Ҡоръятмаҫ ауылы топонимдәре — версиялар араһындағы айырма

Нет описания правки
һәр ваҡыт оло кешеләр был ҡәбер янына туҡтап, ҡөръән
уҡып, хәйер һалыр булғандар. Ҡәбере элегерәк билгеле ине,
хәҙер ташы ергә һеңеп, селектәр менән ҡапланып бөткән,тип һөйләгән Хузиев Мөлөкәмән.Ошо һөйләнгәндәргә нигеҙләнеп,Ҡоръятмаҫтағы Бикә ҡарағы йылғаһы тап шул дан бисә Бикә хөрмәтенә йөрөтөләлер.Мин ни өсөн ҡараҡ тип атала, тип аптырай инем. 1.Ҡараҡ-кеше малын урлау менән шөғөлләнгән кеше,бур.2.Ҡараҡ (иҫкесә)Батша иҙгенлегегә ҡаршы баш күтәргән халыҡ көрәшсеһенә кәмһетеп әйтелә. (Башҡорт теленең һүҙлеге/ I том.Мәскәү Русский язык.1993 й.638 -се бит)Тимәк,Бикә ошо йылға тирәһендә йәшәгән,йә булмаһа ниндәйҙер ваҡиға уртаһында булған,һәр хәлдә был йылға аҡҡан ергә Бикәнең мөнәсәбәте бар.Бикә- халыҡ көрәшсеһе,дан бисә,тау түбәләстәре,йылға-һыуҙар уға хәтер таштары.<br>
'''Балҡантау'''Балҡантау
Мин бәләкәй саҡтан уҡ был тау тураһында ишетеп үҫтем Беҙҙең төбәктә ижад ителгән "Заятүләк менән Һыуһылыу"иртәген инәйем беҙгә ысын булған хәл,тип ышандырып һөйләй ине.Һәр эпос.минеңсә,аҙмы- күпме ысынбарлыҡҡа нигеҙләнеп ижад ителгән.
(Балҡантау Асылыкүл янында тигән белешмәне википедияла мин төҙәттем.Балҡантау Асылыкүлдән 30 км тирәһе бар.урап барһаң 40 км."Заятүләк менән Һыуһылыуҙы" инәйем күлдән 40 км. алыҫлыҡта ятҡан Балҡантауҙа күмелгәндәр, тип һөйләй ине.)
Ә Балҡантауҙа ҡәберлек бар.тип халыҡ юҡҡа әйтмәгәндер.Түбәндәге йола шуны иҫбатлай кеүек.
Балҡантауҙың итәгендә ҡәберлек булыуы тураһында элек -әүәлдән һөйләйҙәр. Йәштәр никахҡа ингәндән һуң, ошо тауға
килеп, ҡәбер алдына баш эйеп, вәғәҙә бирешеп, ғүмерҙәренең
һуңғы сәғәттәренә тиклем бергә булырға, тип доға ҡылып,
ҡәбергә тәңкә һалыр булғандар. Шулай эшләгәндәр бәхетле
тормош итерҙәр, мөхәббәтле булырҙар, тигән ырым-йола
йәшәгән.
Ошо тауға менгән яңғыҙ кеше Балҡантау түбәһенә менеп:
“Заятүләк, Һыуһылыу, һеҙ бер-берегеҙҙе яратҡан кеүек минең
һөйгән йәремде күрмәнегеҙме?” – тип, ҡулды маңлай, күҙ
янына ҡуйып, тирә-яҡты урында торған килеш байҡап-ҡарап
сыҡҡандан һуң, уң ҡулды йөрәк тураһына ҡуйып: “Күрһәгеҙ,
һөйгән йәремде минең янға ебәрегеҙ”, – тип әйтер булғандар.
Был тау яһалма тау -курган тип фараз итеүҙәр бар.
 
== Иҫкәрмәләр ==
103

үҙгәртеү