балыҡ та юҡ. Ауылдан йыраҡ түгел, бәләкәй генә Етеболаҡ йылғаһы аръяғында Ҡалын тал тип аталған ер бар. Талы ла, башҡа үҫемлектәре лә ҡуйы, ҡалын булып үҫкәнгә шулай аталғандыр тип уйлайым. Башланған урынында ҙур матур тирәк үҫеп ултыра ине, уның аша ҡапҡанан үткәндәй ошо Ҡалын талға инеп китәһең. Бында яҙын ҡуҙғалаҡ, ҡаҡы, йыуа өлгөрһә, йәйен ер еләге, бөрлөгәне, ҡыр сейәһе ишелеп уңа, көҙөн иһә балан, муйыл һығылып ултыра. Тап ошо ерҙәрҙә колхоз баҡса үҫтергән дә инде. Сөнки ташҡын булып ярҙан сыҡҡан һыу оҙаҡ китмәй ята, дым тота, үҫемлектәр өсөн файҙалы. Тик ошо уңдырышлы ерҙәрҙә сәсеүлектәрҙе киңәйтәбеҙ тигән булып, 1973-1974 йылдарҙа район ПМК ойошмаһынан ҙур-ҙур тракторҙар килеп, һөрөп ташлай, ағастарын төбө-тамыры менән йолҡп ырғыта. Тик сәсеүлек килеп сыҡмай, күрән, ҡуйы селек баҫып китә. Был тирә хәҙер ауыл халҡы өсөн сабынлыҡ итеп бирелә. Соҡор-саҡырлы ерҙәре бесән сабыу өсөн уңайһыҙ булһа ла, башҡа ер булмау сәбәпле, малы өсөн бесәнде ошонда эшләй халыҡ. Ауыл янындаға Йыуалы күл тураһында ла яҙып китәһем килә. Ауыл осондағы мәктәптән йыраҡ түгел ошондай атамалы күл бар ине. Уның һыуының таҙалығына бөтә кеше хайран ҡала ине. Миңлеәхмәт ағай Яхин хәтерләүенсә, күлдә -ҫкән йыуаларҙың төбө ап-аҡ булып күренеп торған. Күлгә йыл һайын аҡҡоштар, ҡыр өйрәктәре осоп килгән. Йыуа һуғыш йылдарында танһыҡ ризыҡтарҙың береһе һаналған. Оҙон ҡара ҡыштарҙан һуң иҫән сыҡҡан олоһо ла, кесеһе лә ҡосаҡ-ҡосаҡ йыйып алып ҡайтыр булған. Шуныһы үкенес, был күлде лә хәҙер ағас баҫып киткән, баҫыуҙарға һибелгән ашлама күлде юҡҡа сығарған тип иҫәпләй ауыл халҡы. Ҡыҙғаныс, ауылға бәйле күп атамалар тарихта ғына ҡалып бара.
Тик һыу инеү, балыҡ тотоу, яр буйында уйындар ойоштороу бик матур хәтирәләр булып ҡына ҡалды. Сөнки йыл һайын йылғаның ташҡыны ярҙарын емереү сәбәпле,ҡурҡыныс янай. Эйектең ағымын үҙгәртергә булалар. Икегә бүленгән йылғаның Үле Эйек ҡушылдығы барлыҡҡа килә.
 
Элекке матурлығын юғалтҡан Эйек ысынлап та үле: һыуын йәм-йәшел ләм, ҡуйы ағас баҫып алған, балыҡ та юҡ. Ауылдан йыраҡ түгел, бәләкәй генә Етеболаҡ йылғаһы аръяғында Ҡалын тал тип аталған ер бар. Талы ла, башҡа үҫемлектәре лә ҡуйы, ҡалын булып үҫкәнгә шулай аталғандыр тип уйлайым. Башланған урынында ҙур матур тирәк үҫеп ултыра ине, уның аша ҡапҡанан үткәндәй ошо Ҡалын талға инеп китәһең. Бында яҙын ҡуҙғалаҡ, ҡаҡы, йыуа өлгөрһә, йәйен ер еләге, бөрлөгәне, ҡыр сейәһе ишелеп уңа, көҙөн иһә балан, муйыл һығылып ултыра. Тап ошо ерҙәрҙә колхоз баҡса үҫтергән дә инде. Сөнки ташҡын булып ярҙан сыҡҡан һыу оҙаҡ китмәй ята, дым тота, үҫемлектәр өсөн файҙалы.
 
Тик ошо уңдырышлы ерҙәрҙә сәсеүлектәрҙе киңәйтәбеҙ тигән булып, 1973-1974 йылдарҙа район ПМК ойошмаһынан ҙур-ҙур тракторҙар килеп, һөрөп ташлай, ағастарын төбө-тамыры менән йолҡп ырғыта. Тик сәсеүлек килеп сыҡмай, күрән, ҡуйы селек баҫып китә. Был тирә хәҙер ауыл халҡы өсөн сабынлыҡ итеп бирелә. Соҡор-саҡырлы ерҙәре бесән сабыу өсөн уңайһыҙ булһа ла, башҡа ер булмау сәбәпле, малы өсөн бесәнде ошонда эшләй халыҡ.
 
Ауыл янындаға Йыуалы күл тураһында ла яҙып китәһем килә. Ауыл осондағы мәктәптән йыраҡ түгел ошондай атамалы күл бар ине. Уның һыуының таҙалығына бөтә кеше хайран ҡала ине. Миңлеәхмәт ағай Яхин хәтерләүенсә, күлдә үҫкән йыуаларҙың төбө ап-аҡ булып күренеп торған. Күлгә йыл һайын аҡҡоштар, ҡыр өйрәктәре осоп килгән. Йыуа һуғыш йылдарында танһыҡ ризыҡтарҙың береһе һаналған. Оҙон ҡара ҡыштарҙан һуң иҫән сыҡҡан олоһо ла, кесеһе лә ҡосаҡ-ҡосаҡ йыйып алып ҡайтыр булған. Шуныһы үкенес, был күлде лә хәҙер ағас баҫып киткән, баҫыуҙарға һибелгән ашлама күлде юҡҡа сығарған тип иҫәпләй ауыл халҡы. Ҡыҙғаныс, ауылға бәйле күп атамалар тарихта ғына ҡалып бара.
 
''Педагогия хеҙмәт ветераны Гүзәл Ғиззәт ҡыҙы Фәхретдинованан яҙып алынды.''