Бөрйән районы Яңы Монасип ауылы тирәһендәге ер-һыу атамалары.: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
тулыландырыу
тулыландырыу
35 юл:
Риф күле.
Оло юлдан ауылға төшкән юл буйында бер соҡорло урынға ямғыр һыуы йыйыла ине. Ямғырлы йылдар булғандыр, был һыу ятҡылығы ҙурайып, хатта тирәһен ҡамыштар баҫты,. Риф
исемле егет матай һатып алған. Матайҙы һәйбәтләп "йыуғандар" дуҫы менән.Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәгән, баяғы һыулы соҡорға барып сумалар былар. Матайҙы саҡ һөрәп сығаралар. Тап шул мәлдә уларҙы ауылдан берәү күреп ҡала. Шулай барлыҡҡа килгән Риф күле атамаһы.
"Ер- һыу атамаларында тарих сағыла", -тип бушҡа әйтмәгәндәр, ниндәй генә тау-ҡаяны, ялан- туғайҙы, йылға-күлдәрҙе алып ҡарама, унда
тере тарих эҙҙәре һаҡлана.Бөгөнгө яҙмам , илебеҙ менән ҡуша үткән халҡым тарихына һәм ошо ваҡиғаларҙың топонимикала сағылышына бәйле.
Мәсем тауы, Ҡурыуҙы тауы, Бейгилде яланы.
Бик бороңғо ваҡыттарҙа хәҙерге Бөрйән районы территорияһында, көслө Мәсем хан власы аҫтында, бөрйән һәм ҡарағай- ҡыпсаҡ ырыуҙары йәшәгән. Бөрйән бейе Ҡарағөләмбәт исемле булып, уның халҡы Ағиҙел йылғаһының түбәнге яғында , ә Ҡарағай- ҡыпсаҡ ырыуы Бабсаҡ бей ҡулы аҫтында Урал яҡтарын биләгән.
Бер ваҡыт
Мәсем хандың малдарын ниндәйҙер йыртҡыс ҡыра башлаған. Хан батырҙарын йыя, кем дә кем ошо януарҙы тотоп үлтерә, ҡыҙын һәм ярты ханлығын бирергә вәғәҙә бирә. Бабсаҡ батыр был януарҙы табып, уҡтан атып
үлтерә, ҡолағын ҡырҡып ала.
Үлеп ятҡан арыҫлан эргәһенә күпмелер ваҡыттан Ҡарағөләмбәт тә килеп сығып, уға уғынан ата, үлтерҙем, тип уйлай. Батырҙар хан алдында яуыз януарҙы юҡ итеүҙәре тураһында әйтәләр. Бабсаҡ батыр януарҙың ҡырҡып алған ҡолағын күрһәтеп, бәхәскә сик ҡуйып, еңеүсе килеп
сыға. Ҡарағөләмбәт был хәл менән һис килешмәй, Бабсаҡ менән Мәсем хан ҡыҙы Йәмиләнең туйы ваҡытында Бабсаҡты атып үлтерә, Йәмиләгә өйләнә. Күпмелер ваҡыттан Йәмиләнең улы тыуа, Күҫәк тип исем ҡушалар балаға. Күҫәк 14 йәшенә көслө егет булып үҫеп етә. Атаһының Ҡарағөләмбәт түгел, ә Бабсаҡ икәнлеген, уның нисек аҫтыртын үлтерелеүен белеп ҡалған Күҫәк, атаһы өсөн үс алырға була. Ҡыпсаҡ яғына килеп, ғәскәр йыя, Ҡарағөләмбәтте ҡулға ала. Ҡара һыйырға артына ҡарай атландырып, үгәй атаһын Ҡыпсаҡ яғына алып китә. Ошо
ваҡиғаларға бәйле район ерендә Мәсем тауы ( 1040 м бейеклегендәге районда иң бейек тау. Мәсем ташы, Ҡыҙҙар, Ҡоҙғон, Ыласын таш исемле ҡаялары бар), Шыҡманай яланы( Ҡарағөләмбәт тарафынан үлтерелгән Бабсаҡ батырҙың оло улы) Ҡараһыйыр юлы, Ҡара һыйыр кисеүе, Ҡурыуҙы тауы ( Байназар ауылындағы тауҙа Күҫәк батыр Ҡарағөләмбәтте ҡаҙанда ҡурған) бар.
Беҙҙең Яңы Монасип ауылынан 8 км алыҫлыҡта Оло юл буйында Бейгилде яланы бар. Күҫәк батыр Ҡарағөләмбәтте, Ҡара һыйырға атландырып, Ҡыпсаҡ яғына алып китеп барғанда, ошо яланда өс көнгә ялға туҡтайҙар. Тәрән генә соҡор ҡаҙып, Ҡарағөләмбәтте шунда төшөрөп ултырталар. Өс көн байтаҡ ҡына ваҡыт, бахыр әсиргә тышҡа сығырға тура килә.Ҡарағөләмбәт еҫенә түҙмәй, ярауын соҡорҙан алып һелтәй. Быны белеп ҡалған Күҫәк бей "Еремде бысратма,- тип, үгәй атаһына, оло ярауын, Бөрйән ере яғына ҡарай сорғоттора (сорғотоу- алыҫҡа ташлау) . Ошо ваҡиғанан һуң был яланды Бейгилде яланы, ә йылғаһын Буҡсорға йылғаһы тип атай башлағандар. Был ике топонимик атама һуңғы ваҡыттарҙа үҙгәреп бара. Бейгилде яланында оҙаҡ йылдар колхоздың ҡымыҙ етештереү фермаһы булды, шуға яланды Ҡымыҙный тип әйтә башланылар, шулай уңайлы бит инде, юлдан кеше күп йөрөй, ҡымыҙ һатып ала, Ә бына йылға исемен яңғырашы ҡолаҡҡа насарыраҡ булғанлыҡтан , Уҡсорғаға әйләнгән.Хатта карталарҙа шулай тип билдәләйҙәр.Уҡты белеүегеҙсә, сорғап булмай, атып йә ергә ташлап ҡына була.Ошо ике тарихи атама исемдәрен дөрөҫ ҡулланыу -бурысыбыҙ , тип гел аңлатыу эшен алып барам.
1923 йылғы Әмирханова Өмөгөлсөм Мостафа ҡыҙынан яҙвп алдым
Насима Сагитова https://vk.com/topic-36676061_46528914