Бөрйән районы Яңы Монасип ауылы тирәһендәге ер-һыу атамалары.: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
{{coord-simple|53|14|10|N|57|32|37|E|}}
<div class="text">
{{poemx|Яңы Монасип ауылы тирәһендәге ер-һыу атамалары|
Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан Яңы Монасип ауылын ситтән килгәндәр "Соҡор эсендә ултырған кеүек", — тип әйтәләр, сөнки ауылды тирә-яҡтан матур текә тауҙар уратып алған.
 
Юл 74 ⟶ 77:
 
Беҙҙең Яңы Монасип ауылынан 8 км алыҫлыҡта Оло юл буйында Бейгилде яланы бар. Күҫәк батыр Ҡарағөләмбәтте, Ҡара һыйырға атландырып, Ҡыпсаҡ яғына алып китеп барғанда, ошо яланда өс көнгә ялға туҡтайҙар. Тәрән генә соҡор ҡаҙып, Ҡарағөләмбәтте шунда төшөрөп ултырталар. Өс көн байтаҡ ҡына ваҡыт, бахыр әсиргә тышҡа сығырға тура килә.Ҡарағөләмбәт еҫенә түҙмәй, ярауын соҡорҙан алып һелтәй. Быны белеп ҡалған Күҫәк бей "Еремде бысратма,- тип, үгәй атаһына, оло ярауын, Бөрйән ере яғына ҡарай сорғоттора (сорғотоу- алыҫҡа ташлау) . Ошо ваҡиғанан һуң был яланды Бейгилде яланы, ә йылғаһын Буҡсорға йылғаһы тип атай башлағандар. Был ике топонимик атама һуңғы ваҡыттарҙа үҙгәреп бара. Бейгилде яланында оҙаҡ йылдар колхоздың ҡымыҙ етештереү фермаһы булды, шуға яланды Ҡымыҙный тип әйтә башланылар, шулай уңайлы бит инде, юлдан кеше күп йөрөй, ҡымыҙ һатып ала, Ә бына йылға исемен яңғырашы ҡолаҡҡа насарыраҡ булғанлыҡтан , Уҡсорғаға әйләнгән.Хатта карталарҙа шулай тип билдәләйҙәр.Уҡты белеүегеҙсә, сорғап булмай, атып йә ергә ташлап ҡына була.Ошо ике тарихи атама исемдәрен дөрөҫ ҡулланыу -бурысыбыҙ , тип гел аңлатыу эшен алып барам.
|1923 йылғы Әмирханова Өмөгөлсөм Мостафа ҡыҙынан яҙвп алдым.}}
{{poemx|Тарихи атамалар.|
Ауылдан 7 км алыҫлыҡта Оло юл буйында ҙур ғына яланды Аралбай яланы тиҙәр.Үткән быуаттың 70-се йылдарына тиклем бында ошондай исемле ауыл булды. Перспективаһыҙ ауылдар исемлегенә индерелеп, ауыл бөтөрөлдө. Аралбайҙарҙың байтағы Яңы Монасипҡа, байтағы район үҙәгенә һәм башҡа яҡтарға күсенде. Ике быуаттан ашыу данлы һәм шанлы тарихы булған ауыл, бер-нисә йыл эсендә юҡҡа сыҡты. Боһондо йылғаһы буйында
 
Тимерҙәр нигеҙ һала ауылға, тәүҙә утар ғына була, унан яйлап халыҡ күбәйә. 1834 йылда зауряд есаул Аралбай Мөхәмәтов исеме менән ауыл статусын ала. Идара итеүҙең кантонлыҡ системаһы мәлендә Аралбай 11 йорт (команда) һаналып, уға Яңы һәм Иҫке Монасип, Байғаҙы, Бикташ, Исламбай, Тимер ауылдары ҡараған.Ун һинеҙ йәше тулған ир -егеттәр хәрбиҙәр рәтенә күсерелеп, Урал йылғаһы буйлап, Рәсәйҙең Ҡаҙағстан менән сиген һаҡлағандар, Рәсәй алып барған һуғыштарҙа ҡатнашҡандар. Хеҙмәт башҡорттарҙың үҫ иҫәбенә барған.
 
Граждандар һуғышы осоронда Аралбайға Нөгөш йылғаһы буйынан, Нөгөш ауылы кешеләре кешеләре күсенә, ауыл ҙурайыуға бара. Әммә йот йылында халыҡ ныҡ ҡырыла. Ас кешеләрҙең мәрхүм булғандарҙы ерләргә лә хәлдәренән килмәй. Ғаиләһе менән үлеп ҡалған берәүҙең өйөнә, соланына мәйеттәрҙе һалып баралар. Яҙ еткәс кенә, зыяратҡа ла алып барып еткерә алмай, Боһондо йылғаһын аша сығарып, юлдан саҡ ҡына түбәндә, дөйөм бер ҡәбергә ерләп ҡуялар. "Йот йылында үлгәндәр ҡәбере" тип атағандар һуңынан был ерҙе.
Ғәлийән үҙәге тигән үҙәктә, Совет власына ҡаршы сығып, кешеләрҙе талап йөрөүсе банда башлығын юҡ иткәндәр.
|1923 йылғы Әмирханова Өмөгөлсөм Мостафа ҡыҙынан яҙып алдым}}
 
{{poemx|Тарихи атамалар.|
Ауылдан 7 км алыҫлыҡта Оло юл буйында ҙур ғына яланды Аралбай яланы тиҙәр.Үткән быуаттың 70-се йылдарына тиклем бында ошондай исемле ауыл булды. Перспективаһыҙ ауылдар исемлегенә индерелеп, ауыл бөтөрөлдө. Аралбайҙарҙың байтағы Яңы Монасипҡа, байтағы район үҙәгенә һәм башҡа яҡтарға күсенде. Ике быуаттан ашыу данлы һәм шанлы тарихы булған ауыл, бер-нисә йыл эсендә юҡҡа сыҡты. Боһондо йылғаһы буйында/
 
Тимерҙәр нигеҙ һала ауылға, тәүҙә утар ғына була, унан яйлап халыҡ күбәйә. 1834 йылда зауряд есаул Аралбай Мөхәмәтов исеме менән ауыл статусын ала. Идара итеүҙең кантонлыҡ системаһы мәлендә Аралбай 11 йорт (команда) һаналып, уға Яңы һәм Иҫке Монасип, Байғаҙы, Бикташ, Исламбай, Тимер ауылдары ҡараған.Ун һинеҙ йәше тулған ир -егеттәр хәрбиҙәр рәтенә күсерелеп, Урал йылғаһы буйлап, Рәсәйҙең Ҡаҙағстан менән сиген һаҡлағандар, Рәсәй алып барған һуғыштарҙа ҡатнашҡандар. Хеҙмәт башҡорттарҙың үҫ иҫәбенә барған.
Граждандар һуғышы осоронда Аралбайға Нөгөш йылғаһы буйынан, Нөгөш ауылы кешеләре кешеләре күсенә, ауыл ҙурайыуға бара. Әммә йот йылында халыҡ ныҡ ҡырыла. Ас кешеләрҙең мәрхүм булғандарҙы ерләргә лә хәлдәренән килмәй. Ғаиләһе менән үлеп ҡалған берәүҙең өйөнә, соланына мәйеттәрҙе һалып баралар. Яҙ еткәс кенә, зыяратҡа ла алып барып еткерә алмай, Боһондо йылғаһын аша сығарып, юлдан саҡ ҡына түбәндә, дөйөм бер ҡәбергә ерләп ҡуялар. "Йот йылында үлгәндәр ҡәбере" тип атағандар һуңынан был ерҙе.
Ғәлийән үҙәге тигән үҙәктә, Совет власына ҡаршы сығып, кешеләрҙе талап йөрөүсе банда башлығын юҡ иткәндәр.
 
1923 йылғы Әмирханова Өмөгөлсөм Мостафа ҡыҙынан яҙып алдым. Граждандар һуғышы осоронда булған ҡанлы фажиғә эҙемтәһе был ерҙең атамаһы.
Аралбай тураһындағы яҙмамда Совет власын ҡабул итмәгәндәрҙең , Иҫке Мөсәт ауылы кешеһе Ғәлийән исемле кешенең отрядына ойошоп, советтарға ҡаршы һуғыш башлап, ауылдарҙы талап, кешеләрҙе үлтереүҙәре, Ғәлийән отрядына ҡаршы һуғышыу өсөн Әүжәндән ҡыҙылдар килеп, Аралбайҙа Ғәлийәндең атып үлтерелеүен яҙғайным. Ғәлийән отрядының ҡалдығы Юрматы яғына ҡаса. Баймаҡтан башҡорт ғәскәрҙәре ярҙамы менән тағы был яҡтарға килеп Әүжән ҡыҙылармеецтары менән Ҡурғашлы
Юл 93 ⟶ 101:
ҡулға алына. Йәғәфәров Ниғәмәт апаның яҙыуы буйынса 80 -ләгән кеше. Ундай кешене ҡулға төшөргәстәр, отряд көслө булғандыр тип фаразларға ҡала.
Әсирҙәрҙе Яңы Монасип ауылына алып киләләр. Ауыл ҡарттарын йыйып, уларҙың алдында һалдаттарҙы мәсхәрәләйҙәр, туҡмайҙар, итектәрен , өҫ кейемдәрен систереп алалар. Был хәл- ваҡиғалар 1919 й декабрь айында булған. Ауыл ҡарттары һалдаттарҙы ныҡ яҡлашҡас, уларҙың үҙҙәрен дә ҡамсы менән һуҡтыралар, нишләп улар һеҙгә ҡәҙерле, беҙ дошманмы, тип . Хатта ҡулдарын бәйләп атырға булғандар. Кешеләр ныҡ илашҡас ҡына, уларҙы ебәргәндәр. Икенсе көнө әсирҙәрҙе Тимер яғына алып китеп, Мәйгәште йылғаһы буйында бер тауҙа атҡандар.
Шул урынды Үлектәр арҡаһы тигәндәр. Арҡа тип топономика телендә тау һыртына әйтәләр.|}}
 
{{poemx|Урындағы халыҡтың эшмәкәрлегенә, кәсептәренә бәйле атамалар.|
Әүәле замандарҙа башҡорттарҙың күпселеге натураль хужалыҡ менән йәшәгән. Беҙҙең яҡтарҙа ашлыҡтан күберәк тары, һоло, арыш сәскәндәр. Малдарҙан йылҡы, һарыҡ, һыйыр тотҡандар. Ҡортсолоҡ, солоҡсолоҡ (ҡырағай ҡорттар үрсетеү) - Бөрйән шарттарында киң таралған шөғөл булған. Һунарсылыҡты, балыҡсылыҡты әйтеп тораһы ла түгел, Һәм әлбиттә халыҡтың кәсептәре, эшмәкәрлеге ер - һыу атамаларында сағылыш тапмай ҡалмаған.
 
Ауылдан Оло юлға сығып барғанда, һулаҡай яҡта Аштыҡ уяһы, Ҡаҙна уяһы
тигән ерҙәрҙә, Ҡаратау башында Ҡаҡсыр яланында (ҡаҡсыр- көлтәне һөйәп ҡуйып киптерә торған ағастан эшләнелгән ҡоролма) тары сәскәндәр. Нөгөш яғында ла Игендек тип аталған ялан бар.Оло юл буйында ятҡан ҙур ғына ялан - Ҡарағайсабын, Ҡаҡсыр эргәһендәге Салиха әбей сабыны- бесән эшләүҙең киң таралыуын аңлата.
Юл 107 ⟶ 116:
аҫырағандар. Аралбайҙы үткәс, Бейгилде яланына ҡаршы Ҡыусолоҡ яланы, ауыл яғындараҡ Ауғансолоҡ тигән ерҙәр - солоҡсолоҡтоң киң таралған булыуына бәйле. Ә һунарсылыҡ шөғөлөнә дәлил булып, Нөгөш яғындағы Айыуатҡан яланы
тора.
 
Айыуҙы йылғаһындағы Тирмән быуаһы - бында ҡасандыр тирмән булыуын һөйләй. Ауыл кешеләре, хатта балалвр ҙа кеме тоҡ менән йөкләп, . Кеме биҙрә менән, тирмәнгә он тарттырырға йөрөгәндәр.
1915 йылғы ҡәйнәм Сәғитова Ғәйниямал Ишбулды ҡыҙынан яҙып алғайным.
Юл 119 ⟶ 129:
Нөгөш яғына барған
Ауылдан 4- 5км алыҫлыҡта, Оло юл буйлап Иһәнәй, Андыҙ, Ҡарағай сабын яландары ята. Иһәнәйҙең исемен асыҡлай алманым.
Андыҙ яланында әүәле андыҙ ( дарыу үләне) күп үҫкән. Ҡарағайсабындың исеме үҙе үк әйтеп тора.

Нөгөш яғында
Суҡраҡты яланы бар.
Батҡаҡ ергә йә батҡаҡ ер тапалып, киҫәк- киҫәк булып ҡатҡан тупраҡты шулай әйтәләр.
Юл 127 ⟶ 139:
Ҡаҙна уяһы, Ашлыҡ уяһы тигән ерҙәр бар ( тары сәскәндәр).
Унан юл аша уң яҡта урман эсендә түңәрәк кенә Туҡалбаш яланы. Үҙәгенән уң яҡҡа аҫҡа
төшһәң , Һыуыҡҡолаҡҡа килеп сығаһың ."Ҡолаҡ" тип сабынлыҡтың урман эсенә инеп торған өлөшөнә әйткәндәр. Бында ошондай уҡ исемле һалҡын һыулы йылғаһы ла бар. Ул бер саҡрымдай ер үтеп, Айыуҙы йылғаһына барып ҡушыла. Был йылға буйы ҡуйы әрәмә.|}}
Ҡыҙҙарҙы айыу ашаған ер
 
{{poemx|Ҡыҙҙарҙы айыу ашаған ер|
Эйе, ошондай исемле ер ҙә бар беҙҙә. Оло юлға сыҡҡанда, һулға Кепескә киткән юл менән уңға Туҡалбашҡа боролған юл араһында. Был атаманың килеп сығыуы 1950 йылдың көҙөндәге фажиғәле ваҡиғаларға бәйле.
Беҙҙең яҡтарға ниндәйҙер ҡоторған айыу килеп сыға һәм ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бер- нисә кешенен башына етә.
Һарағы менән Һарғая ауылдары араһындағы Бертыш тигән яланда төрлө ауылдарҙан йыйылған сайырсылар ялға туҡтай. Фажиғәле ваҡиға яландың үрге ситендә, урман ҡырында булған.Бер төркөм ҡыҙҙар ял итергә ултырғандар. Ҡапыл айыу килеп сыға. Янһары ауылы ҡыҙы( (исеме Өммөхаятмы, Өмөкамалмы онотҡанмын) ҡурҡып, тороп , ҡаса башлай һәм айыу уны баҫтырып, тотоп ала . Кешеләр күмәкләшеп һөрәнләшеп, ут яҡтыртып, килеп етһәләр ҙә, ҡыҙҙы ҡотҡара алмағандар.
 
Нәби ауылынан Ҡалынҡарағай тигән ерҙә һарыҡ көтөп йөрөгән Ғылмияза тигән ҡатын һәм уның 12 йәшлек улы Булат эргәһенә килеп сыға. Айыуҙы күреп ҡалған әсә, балаһын эргәләге ҡайын ағасына башына менергә ҡушып, үҙе ҡуйы ғына тал ағасына үрмәләй. Бала, аяғы тайыпмы, ағастың ботаҡтары әҙ буламы, менеп өлгөрмәй.
Үлемесле яраларҙан Булат терелә алмай.
 
Колхоздың Һаҫыҡ тигән ерҙә һарыҡ фермаһы булған. Һарт ауылынан өс ҡыҙ һарыҡ көтөп ятҡандар. Бер көн таң менән ике ҡыҙ, Маһинур тигәненә әйтмәй генә, 20 км ҙай ерҙән, ауылға ҡайтырға сығалар. Күпмелер ваҡыттан ипптәштәренең юҡлығын белеп ҡалғас, ул да , ҡыҙҙарҙың артынан ҡайтырға сыға. Баяғы урынға килеп еткәс, шашҡан айыуҙың ҡыҙҙарҙы туҡмап- талап йөрөүенә тап була ул . Айыу уны күрмәй, бәхетенә. Йүгереп, ауылға ҡайтып, кешеләргә әйтә. Кем һыбай, кем арба менән ирҙәр фажиғә урынына саба . Кешеләр килгәндә, айыу киткән була. Ныҡ ҡына туҡмалып, әхәздәнгән ҡыҙҙарҙы ҡотҡара алмайҙар.
Айыуҙы һунарсылар атып, ҡырҙан
һалдаттар саҡыртҡандар
тип тә әйтә торғандар ине.|
( Информаторҙар Сәғитова Ғ.И.,( 1915-1996)
Һарағы ауылынан Фәйзуллин Мөнир, 1956 йылғы
Насима Сагитова https://vk.com/topic-36676061_46528914}}
[[Категория:Бөрйән районы Яңы Монасип ауылы]]
[[Категория:Бөрйән районы топонимикаһы]]