Ҡоръятмаҫ ауылы топонимдәре — версиялар араһындағы айырма

Нет описания правки
 
'''Василий соҡоро'''
 
Архив белешмәләре буйынса 1896 йылда Ҡоръятмаҫ ауылында 5 һыу тирмәне булған.Кәждәй( Каждаево Миәкә районында булырға тейеш шикелле) ауылынан Архипов Василий (мордва) береһенен арендаға алған булған.Тирмән йылына 50 көн эшләгән.Ул Бикәғарағы йылғаһының башланған еренән түбәндәрәк урынлашҡан .Элек был ер асыҡ аҡлан булған.Хәҙер был урынға ҡарағай ағастары ултыртылған,йөрөр юлдар ҙа бикләнеп бөткән.Ә тирмәндең ҙур ташы иҫән.Тирмәнсе Василийҙың исеме беҙҙең ерҙә-Василий соҡоро булып йәшәй.<br>
'''Гөлбикә шишмәһе'''
Асылыкүл буйында урынлашҡан Яңы Тормош ауылында,балаларҙың ял итеү лагерына күтәрелгән юлда, бер шишмә бар.Шишмәне халыҡ "Гөлбикә шишмәһе" тип йөрөтә.Яңы Тормош ауылында тыуып үҫкән Гөлфиә Закарина апай мин был турала һорашҡас,йылмайып: "Гөлбикә минең инәйем (әсәйем)бит ул,ти.Атайым менән инәйем ошо шишмә янында.ситәндән өй һалып,мал-тыуар аҫырап донъя көткәндәр.Эргәлә генә тау-таш араһынан һарҡып шишмә сыҡҡан.Эсер һыуҙы шул шишмәнән алып,уны ҡарап.таҙартып торғандар.Ауыл халҡы ла ошо шишмәгә һыуға йөрөгән.Халыҡ тәүҙә Гөлбикәләр янындағы шишмә тип йөрөткән,аҙаҡ Гөлбикә шишмәһе булып китте". Хәҙерге көндә шишмә Асылыкүлддең бер йәме булып тора.Гөлбикә шишмәһе матур итеп уратылған,урғылып сығып,Асылыкүлгә йүгерә.Ял итеүселәрҙе тәмле ,шифалы һыуы менән ҡунаҡ итә.Тимәк,ер-һыу атамаларында кешенең исеме ябай ғына булған хеҙмәте өсөн дә мәңгеләшергә мөмкин икән.<br>
 
'''Тимер тырнаҡ'''
Элек Ҡоръятмаҫ ауылында һәр бер башҡорт
ауылындағы кеүек, йәшерен, урман-тау араларында
тимерлектәре булған. Был тимерлектәрҙе бер кеше лә белергә
тейеш булмаған, ауыл старшина-түрәләре һәм ышаныслы
кешеләре генә белгән. Сөнки аҡ батша тимерлектәрҙе асҡан
башҡорт ауылдарына күп һалым һалған һәм хөкүмәт
күҙәтеүе аҫтында ғына эшләргә рөхсәт ителгән. Элек
Ҡоръятмаҫта Шәрифйән исемле оҫта тимерсе булған,
уның үҙенең сабынлыҡтары, мал көтөү урындары булған.
Тимерлектә көнкүреш яраҡтарынан башҡа, һуғыш
ҡоралдары, ҡылыс, хәнйәр, ҡалҡан, уҡ баштары, һөңгө, өҙәңге
кеүек әйберҙәр эшләнгән. Был ҡоралдар йәшереп тотолоп,
кәрәк ваҡытта халыҡҡа таратып бирелер булған.
Беҙҙең Тимер тырнаҡ аҡланы ошо тарихты һөйләй.
 
== Иҫкәрмәләр ==
103

үҙгәртеү