Һәр урыны тарих һөйләй: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Тамғалар: редактор вики-текста 2017
Тамғалар: редактор вики-текста 2017
150 юл:
 
Бәйәнем минең ысын!
==Урамдар исемендә - беҙҙең тарих==
'''''Ырғыҙлы ауылы халҡы үҙ тарихы менән ғорурлана. Юҡҡа ғына күп урамдарға ауылдың үткәне менән бәйле тарихи исемдәр ҡушылмағандыр . Был исемдәр иң яҡты тарихи ваҡиғаларҙың һәм ауылдың билдәле кешеләренең иҫтәлеген һаҡларға ярҙам итә.'''''
*Яков Горшенин урамы
*Бәләкәй урам (Белекейка)
*Василий Рылов
*Ҡурсаулыҡ урамы(Заповедная)
*Тыныслыҡ урамы
*Пугачев урамы
*Салавата Юлаева
*Кинйә Арыҫланов урамы
*Иҫке завод урамы
===Иҫке завод урамы===
Ул Ырғыҙлы йылғаһы буйлап һуҙылып китә. Тап ошонда 200 йылдан ашыу элек ҙур Вознесенск заводы урынлашҡан була. Ул 1754 йылда төҙөлә. Бөгөнгө көндә был заводтан бер нәмә лә һаҡланмаған. Тик Иҫке завод тигән исем генә ҡасандыр был урында - Ырғыҙлы быуаһы ярында шаулап эшләп торған ҙур һыу тәгәрмәстәрен, эргәһендә йөҙәрләгән ирекһеҙ эшселәр эшләгән көн-төн дөрләп янған баҡыр иретеү мейестәрен хәтерләтә.
 
Завод тарихы бик ҡыҫҡа ғына. 1774 йылда бында Пугачев ғәскәрҙәренең отряды бәреп инә. Улар заводты баҫып ала, емерә һәм яндыра. Пугачев, ана, ниндәй роль уйнай беҙҙең ауыл тарихында. Юҡҡа ғына уның исеме менән тағы бер урамды атамағандарҙыр.
 
Емельян Пугачевтың яҡын арҡадаштары Кинйә Арыҫланов һәм Салауат Юлаев исемдәре менән тағы ике урам аталған.
 
Урам исемдәрендә шулай уҡ 20 быуаттың билдәле кешеләренең исемдәре һаҡланған.
 
=== Василий Рылов урамы ===
Кем ул Василий Рылов? Василий Аркадьевич мәктәп уҡытыусыһы булған, уны балалар бик яратҡан. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ул фронтҡа китә. Уға һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙмай, һәләк була. Ә исеме халыҡ күңелендә һаман йәшәй.
===Горшенин Яков Иванович===
Шулай уҡ һуғыш яландарында ятып ҡалған ауылдашыбыҙ Горшенин Яков Иванович исеме менән аталған урам бар. Ул 30-сы йылдарҙа Пугачев исемендәге колхозда рәйес булып эшләгән.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 98 ауылдашыбыҙ фронтҡа юлланған. Уларҙың 41-енә генә тыуған яҡтарына ҡайтырға насип булған. Тарихыбыҙҙың данлы биттәрен хәтерҙә һаҡлау бик мөһим.
 
''' Гүзәл ХӘКИМОВА'''