Һәр урыны тарих һөйләй: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Тамғалар: редактор вики-текста 2017
Тамғалар: редактор вики-текста 2017
95 юл:
Һорау асыҡ ҡала...
 
==ҠОТАН МӘМЕРЙӘҺЕ===
'''Өсөнсө туҡталҡа – Ҡотан мәмерйәһе.'''
 
Ҡотан ауылынан саҡ ҡына өҫтәрәк, Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярында , күккә олғашҡан мәғрүр текә ҡаялар урынлашҡан. Улар урындағы халыҡтың һәм туристарҙың яратҡан ял итеү урыны. Был яҡтарҙың хозурлығы һәм ошо иҫтәлекле урындарға бәйле боронғо легенда күптәрҙең иғтибарын йәлеп итә. Һыу кимәленән 40 метрлыҡ юғарылығта текә ҡаяла барыһына ла киң билдәле мәмерйә бар.
 
Халыҡ уны Антон ҡаяһы тип йөрөтә. Ни өсөн? Ауыҙ-тел ҡомартҡыларына ярашлы , ошо бәләкәй мәмерйәлә изге мосафир Антон йәшәгән. Ул ваҡыттарҙа мәмерйәгә ер аҫтынан юл булыуы билдәле. Хәҙер ул юғалған һәм мәмерйәгә тик махсус ҡорамалдар менән генә менеп була.