Бөрйән районы Яңы Монасип ауылы тирәһендәге ер-һыу атамалары.: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
конкурсҡа
 
тулыландырыу
15 юл:
Һуғышҡа тиклем йылғаны быуып, тирмән ултырталар. 1943 йылда тирмәнсе бабай, тирмән ҡуласаһына ҡыҫылып, үлеп ҡалғас, тирмәнде эшләтергә эшләтергә кеше булмай . Һуғыш бөтөп, ун йыл үткәс кенә, эргәләге Аралбай, Яны һәм Иҫке Монасип, Нәби ауылдары халҡы, үҙҙәренә оҙаҡ ҡына йылдар хеҙмәт иткән, яңы тирмән төҙөп ултырталар. Был тирмәндең быуа урыны әле лә беленеп ята.
1961 йылдан башлап 2002 йылға тиклем Айыуҙыла "Ҡыҙыл таң" колхозының һабантуй байрамдары үтте. Байрамдың тантаналы өлөшө, спорт ярыштары үткән, әллә ней ҙур булмаһа ла дүрт ауыл кешеләрен ихлас һыйҙырған, яланды хәҙер Һабантуй яланы тиҙәр. Хәҙерге көндә лә был ялан ике ауыл кешеләренең, мәктәптәрҙең төрлө спорт, ғаилә, шәжәрә байрамдары үткәреү урыны булып тора.
Ауыл тирәһендә
кеше исемдәре менән бәйле топонимик атамалар ҙа байтаҡ. Уларҙың күбеһе эшкә йәки ниндәйҙер ваҡиғаға бәйле килеп сыҡҡан .Бындай ер- һыу атамаларының хәҙерге заманда барлыҡҡа килгәндәре лә байтаҡ.
Ошондай юл менән Этаяҡ, Карашай, Аҙау, Сәлиха сабыны, Йәмилә түбәһе тигән яландарҙың( сабынлыҡтар) исеме яһалған.
Этаяҡ
Ауылдан 3 км алыҫлыҡта ятҡан ялан.
Этаяҡ атамаһының килеп сығышын Баймурзин Ильяс Рәис улынан (1961 йылғы) ишеткәйнем. Ҡасандыр бында Аралбай ауылында йәшәүсе Этаяҡ исемле олаталарының ере булған.
 
Этаяҡтың улы Этҡабыҙ, уның улы Абыз- Абдрахман- Әмирхан — Батырхан- Шаһиһан- Зекрейә--Фәхерхаят- Ильяс.
1966 йылға тиклем бында колхоздың фермаһы булды. Ауырыу сығып, ферманы Нөгөшкә күсерҙеләр.
Этаяҡтан бирерәк ерҙә Сусҡа Этаяғы тип аталған ялан бар, үткән быуаттың 60-сы йылдарына тиклем бында сусҡасылыҡ фермаһы булған.
Һалҡын һыулы ҡотоғо бар.
Ишбулды баҙы.
Был яланда әүәле Ишбулды исемле кеше баҙ эшләп, дегет ҡайнатҡан. Дегетте Әүжән һәм Темәс яҡтарына алып барып, һатҡан.
Рәмзи юлы.
Оло юлдан ауылға төшкән юлдан, Иҫке Монасип ауылының Кепес яғына төшкән юл.
Үткән быуаттың 60-сы йылдарынан алып 90-сы йылдарға тиклем Кепестән Яны Монасипҡа Рәмзи тигән ағай йөрөп эшләне. Кепестән беҙҙең ауылға килеү өсөн, Ағиҙелде ике тапҡыр аша сығыр кәрәк. Яҙ һәм көҙ көндәре был эш бик ҙур ғына мәшәҡәт өҫтәй ине кешеләргә. Кепестән Иҙел аша сыҡмай, Һиңгергиҙә тауы буйлап килеп булған, әммә юлы бик алама булып, Рәмзи ағай ошо юлды ипкә килтерә.
Сәмәрә әбей үҙәге.
Сәмәрә исемле апай бынан турараҡ тип, бесәнлегенә гел генә урман эсенән үткән ошо исемһеҙ үҙәк аша йөрөр булған.
Риф күле.
Оло юлдан ауылға төшкән юл буйында бер соҡорло урынға ямғыр һыуы йыйыла ине. Ямғырлы йылдар булғандыр, был һыу ятҡылығы ҙурайып, хатта тирәһен ҡамыштар баҫты,. Риф
исемле егет матай һатып алған. Матайҙы һәйбәтләп "йыуғандар" дуҫы менән.Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәгән, баяғы һыулы соҡорға барып сумалар былар. Матайҙы саҡ һөрәп сығаралар. Тап шул мәлдә уларҙы ауылдан берәү күреп ҡала. Шулай барлыҡҡа килгән Риф күле атамаһы.
Насима Сагитова https://vk.com/topic-36676061_46528914