Тимер ауылының ер-һыу атамалары: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
конкурсҡа
 
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
{{coord-simple|53|17|39|N|57|32|38|E|}}
Тимер ауылының ер-һыу атамалары
<div class="text">
{{poemx|Тимер ауылының ер-һыу атамалары|
 
Ер-һыу атамаларын йыйыу фән өсөн бик мөһим. Улар фәнни тикшеренеү эштәрен алып барырға нигеҙ, ә ҡайһы бер тарихи факттарҙы дәлилләүҙә төплө материал булып тора. Ер-һыу атамаларының күбеһе, үкенескә ҡаршы, онотолоп, телдән төшөп ҡала бара. Күп атамалар үҙгәртелә, яңы исем менән йөрөй башлай. Тыуған төбәгемдең тарихын, ер-һыу атамаларын тәрәнерәк һәм ентекләберәк өйрәнгән һайын, уға булған һөйөүем арта бара. Ысынлап та, һәр башҡорт ауылы Башҡортостан тарихын сағылдыр¬ған ер-һыу атамаларына ифрат бай. Ер-һыу атамаһы ла Тимер кешеләренең исеменән ҡалған - Ҡалҡаман, Баймырҙа, Ҡалмаҡай, Үҙән, Баҡҡол, Бохмаш, Яңыл аралы, Ҡарағол, Лоҡман соҡоро, Йәнсалай ҡоҙоғо һ.б.. Ә хәҙер улар тураһында мәғлүмәттәрҙе үҙебеҙҙең һөйләш телендә тәҡдим итәм. Тәрәнуй
Юл 13 ⟶ 15:
[Элек аттар өйөр-өйөр булып йөргән. Бер ваҡыт өйөрҙәге бер ат көн һайын ҡара тиргә батып ҡайта баштаған. Был хәл көндә ҡабаттанғас, халыҡ аптырауған. Күмәктәшеп һөйҙәшеп, аттың арҡаһына сайыр һылап ебәргәндәр. Теге ат кисен бүтән аттарҙан ҡалып, арттараҡ ҡайтҡан. Ат өҫтөндә бер шүрәле ҡатыны утырып кигән. Ул, ат һыртына һыланған сайырға йәбешеп, аттан төшәлмаған. “Нисек тә үҙе ысҡыныр әле”, - тип уйҙаған халыҡ. Бер нисә көн үткәс, шүрәле илай баштаған. Уның янына кигән кешеләр, шүрәлене күргәндәр ҙә: “Әй, бисураның йәш балаһы ҡаған икән, ебәрергә кәрәк, гонаһы булыр,” –
тигән ысҡындырғандар. Был һүҙҙәрҙе ишеткәс шүрәле ҡатын сәпәкәй һуғып, ҡыуанған. Майҙап, кәрәсиндәп был ҡатынды төшөрөп ебәргәндәр. “Ҡайһы яҡҡа китер икән?!” – тип ҡыҙығып ҡарап торғандар. Шүрәле Ағиҙел йылғаһы аша сығып, туп-тура үҙәк (уя) буйлап тау башына сығып киткән. Шул уяны “Шүрәле уй” тип йөрөтә башлағандар. Ваҡыт үтеү менән шүрәле һүҙе онтолоп “Шәреле уй” исеме ҡалған. Ҡышҡы, яҙғы ҡар-һыуҙары, йәйге, көҙгө көслө ямғырҙар ошо уянан шәре булып ағып ята, уяның ысын исеме “Шүрәле уй”
Ағиҙел йылғаһы ағымының һул яҡ ярында урынлышҡан.]
|Минигул Язагулова https://vk.com/topic-36676061_46528914?offset=0}}