Ҡоръятмаҫ ауылы топонимдәре — версиялар араһындағы айырма

Биттең эстәлеге "{{delete}}" менән алыштырылған
Нет описания правки
(Биттең эстәлеге "{{delete}}" менән алыштырылған)
Тамғалар: замена

{{delete}}

{{geo|54.2421|54.565|map=city|zoom=14}}
== Ҡоръятмаҫ ауылы топонимдары ==
'''Ҡоръятмаҫ''' — Дәүләкән районындағы иң ҙур һәм боронғо ауылдарҙың береһе. Хәҙерге ваҡытта ҡулъяҙмалар һәм боронғо китап баҫмалары һаҡланған бүлектә 12 ауыл тарихының ҡулъяҙмаһы бар. Шулар араһында Ҡоръятмаҫ аыулының тарихы 90 йәшлек Зиннәтуллин Хайрулла тарафынан яҙылған<ref>Ф. Г. Хисаметдинова. Башкирская ойкономия. XVI—XIXвв. Уфа-1991 й.</ref>. Был яҙмала 1664 йылда хәҙерге Шишмә районы Ябалаҡлы ауылынан 4 бер туған Аҙнағол, Мерәҫ, Вәхит һәм Әлмөхәмәт Тимеровтар күсеп килгән, тип бәйән ителә. Ауыл 1795-се йылдарҙа ғына документтарҙа күренә башлай. Ауылдың боронғо ауыл икәнен дәлилләүсе ер-һыу атамаларына иғтибар итергә кәрәктер.

{{Өҙөмтә
| Выравнивание = right
| Ширина = 210px
| Фон = #3FFF00
| Заголовок =[[File:Wikipedia-logo-ba.png|35px]] [[w:Ҡоръятмаҫ|Ҡоръятмаҫ]]
| Заголовок снизу = 1
| Содержание = '''Википедияла'''

=== Тау-урман, ялан-ҡырҙар исемдәре ===
Ауыл тау-урмандар менән уратылған ышыҡ урында ултыра. Ауылды уртаға бүлеп, [[Өйҙөрәк]] йылғаһы аға, Бәләбәй ҡалҡыулығынан көньяҡ-көнбайыштан ауылдан 4-5 км алыҫлыҡта башланып, [[Шөңгәккүл]] ауылы тирәһендә [[Дим]] йығаһына ҡушыла.

'''Өйҙөрәк''' һүҙе өйәрләнеп һүҙенең фонетик үҙгәреше тип, фаразларға мөмкинлек бирә. Йылға ҡуйы урман менән ҡапланған тау битләүенән башланыу сәбәпле, ҡар, ямғыр һыуҙары менән шәп ағымлы йылға, Дим-Ҡариҙел һөйләшендә өйҙөрәп-өйҙәрәп ағыу ихтимал.
Өйәр — йылға булып шаулап, сылтырап аҡҡан ҡар йәки ямғыр һыуҙары<ref>Башҡорт теленең һүҙлеге .II том. Мәскәү.Руский язык.1993 й. 70 -се бит</ref>.

'''Янлыҡ''' — ауылдың көньяҡ урман менән ҡапланған тау үре. Намаҙ уҡығанда, мал салғанда ҡибланы шул йүнәлештә билдәләгәндәр. Янлыҡ — ян яһар өсөн бөгәргә ярай торған ағастар үҫкән урындыр тип фаразлау дөрөҫтөр. Ауылдың өлкән кешеләре лә был топонимаканың килеп сығышын аңлата алмайҙар ине, сөнки ян һүҙе ҡулланыштан төшөп ҡалған.

Ян — уҡ атыу өсөн бөгөп кереш тартҡан уҡ атыу ҡоралы<ref> Башҡорт теленең һүҙлеге. Мәскәү.Русский язык II том.1993 й.92 -се бит</ref>.

Тимәк, ян һәм һүҙ яһаусы ялғау -лыҡ. Барлыҡҡа килгән — янлыҡ, ян эшләр өсөн ағас күп үҫкән урын. Ағастарҙан бөгөү өсөн иң уңайлы ағас йыла һаналған.Һөйләштә -Янныҡ - лыҡ ялғауы урынына-ныҡ,утынныҡ.бесәннек.

'''Урҡар''' исемле тауҙар исеменең килеп сығышын фаразлау.

Ур - тәрән итеп ҡаҙылған тар, оҙон соҡор.<ref>Башҡорт теленең һүҙлеге. II том. Мәскәү.Русский язык.1993 й. 476- сы бит </ref> Ысынлап та, тауҙар бер-береһенән соҡорҙар менән айырылып тора. Йәнә тағы урғыл һүҙе бар.

Урғыл — ваҡ-ваҡ ҡалҡыулығы булған, соҡор-саҡырлы, урғыл ер<ref> Башҡорт теленең һүҙлеге. II том. Мәскәү.Русский язык.1993 й. 477-се бит</ref>. Шулай булғас, ҡар оҙаҡ иремәй ятҡан өсөн түгел был атама, ә ландшафтҡа бәйләп аталалыр. Урындағы халыҡ урҡар — дөрөҫ әйтелеш урғар тип һөйләргә мөмкин.

'''Сыпай''' яланы бар. Был урын һаҙлыҡлыраҡ урын булған, хәҙер уның батҡылыҡлы урыны бер урында ғына ҡалған. Сыпый һүҙе диалекттарҙа ҡулланыла.

Сыпый — диалектта бысый. Сыпый күҙ<ref>Башҡорт теленең һүҙлеге Мәскәү.Русский язык.1993 й. 265- се бит </ref> Бысҡылдыҡ.. Сыпый — сыпай бер мәғәнәле һүҙҙәр тигәнгә нигеҙ бар.

'''Томтаҡ'''- урман эсе. Был урында Өйҙөрәк йылғаһың киңәйеп киткән лапылы урыны. Томтоҡ — диалектта төпөш. Томтоҡ кеше.<ref>Башҡорт теленең һүҙлеге II том. Мәскәү.Русский язык.1993 й. 368 -се бит </ref> Урындағы халыҡ томтоҡто-томтаҡ тип атарға мөмкин. Томтаҡ тип аталған урындың исеме есеменә тура килә, тигән һығымтаға яһарға дәлил бар.

'''Өҫҡонаяҙ'''
Тағы ла бер баҫыу атамаһына фараз итеү
Асылыкүл янында Өҫҡонаяҙ тигән баҫыу яланы бар.Ғәлимйән Шәйәхмәтов ағай үҙенең "Наши исторические корни "тигән эҙләнеү яҙмаларында Өҫҡонаяҙ.ӨСҠАЙЫН тип асыҡлап ҡуя.Р.Шәкүр в своей книге "Свидельствуют имена" отводит 9 страниц топонимике,истории,этнографии местностей вокруг озера Асылыкүль,тип яҙа Ғәлимйән ағай.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы,мин был китап менән таныш түгел,киләсәккә ҡалдырам.Профессор һәм яҙыусы Р.Шәкүр нисек фаразлағандыр.Мин Өсҡайын тип аңлатма биреү менән килешмәйем.Ни өсөн?Рифма яңғырашҡа ҡарап һүҙҙе бер мәғәнәле яһау килеп сыҡҡан Мәғәнәне төптән эҙләү кәрәктер.Өҫҡонаяҙ. Һүҙҙең тамыры -ҡон- Ҡон нимә аңлата? Ҡон - 1. үлтерелгән кеше өсөн яуап итеп түгелгән ҡан йәки түләтелгән хаҡ.2.Бер төрлө насарлыҡҡа йәки яманлыҡҡа ҡайтарылған үс..3.Кеше иҫәбенә .кеше көсөнә үҙләштерелгән хаҡ. (Башҡорт теленең һүҙлеге.I том. Мәскәү.Русский язык.1993 й. 675 -се бит)Минеңсә, өс ҡон өсөн яҙылған,түләтелгән хаҡ (БЫЛ ОСРАҠТА ЕР) .Беҙҙең һөйләшкә тура килә-ӨҪ-өс.Һүҙҙең мәғәнәһе беҙ белмәгән тарих төпкөлөндә ята

'''Көйөк'''
Беҙҙең ауылда Үргеос йәки Бикташ-хәҙерге исеме Ленин урамы( был мин үҫкән урам) яғында,Өйҙөрәк йылғаһын аша сығып уйнай торған урман алды -Көйөк тигән асыҡлыҡ -бәләкәй аҡлан бар ине.Беҙ унда йәй буйы уйнайбыҙ,еләк йыя торғайныҡ.Урманға -Көйөккә эскәрәк инеп көҙөн сәтләүек,мәмешкәк(боярышник ) йыя торғайныҡ. Мәмешкәк һап-һары иҙелеп бешә ине,туйғансы ашап.аҙаҡ йомарлап ҙур-ҙур туптар яһай инек. Сәтләүекте тиреп мейес башында киптереп.байрам көндәрендә һыйланырға тоҡсайға һалып тегеп( һәр беребеҙҙең айырым) алып ҡуя инек. Хәҙер беҙҙең пыр туҙып уйнаған.кистәрен һыйыр көткән Көйөк алды (йәки ауыҙы ла ти торғайнылар)бейек ағастар менән ҡапланған. Ни өсөн был урман Көйөк?Был исем ауылдың боронғолоғон тағы ла иҫбатлаусы бер дәлил. Борон урманды киҫеп,(кәрәкле ағасын ,бәлки,хужалыҡ өсөн ҡалдырғандарҙыр) яндырғандар.Шулай итеп,сәсеүлек майҙаны яһағандар Бындай урындарҙы башҡорттар көйөк,ә урыҫтар ляд (подсечно-огневое земледелие) тип йөрөткәндәр.Был ябай,боронғо ер эшкәртеү ысулы булған.Ундай ер бер нисә йыл уңыш биргән.Артабан тағы ла урманды киҫеп-яндырып сәсеүлек яһағандар.Бына ҡайҙан килә икән был исем -Көйөк.

'''Әкеш'''

Был исем менән Дәүләкән районы ауылдарынының байтаҡ тау-яландары йөрөтөлә.Ҡоръятмаҫта ялан( бесәнлек ) Асылыкүл буйында элек кантун ваҡытында бер ихтилалда
ҡатнашҡаны өсөн күп йылдар Әкеш (русса исеме – Апуш)
исемле кешене эҙәрләгәндәр.
Ул үҙе тауҙарҙа землянка яһап, шунда йәшәгән, иптәштәре
менән урыҫ ғәскәрҙәренә ҡапыл килеп сығып һөжүм иткән.
Быны Асылыкүл, Дим буйында белмәгән кеше булмаған.
Уға бәйле Асылыкүл буйында 6-7 исем бар: Сөйәрғол Әкеше,
Мерәҫ Әкеше, Сурай Әкеше, Ҡотло Әкеше, Емерек Әкеше,
Йүкә аҫты Әкеше.
Ошо кеше иптәштәре менән бесән ваҡытында кешеләргә ярҙам итеп йөрөгән. Ә ул ҡасып
йәшәгән тау,яландар Әкеш исеме менән йөрөтөлә. Әкеш ул ҡасҡындарҙың
етәксеһе булған.

'''Василий соҡоро'''
Архив белешмәләре буйынса 1896 йылда Ҡоръятмаҫ ауылында 5 һыу тирмәне булған.Кәждәй( Каждаево Миәкә районында булырға тейеш шикелле) ауылынан Архипов Василий (мордва) береһенен арендаға алған булған.Тирмән йылына 50 көн эшләгән.Ул Бикәғарағы йылғаһының башланған еренән түбәндәрәк урынлашҡан .Элек был ер асыҡ аҡлан булған.Хәҙер был урынға ҡарағай ағастары ултыртылған,йөрөр юлдар ҙа бикләнеп бөткән.Ә тирмәндең ҙур ташы иҫән.Тирмәнсе Василийҙың исеме беҙҙең ерҙә-Василий соҡоро булып йәшәй.

'''Гөлбикә шишмәһе'''
Асылыкүл буйында урынлашҡан Яңы Тормош ауылында,балаларҙың ял итеү лагерына күтәрелгән юлда, бер шишмә бар.Шишмәне халыҡ "Гөлбикә шишмәһе" тип йөрөтә.Яңы Тормош ауылында тыуып үҫкән Гөлфиә Закарина апай мин был турала һорашҡас,йылмайып: "Гөлбикә минең инәйем (әсәйем)бит ул,ти.Атайым менән инәйем ошо шишмә янында.ситәндән өй һалып,мал-тыуар аҫырап донъя көткәндәр.Эргәлә генә тау-таш араһынан һарҡып шишмә сыҡҡан.Эсер һыуҙы шул шишмәнән алып,уны ҡарап.таҙартып торғандар.Ауыл халҡы ла ошо шишмәгә һыуға йөрөгән.Халыҡ тәүҙә Гөлбикәләр янындағы шишмә тип йөрөткән,аҙаҡ Гөлбикә шишмәһе булып китте". Хәҙерге көндә шишмә Асылыкүлддең бер йәме булып тора.Гөлбикә шишмәһе матур итеп уратылған,урғылып сығып,Асылыкүлгә йүгерә.Ял итеүселәрҙе тәмле ,шифалы һыуы менән ҡунаҡ итә.Тимәк,ер-һыу атамаларында кешенең исеме ябай ғына булған хеҙмәте өсөн дә мәңгеләшергә мөмкин икән.

'''Тимер тырнаҡ'''
Элек Ҡоръятмаҫ ауылында һәр бер башҡорт
ауылындағы кеүек, йәшерен, урман-тау араларында
тимерлектәре булған. Был тимерлектәрҙе бер кеше лә белергә
тейеш булмаған, ауыл старшина-түрәләре һәм ышаныслы
кешеләре генә белгән. Сөнки аҡ батша тимерлектәрҙе асҡан
башҡорт ауылдарына күп һалым һалған һәм хөкүмәт
күҙәтеүе аҫтында ғына эшләргә рөхсәт ителгән. Элек
Ҡоръятмаҫта Шәрифйән исемле оҫта тимерсе булған,
уның үҙенең сабынлыҡтары, мал көтөү урындары булған.
Тимерлектә көнкүреш яраҡтарынан башҡа, һуғыш
ҡоралдары, ҡылыс, хәнйәр, ҡалҡан, уҡ баштары, һөңгө, өҙәңге
кеүек әйберҙәр эшләнгән. Был ҡоралдар йәшереп тотолоп,
кәрәк ваҡытта халыҡҡа таратып бирелер булған.
Беҙҙең Тимер тырнаҡ аҡланы ошо тарихты һөйләй.

'''Бикә ҡарағы'''
Был йылға Һыңар тәртә( хәҙерге исеме Спутник ауылға 1996 йылда газ керткәндә ҡушылған исем)урамы буйлап аға, шуның өсөн урамда өйҙәр бер яҡлап ҡына урынлашҡан.Урамдың исеме лә ошо бер яҡлы булғанға бәйле.Бикә түбәһе менән Бикә ҡарағы йылғаһы бер кешегә ҡарата булған исем булыуын дәлилләйем.Был атамалар бер-береһенән алыҫ түгел, һәм юҡҡа ғына ер-һыуға исем бирелмәй. Аҫылыкүл буйында Бикә түбәһе исемле ер бар. Элек-әүәл
ошо тирәләге башҡорт ауылдарының береһендә атта етеҙ
һыбай сапҡан, уҡ-һөңгө менән яҡшы ҡулланып төҙ атҡан
Бикә исемле ҡатын була.
Был ҡатын ир-егеттәр менән бер сафта, арыу-талыу
белмәйенсә, дошмандарға ҡаршы яуға саба, әммә бер алышта
бик ҡаты яраланып, вафат була. Бикәне ире бик ныҡ яратҡан
була: ҡатынымдың һөйәге сит-ят ерҙәрҙә ятмаһын тип,
яуҙаштары менән Асылыкүл буйына алып ҡайта. Шундағы
бейек ҡалҡыулыҡта уны ҡәҙерләп ерләйҙәр. Ошо көндән алып
был тауҙы Бикә түбәһе тип атайҙар. Еләк йыйырға барғанда
һәр ваҡыт оло кешеләр был ҡәбер янына туҡтап, ҡөръән
уҡып, хәйер һалыр булғандар. Ҡәбере элегерәк билгеле ине,
хәҙер ташы ергә һеңеп, селектәр менән ҡапланып бөткән,тип һөйләгән Хузиев Мөлөкәмән.Ошо һөйләнгәндәргә нигеҙләнеп,Ҡоръятмаҫтағы Бикә ҡарағы йылғаһы тап шул дан бисә Бикә хөрмәтенә йөрөтөләлер.Мин ни өсөн ҡараҡ тип атала, тип аптырай инем. 1.Ҡараҡ-кеше малын урлау менән шөғөлләнгән кеше,бур.2.Ҡараҡ (иҫкесә)Батша иҙгенлегегә ҡаршы баш күтәргән халыҡ көрәшсеһенә кәмһетеп әйтелә. (Башҡорт теленең һүҙлеге/ I том.Мәскәү Русский язык.1993 й.638 -се бит)Тимәк,Бикә ошо йылға тирәһендә йәшәгән,йә булмаһа ниндәйҙер ваҡиға уртаһында булған,һәр хәлдә был йылға аҡҡан ергә Бикәнең мөнәсәбәте бар.Бикә- халыҡ көрәшсеһе,дан бисә,тау түбәләстәре,йылға-һыуҙар уға хәтер таштары.

'''Балҡантау'''Балҡантау
Мин бәләкәй саҡтан уҡ был тау тураһында ишетеп үҫтем Беҙҙең төбәктә ижад ителгән "Заятүләк менән Һыуһылыу"иртәген инәйем беҙгә ысын булған хәл,тип ышандырып һөйләй ине.Һәр эпос.минеңсә,аҙмы- күпме ысынбарлыҡҡа нигеҙләнеп ижад ителгән.
(Балҡантау Асылыкүл янында тигән белешмәне википедияла мин төҙәттем.Балҡантау Асылыкүлдән 30 км тирәһе бар.урап барһаң 40 км."Заятүләк менән Һыуһылыуҙы" инәйем күлдән 40 км. алыҫлыҡта ятҡан Балҡантауҙа күмелгәндәр, тип һөйләй ине.)
Ә Балҡантауҙа ҡәберлек бар.тип халыҡ юҡҡа әйтмәгәндер.Түбәндәге йола шуны иҫбатлай кеүек.
Балҡантауҙың итәгендә ҡәберлек булыуы тураһында элек -әүәлдән һөйләйҙәр. Йәштәр никахҡа ингәндән һуң, ошо тауға
килеп, ҡәбер алдына баш эйеп, вәғәҙә бирешеп, ғүмерҙәренең
һуңғы сәғәттәренә тиклем бергә булырға, тип доға ҡылып,
ҡәбергә тәңкә һалыр булғандар. Шулай эшләгәндәр бәхетле
тормош итерҙәр, мөхәббәтле булырҙар, тигән ырым-йола
йәшәгән.
Ошо тауға менгән яңғыҙ кеше Балҡантау түбәһенә менеп:
“Заятүләк, Һыуһылыу, һеҙ бер-берегеҙҙе яратҡан кеүек минең
һөйгән йәремде күрмәнегеҙме?” – тип, ҡулды маңлай, күҙ
янына ҡуйып, тирә-яҡты урында торған килеш байҡап-ҡарап
сыҡҡандан һуң, уң ҡулды йөрәк тураһына ҡуйып: “Күрһәгеҙ,
һөйгән йәремде минең янға ебәрегеҙ”, – тип әйтер булғандар.
Был тау яһалма тау -ҡурган тип фараз итеүҙәр бар.

'''Завод тауы'''
Ҡоръятмаҫ ауылынан көньяҡ-көнбайышта урман аша үткән юлда ята. Был юлдан Өҫән-Ивановка ауылына (Бәләбәй районына инә) беҙҙең ауылдан баҡыр эшкәртеү һәм спирт заводтарына йөрөп эшләүселәр булған.Тау үрен менгәс, ялан ер башлана. Ни өсөн Завод тауы тип йөрөтөлә? Өҫән был урындан 25 км тирәһе алыҫлыҡта,эшкә ошо үр аша йөрөгәнгәме?Зыяйетдин Мөхәррәмов бабай Хузиев Мөлкәмән Хоҙайәхмәткә ошондай мәғлүмәт бирә:"Ҡоръятмаҫта бәләкәй генә поташ эшкәртеү заводы бар ине"-,ти
.Поташ-(рус.)(ингл.) Бөртөклө онтаҡ рәүешендәге һелтеле матдә (ағас көлөнән хлорлы кальцийҙан алына)(Башҡорт теленең һүҙлеге.II том.Мәскәү.Русский язык.1993 й. 107 -се бит)Поташ ағас көлөнән эшләнгәс.был урын хәҙерге күҙлектән ҡарағанда, завод өсөн иң уңайлы . урындыр.Завод хужаһына килем,файҙа кәрәк.был тирәлә бик күп урыҫ ауылдары бар ине.Урын сауҙа итеү өсөн дә бик уңайлы.Поташ заводы эшләгән,урынлашҡан ер -Завод тауы(үр) исеме алғандыр.

'''Ҡаҙран шишмәһе'''
Ҡоръятмаҫ ауылының төньяҡ-көнбайышында ҡояш сығышына ҡарап Ҡаҙран шишмәһе аға.Ҡаҙран һүҙе нимә аңлата?"Башҡорт теленең һүҙлегендә" был һүҙ юҡ.Был ер ҡояш сәғәте өсөн бик уңай урын.Көтөүселәр ваҡытты таяҡ ҡаҙап ҡуйып,төшкән күләгә буйынса билдәләй инек,тип һөйләйҙәр ине.Бәлки,боронғо кешеләр ҡояш сәғәттәрен ошо урынға ҡороп,һыу атамаһы шунан ҡалғандыр.Сөнки ҡояш сәғәттәрендә кадран тигән инструмент бар.Кадран-өҫтө яҫы тигеҙ предмет(ул тигеҙ ер булырға мөмкин).Тимәк,кадран башҡортса ҡаҙран булып китеүе бик ихтимал.

== Иҫкәрмәләр ==

[[Категория:Дәүләкән районы топонимикаһы]]
[[Категория:Дәүләкән районы Ҡоръятмаҫ ауылы]]
78

үҙгәртеү