Баймаҡ районы Йәнйегет ауылы топонимдары: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
"''Википедияла Баймаҡ районы Йәнйегет ауылы тураһында мәҡәлә бар''..." исемле яңы бит булдырылған
 
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
46 юл:
Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл ауылының биръяғында башҡорттар йәшәгән. Башҡорттар был яҡтарға йәйгеһен мал көтөү өсөн тирмәләр менән сыҡҡандар. Ҡаҙаҡтар уларҙың малдарын
ҡыуып алып китер, йәйләүгә һөжүм итер булғандар. Бер көндө ҡаҙаҡтар башҡорттарҙың йәйләүенә һөжүм итеп, малын ҡыуып алып китәм тип килгәндә, башҡорттарҙың Баян исемле батыры ҡаҙаҡтарҙың тауға менеп килеүен күреп ҡала. Ул үҙенең дуҫ-иштәрен йыйып, уларға ҡаршы яуға сыға һәм еңә. Баян батырҙың хөрмәтенә тауҙы “Баян сусағы” тип атағандар.
Әминева Гөлсирә Фазулла ҡыҙы Сыңрау торна һаҙы тураһында әйтеп, матур легендаһын һөйләгәйне.Ауылға ингәс тә ҙур тау ҡаршы ала, ул Олотау. Аръяғында Өтөлгән. Бара бирһәң, Ҡарағас тауы. Ҡусҡарлағандың аръяғы Мөхәт үҙәге, арыраҡ Иген үҙәге. Билашаның эргәһендә Һынташ, ул үҫкән һымаҡ ултыра. Тағы ла Хәмит ҡыуағы тигән ер бар, Исмәғил үҙәге.
Рамандың аръяғында Тыш ҡыуаҡ, бара биргәс, түңәрәк һаҙ. Шунда ҡарағайҙар үҫкән урын Ҡарағай буйы тип атала. Яүгүл буйында Аҡташ та беҙҙең ер. Борон йәнйегеттәр шунда йәшәгән. Зыяраты ла бар ине.
Яһанған буйында беҙҙең Йәнйегет ауылының сиге.
 
[https://vk.com/topic-36676061_46528914 Информатор Ляля Рафикова]