Бөрйән районы Яңы Монасип ауылы тирәһендәге ер-һыу атамалары.: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
тулыландырыу
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
47 юл:
ваҡиғаларға бәйле район ерендә Мәсем тауы ( 1040 м бейеклегендәге районда иң бейек тау. Мәсем ташы, Ҡыҙҙар, Ҡоҙғон, Ыласын таш исемле ҡаялары бар), Шыҡманай яланы( Ҡарағөләмбәт тарафынан үлтерелгән Бабсаҡ батырҙың оло улы) Ҡараһыйыр юлы, Ҡара һыйыр кисеүе, Ҡурыуҙы тауы ( Байназар ауылындағы тауҙа Күҫәк батыр Ҡарағөләмбәтте ҡаҙанда ҡурған) бар.
Беҙҙең Яңы Монасип ауылынан 8 км алыҫлыҡта Оло юл буйында Бейгилде яланы бар. Күҫәк батыр Ҡарағөләмбәтте, Ҡара һыйырға атландырып, Ҡыпсаҡ яғына алып китеп барғанда, ошо яланда өс көнгә ялға туҡтайҙар. Тәрән генә соҡор ҡаҙып, Ҡарағөләмбәтте шунда төшөрөп ултырталар. Өс көн байтаҡ ҡына ваҡыт, бахыр әсиргә тышҡа сығырға тура килә.Ҡарағөләмбәт еҫенә түҙмәй, ярауын соҡорҙан алып һелтәй. Быны белеп ҡалған Күҫәк бей "Еремде бысратма,- тип, үгәй атаһына, оло ярауын, Бөрйән ере яғына ҡарай сорғоттора (сорғотоу- алыҫҡа ташлау) . Ошо ваҡиғанан һуң был яланды Бейгилде яланы, ә йылғаһын Буҡсорға йылғаһы тип атай башлағандар. Был ике топонимик атама һуңғы ваҡыттарҙа үҙгәреп бара. Бейгилде яланында оҙаҡ йылдар колхоздың ҡымыҙ етештереү фермаһы булды, шуға яланды Ҡымыҙный тип әйтә башланылар, шулай уңайлы бит инде, юлдан кеше күп йөрөй, ҡымыҙ һатып ала, Ә бына йылға исемен яңғырашы ҡолаҡҡа насарыраҡ булғанлыҡтан , Уҡсорғаға әйләнгән.Хатта карталарҙа шулай тип билдәләйҙәр.Уҡты белеүегеҙсә, сорғап булмай, атып йә ергә ташлап ҡына була.Ошо ике тарихи атама исемдәрен дөрөҫ ҡулланыу -бурысыбыҙ , тип гел аңлатыу эшен алып барам.
1923 йылғы Әмирханова Өмөгөлсөм Мостафа ҡыҙынан яҙвп алдым.
Тарихи атамалар.
Ауылдан 7 км алыҫлыҡта Оло юл буйында ҙур ғына яланды Аралбай яланы тиҙәр.Үткән быуаттың 70-се йылдарына тиклем бында ошондай исемле ауыл булды. Перспективаһыҙ ауылдар исемлегенә индерелеп, ауыл бөтөрөлдө. Аралбайҙарҙың байтағы Яңы Монасипҡа, байтағы район үҙәгенә һәм башҡа яҡтарға күсенде. Ике быуаттан ашыу данлы һәм шанлы тарихы булған ауыл, бер-нисә йыл эсендә юҡҡа сыҡты. Боһондо йылғаһы буйында
Тимерҙәр нигеҙ һала ауылға, тәүҙә утар ғына була, унан яйлап халыҡ күбәйә. 1834 йылда зауряд есаул Аралбай Мөхәмәтов исеме менән ауыл статусын ала. Идара итеүҙең кантонлыҡ системаһы мәлендә Аралбай 11 йорт (команда) һаналып, уға Яңы һәм Иҫке Монасип, Байғаҙы, Бикташ, Исламбай, Тимер ауылдары ҡараған.Ун һинеҙ йәше тулған ир -егеттәр хәрбиҙәр рәтенә күсерелеп, Урал йылғаһы буйлап, Рәсәйҙең Ҡаҙағстан менән сиген һаҡлағандар, Рәсәй алып барған һуғыштарҙа ҡатнашҡандар. Хеҙмәт башҡорттарҙың үҫ иҫәбенә барған.
Граждандар һуғышы осоронда Аралбайға Нөгөш йылғаһы буйынан, Нөгөш ауылы кешеләре кешеләре күсенә, ауыл ҙурайыуға бара. Әммә йот йылында халыҡ ныҡ ҡырыла. Ас кешеләрҙең мәрхүм булғандарҙы ерләргә лә хәлдәренән килмәй. Ғаиләһе менән үлеп ҡалған берәүҙең өйөнә, соланына мәйеттәрҙе һалып баралар. Яҙ еткәс кенә, зыяратҡа ла алып барып еткерә алмай, Боһондо йылғаһын аша сығарып, юлдан саҡ ҡына түбәндә, дөйөм бер ҡәбергә ерләп ҡуялар. "Йот йылында үлгәндәр ҡәбере" тип атағандар һуңынан был ерҙе.
Ғәлийән үҙәге тигән үҙәктә, Совет власына ҡаршы сығып, кешеләрҙе талап йөрөүсе банда башлығын юҡ иткәндәр.
1923 йылғы Әмирханова Өмөгөлсөм Мостафа ҡыҙынан яҙып алдым

1923 йылғы Әмирханова Өмөгөлсөм Мостафа ҡыҙынан яҙып алдым. Граждандар һуғышы осоронда булған ҡанлы фажиғә эҙемтәһе был ерҙең атамаһы.
Аралбай тураһындағы яҙмамда Совет власын ҡабул итмәгәндәрҙең , Иҫке Мөсәт ауылы кешеһе Ғәлийән исемле кешенең отрядына ойошоп, советтарға ҡаршы һуғыш башлап, ауылдарҙы талап, кешеләрҙе үлтереүҙәре, Ғәлийән отрядына ҡаршы һуғышыу өсөн Әүжәндән ҡыҙылдар килеп, Аралбайҙа Ғәлийәндең атып үлтерелеүен яҙғайным. Ғәлийән отрядының ҡалдығы Юрматы яғына ҡаса. Баймаҡтан башҡорт ғәскәрҙәре ярҙамы менән тағы был яҡтарға килеп Әүжән ҡыҙылармеецтары менән Ҡурғашлы
йылғаһы тамағындағы Имес туғайында тағы һуғыш була. Ошо һуғышта байтаҡ ҡына ҡыҙылармеецтар
ҡулға алына. Йәғәфәров Ниғәмәт апаның яҙыуы буйынса 80 -ләгән кеше. Ундай кешене ҡулға төшөргәстәр, отряд көслө булғандыр тип фаразларға ҡала.

Әсирҙәрҙе Яңы Монасип ауылына алып киләләр. Ауыл ҡарттарын йыйып, уларҙың алдында һалдаттарҙы мәсхәрәләйҙәр, туҡмайҙар, итектәрен , өҫ кейемдәрен систереп алалар. Был хәл- ваҡиғалар 1919 й декабрь айында булған. Ауыл ҡарттары һалдаттарҙы ныҡ яҡлашҡас, уларҙың үҙҙәрен дә ҡамсы менән һуҡтыралар, нишләп улар һеҙгә ҡәҙерле, беҙ дошманмы, тип . Хатта ҡулдарын бәйләп атырға булғандар. Кешеләр ныҡ илашҡас ҡына, уларҙы ебәргәндәр. Икенсе көнө әсирҙәрҙе Тимер яғына алып китеп, Мәйгәште йылғаһы буйында бер тауҙа атҡандар.
Шул урынды Үлектәр арҡаһы тигәндәр. Арҡа тип топономика телендә тау һыртына әйтәләр
 
Насима Сагитова https://vk.com/topic-36676061_46528914