Ҡоръятмаҫ ауылы топонимдәре — версиялар араһындағы айырма

Нет описания правки
'''Әкеш'''
 
Был исем менән Дәүләкән районы ауылдарынының байтаҡ тау-яландары йөрөтөлә.Боранғол ауылында тау,Ҡоръятмаҫта ялан( элек бесәнлек булған)Ҡыҙрас ауылында йәшәүсе Әкимбәтова Ғәйшә апай һөйләүе буйынса ( Был турала район гәзитенә лә яҙып сыҡты) Асылыкүл буйында элек кантун ваҡытында бер ихтилалда
ҡатнашҡаны өсөн күп йылдар Әкеш (русса исеме – Апуш)
исемле кешене эҙәрләгәндәр.
'''Гөлбикә шишмәһе'''
Асылыкүл буйында урынлашҡан Яңы Тормош ауылында,балаларҙың ял итеү лагерына күтәрелгән юлда, бер шишмә бар.Шишмәне халыҡ "Гөлбикә шишмәһе" тип йөрөтә.Яңы Тормош ауылында тыуып үҫкән Гөлфиә Закарина апай мин был турала һорашҡас,йылмайып: "Гөлбикә минең инәйем (әсәйем)бит ул,ти.Атайым менән инәйем ошо шишмә янында.ситәндән өй һалып,мал-тыуар аҫырап донъя көткәндәр.Эргәлә генә тау-таш араһынан һарҡып шишмә сыҡҡан.Эсер һыуҙы шул шишмәнән алып,уны ҡарап.таҙартып торғандар.Ауыл халҡы ла ошо шишмәгә һыуға йөрөгән.Халыҡ тәүҙә Гөлбикәләр янындағы шишмә тип йөрөткән,аҙаҡ Гөлбикә шишмәһе булып китте". Хәҙерге көндә шишмә Асылыкүлддең бер йәме булып тора.Гөлбикә шишмәһе матур итеп уратылған,урғылып сығып,Асылыкүлгә йүгерә.Ял итеүселәрҙе тәмле ,шифалы һыуы менән ҡунаҡ итә.Тимәк,ер-һыу атамаларында кешенең исеме ябай ғына булған хеҙмәте өсөн дә мәңгеләшергә мөмкин икән.
 
== Иҫкәрмәләр ==
 
Аноним ҡатнашыусы