Иҫке Собханғол ауылының барлыҡҡа килеүе: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"'''Иҫке Собханғол'''(рус. ''Старосубхангулово''; башҡа атамалары ''Алаҡуян, Лукъян..." исемле яңы бит булдырылған
Тамғалар: редактор вики-текста 2017
 
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Тамғалар: редактор вики-текста 2017
16 юл:
 
Мырҙабайҙың уландары: Бирҙеғол, Ғәбдел, Моталлап, Ғәбделманап, Ғәбделвәли. Тулыбайҙың уландары: Ғәбделбәшәр, Ғәбделнасир, Ғәбделғазы.
 
XIX быуат башында 5 ғаилә кире Икенсе Этҡолға күсеп ҡайта: Ишбай Ябаҡов, Ишбулды, Күлбай, Моратҡол Ахиковтар, Ҡунаҡҡужа Йомағужин. Икенсе Этҡолға күсеп ҡайтыусыларҙың ҡайһы берәүҙәре нең туғандары Собханғолда ҡалған. Уларҙан Ишбаевтар, Күлбаевтар, Йомағужиндар, Ҡолдәүләтовтар таралған.
 
1850-1859 йылдарҙа яңы ауыл барлыҡҡа килә. Яңы СобханғолданАлағуянтамағына Ишбаевтар, Вәлиевтар, Ҡондоҙбаевтар, Күлбаевтар һәм башҡалар күсеп ултыра.
 
Был ауыл Иҫке Собханғол тип атала.
 
10-сы ревизия буйын-са, Яңы Собханғолда һәм Иҫке Собханғолда икешәр йөҙ кеше йәшәгән, һәр ауылда 33-әр хужалыҡ булған. Яйлап Иҫке Собханғол йәки
Алағуян ауылы үҫә барған. Ауыл халҡы малсылыҡ менән шөғөлләнгән.
 
Бөрйән районы барлыҡҡа килгәнгә тиклем Бөрйән волосы үҙәге булып Мәндәғол ауылы һаналған, һуңынан волос үҙәге Яңы Собханғолға күсерелгән.