Бөрйән районы Яңы Монасип ауылы тирәһендәге ер-һыу атамалары.: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
тулыландырыу
66 юл:
ҡулға алына. Йәғәфәров Ниғәмәт апаның яҙыуы буйынса 80 -ләгән кеше. Ундай кешене ҡулға төшөргәстәр, отряд көслө булғандыр тип фаразларға ҡала.
Әсирҙәрҙе Яңы Монасип ауылына алып киләләр. Ауыл ҡарттарын йыйып, уларҙың алдында һалдаттарҙы мәсхәрәләйҙәр, туҡмайҙар, итектәрен , өҫ кейемдәрен систереп алалар. Был хәл- ваҡиғалар 1919 й декабрь айында булған. Ауыл ҡарттары һалдаттарҙы ныҡ яҡлашҡас, уларҙың үҙҙәрен дә ҡамсы менән һуҡтыралар, нишләп улар һеҙгә ҡәҙерле, беҙ дошманмы, тип . Хатта ҡулдарын бәйләп атырға булғандар. Кешеләр ныҡ илашҡас ҡына, уларҙы ебәргәндәр. Икенсе көнө әсирҙәрҙе Тимер яғына алып китеп, Мәйгәште йылғаһы буйында бер тауҙа атҡандар.
Шул урынды Үлектәр арҡаһы тигәндәр. Арҡа тип топономика телендә тау һыртына әйтәләр.
 
Урындағы халыҡтың эшмәкәрлегенә, кәсептәренә бәйле атамалар.
Әүәле замандарҙа башҡорттарҙың күпселеге натураль хужалыҡ менән йәшәгән. Беҙҙең яҡтарҙа ашлыҡтан күберәк тары, һоло, арыш сәскәндәр. Малдарҙан йылҡы, һарыҡ, һыйыр тотҡандар. Ҡортсолоҡ, солоҡсолоҡ (ҡырағай ҡорттар үрсетеү) - Бөрйән шарттарында киң таралған шөғөл булған. Һунарсылыҡты, балыҡсылыҡты әйтеп тораһы ла түгел, Һәм әлбиттә халыҡтың кәсептәре, эшмәкәрлеге ер - һыу атамаларында сағылыш тапмай ҡалмаған.
Ауылдан Оло юлға сығып барғанда, һулаҡай яҡта Аштыҡ уяһы, Ҡаҙна уяһы
тигән ерҙәрҙә, Ҡаратау башында Ҡаҡсыр яланында (ҡаҡсыр- көлтәне һөйәп ҡуйып киптерә торған ағастан эшләнелгән ҡоролма) тары сәскәндәр. Нөгөш яғында ла Игендек тип аталған ялан бар.Оло юл буйында ятҡан ҙур ғына ялан - Ҡарағайсабын, Ҡаҡсыр эргәһендәге Салиха әбей сабыны- бесән эшләүҙең киң таралыуын аңлата.
Аштыҡ уяһынан алыҫ
түгел, Андыҙ яланына
сыҡҡан ерҙә Ишбулды баҙы тигән бәләкәй генә яланда Ишбулды олатай дегет ҡайнатҡан. Темәс баҙарына алып барып һаты, көн күргән. Ошо урындан алыҫ
түгел Янған ҡыуыш тигән ерҙә иген урыусылар
ҡыуыш ҡороп, йәшәгән. Игенде һаҡлау өсөн, ырҙын да
төҙөгәндәр. Этаяҡ юлындағыюСусҡа Этаяғында һуғыш осоронда һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙа сусҡа
аҫырағандар. Аралбайҙы үткәс, Бейгилде яланына ҡаршы Ҡыусолоҡ яланы, ауыл яғындараҡ Ауғансолоҡ тигән ерҙәр - солоҡсолоҡтоң киң таралған булыуына бәйле. Ә һунарсылыҡ шөғөлөнә дәлил булып, Нөгөш яғындағы Айыуатҡан яланы
тора.
Айыуҙы йылғаһындағы Тирмән быуаһы - бында ҡасандыр тирмән булыуын һөйләй. Ауыл кешеләре, хатта балалвр ҙа кеме тоҡ менән йөкләп, . Кеме биҙрә менән, тирмәнгә он тарттырырға йөрөгәндәр.
1915 йылғы ҡәйнәм Сәғитова Ғәйниямал Ишбулды ҡыҙынан яҙып алғайным.
Насима Сагитова https://vk.com/topic-36676061_46528914