Фәүзиә Алтынбаева яҙмалары: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
640 юл:
 
 
 
 
 
Айыутауы.
 
Ғафури районы Родина -Ватан ауылында халыҡта Айыутауы тип йөрөтөлгән яланлы, урманлы һөҙәк тау бар.Уры:тар уны Медвежья гора тиҙәр. Был тау битләүендә йыл да район һабантуйҙары үтә, сөнки Родина -Ватан ауылы райондың урталығына тура килә. Айыутауында селектәр үҫә Ауыл халҡы һепертке итер өсөн ошонда барып селек йыя. Селектән башҡа еләктәр ҙә бик күп була, урман ситтәрендә ҡурай еләктәре, балан һәм алморон ҡыуаҡтары үҫәләр.Ә яланында ниндәй генә шифалы үләндәре юҡ! Барыһы ла үҫә! Ғафури тәбиғәте байлығы менән айырылып тора.Айыутауы хаҡында минең әйтешем бар.
 
АЙЫУТАУҘА НИҘӘР БАР?
(Әйтеш)
 
-Айыутауҙа ниҙәр бар?
Бармы унда айыуҙар?
 
-Айыутауҙа айыу юҡ,
Айыутауҙа селек бар.
 
-Айыутауҙың битләүендә
Бешкәнме һуң еләктәр?
 
-Еләктәре көйөп бөткән,
Үҫә бары селектәр.
 
-Айыутауға барҙыңмы,
Унда селек йыйҙыңмы?
 
-Олатай менән барҙыҡ,
Күп итеп селек йыйҙыҡ.
 
-Ниңә улай күп һындырҙың?
Ул селекте нишләтәң?
 
- Һепертке итеп бәйләйем,
Ишегалдын һеперәм.
 
- Һабантуйҙар була тиҙәр
Айыутау битләүендә,
 
- Эйе! Район һабантуйы
Гөрләп тора июндә.
 
- Ә быйыл Айыутауына
Һабантуйға барҙыңмы?
 
- Юҡ барманым..Тажлы вирус
Тартып алды байрамды.
 
-Ҡайғырмайыҡ, булыр әле
Айыутауҙа байрамдар!
 
- Әлегә һин Айыутауға
Селек һындырырға бар!
 
-Эй, Айыутау, Айыутау,
Һөҙәк кенә матур тау,
Ватан ауылы тауына
Әйтешем булһын маҡтау.
Фәүзиә Ҡотлогилдина –АЛТЫНБИКӘ.
13.07.2020
 
Халыҡта нишләп Айыутауы тип аталған ? тигән һорауға былай тип һөйләйҙәр.
Элегерәк бер бабай ейәне менән селекһындырырға барған икән. Күп кенә итеп селек һындырып алғандар, бер ваҡыт ҡараһалар урман ситенән балаһын эйәрткән инә айыу килеп сыҡҡан! Бабай менән ейәне бик ҡурҡҡандар ҙа тиҙерәк шундағы бер уй-соҡорға төшөп йәшенеп ятҡандар, үҙҙәре айыуҙы күҙәткәндәр.Бала айыу тәгәрәп уйнап та алған, инәһе уның эргәһенә китмәй икән, балаһын һаҡлай ти. Шулай бер аҙ урман ситендә йөрөгәс, улар кире урманға кереп киткәндәр.Бабай менән ейәне айыуҙың киткәнен күрһәләр ҙә бер аҙ йәшенгән урындарынан сыҡмай ултырғандар.Унан тынысланғас, ҡурҡыуҙары уҙғас, һындырған селектәрен күтәреп ауылға ҡайтып киткәндәр ҙә селек үҫкән тауҙа балалы айыу күргәндәрен кешеләргә һөйләгәндәр.Шунан бирле ауыл кешеләре селекле тауҙы Айыутау -Медвежья гора тип атап йөрөтә башлағандар. Эйе, ысынлап та әлеге ваҡыттарҙа ла был тауҙа урман ситендә айыу күреүселәр бар.
Фәүзиә Ҡотлогилдина - Алтынбикә 30.11.2020
 
 
Ҡамышлы күл.
 
Ғафури районы Родина -Ватан ауылында ауылына кергән саҡта Көгөш йылғаһының күперен уҙғас, уң яҡта бик матур күл бар. Ҡамышлы күл тип атала ул. Был исемде һәр ваҡыт күл янында балыҡ тотоп ултырыусы балыҡсылар биргән. Күлдең һыуы буйрағыраҡ, таҙа түгел, унда кешеләр һыу кермәйҙәр. Минең был күлдә тотолған Алтын балыҡ хаҡында әкиәтем дә бар. Ҡамышлы күл беҙҙең ауылыбыҙға шундай матурлыҡ бирә! Беҙ ошондай гүзәллек араһында йәшәүебеҙ менән бәхетлебеҙ!Ҡамышлы күлдә табан балыҡтары бар, йәй буйына уның яр буйынан балыҡсылар өҙөлмәй.ҡамыштар араһында бер аяғында ғына баҫып торған селәнде лә, унда оя ҡорған ҡыр үрҙәктәрен дә күрергә мөмкин. Ә ҡайһы берҙә беҙ Ҡамышлы күлгә төшкән аҡҡоштарҙың унда йөҙөп йөрөгәнен күргәнебеҙ бар.Яҙ көндәре Ҡамышлы күл буйындағы баҡалар тауышы үҙе бер оркестр тип торорлоҡ, бөтөн ауылға ишетелеп тора ул!Ауыл ешеләренең үрҙәктәре һәм ҡаҙҙары барып төшһә, күл өҫтө ап-аҡ була.Бына шундай матур күлебеҙ бар беҙҙең!
Фәүзиә Ҡотлогилдина -АЛТЫНБИКӘ.11.2020
 
АЛТЫН БАЛЫҠ
Бер бабай килгән ти күлгә емдәр алып,
Ултырған ти яр буйында ҡармаҡ һалып,
Ултыра торғас ҡалҡыуыс төпкә батҡан,
Баҡһаң, ҡармаҡҡа бер балыҡ килеп ҡапҡан..
Ул балыҡ ябай түгел ти, ә Алтындан!
Тәңкәләре нурҙар һибеп балҡып торған!
Күлдән тартып сығарғас бабай ҡармағын,
Алтын балыҡ һамаҡлай икән һамағын..
*Бешереп ашама мине, Изге бабай...*
Түңәрәк күҙҙәре менән ялбарып ҡарай,
*Ниҙәр кәрәк, шул эштәрҙе башҡарырмын,
Тылсымлы ярҙамсың булып яныңда ҡалырмын..
Ҡамышлы күл һыуы буйраҡ, асыҡ түгел,
Бәләкәй булғанлығын да тартмай күңел,
Алып сыҡсы мине аҡҡан саф йылғаға,
Йөҙөп сығар өсөн оло бер даръяға..
Ебәр мине тыуған яҡта саф һыуыңа,
Йәшәрмен мин томбойоҡло шул йылғала,
Ҡояш нурында тәңкәләр йылтыратып,
Йөҙөрмөн йылғала нурҙарым уйнатып..
Яр буйына килгән сағыңды көтәрмен,
Ни теләйһең, шул теләгеңде үтәрмен.*
Шулай тигән телгә килеп Алтын балыҡ,
Өмөтләнеп, бабай тыңлар тип шатланып...
Торһа ла һаман да ептә ҡармаҡланып..
Яуап көткән ул бабайҙан тынып ҡалып.
Бабай һиҫкәнеп киткән ти был тауыштан,
*Ысын һөйләштеме балыҡ? Әллә буштан?
Күпме ғүмер йәшәһәм дә ер йөҙөндә,
Ишетмәнем балыҡтарҙың бер һүҙен дә..*
Ипләп кенә ҡармағынан ысҡындырған,
Наҙлы ғына тәңкәләрен һыйпап алған,
Алып ҡайтыр өсөн уны йылғаһына
Семәрле силәккә һыуға һалып ҡуйған.
Силәк , ҡармаҡтарын бик тиҙ йыйнап алып,
Ашыҡҡан ҡарт үҙҙәренең йылғаһына.(Көгөшкә.)..
*Иркенләп йөҙ, Алтын балыҡ, был йылғала!
Ярҙамдарын бирһен һиңә, Раббым Алла,
Башҡа балыҡтар һикереп уйнаһа ла,
Алтын балыҡ юҡ ине әле беҙҙең һыуҙа..
Әле һинән бер ни ҙә мин һорамайым,
Ялтыра, уйна, Алтынҡай, йөрәк майым!
Ғүмер үтәр, ҡартлығымда мин уйлармын,
Бер саҡ ҡармаҡҡа Алтын балыҡ ҡаптырғайным.*
Шул һүҙҙәрҙе әйтеп йылғаға ебәргән,
Изге ҡарт шулай балыҡҡа фәтихә биргән,
*Әйткәнеңде тыңланым, Алтынҡай! *тигән..
Алтын балыҡ быға шул тиклем һөйөнгән,
Изге ҡартҡа ҡат-ҡат итеп рәхмәт өйгән.
Алтын балыҡ шулай итеп ҡотолған , ти,
Томбойоҡло саф йылғала ул ҡалған, ти,
Бабай үҙе бер ни ҙә һорамаһа ла,
Ҡулынан килгән ярҙамды булдырған, ти.
Әле балыҡ йөҙә тиҙәр шул йылғала,(Көгөштә)
Бабай ҙа бик йыш була тиҙәр һөҙәк ярҙа,
Алтын балыҡ һикерә тәңкәләр ялтыратып,
Ғәжәйеп моңдар менән уларҙы сылтыратып..
Алтын балыҡ әкиәте булды тамам,
Һөйөнөп йөҙә балыҡ саф йылғала һаман,
Был әкиәт килмәгәндер боронғонан,
Яҙылды ул әле генә, хәҙерге заман...
Фәүзиә Ҡотлогилдина – АЛТЫНБИКӘ.
 
 
 
Шишмәләр
 
Ғафури районы Родина -Ватан ауылында һәм ауылы тирәһендә ете шишмә бар. Уларҙың бишәүһе ауыл эсендә тау аҫтынан ағып сығалар.Икәүһе ауылдың эргәһендә ситтәрәк. Мин башҡорт телен белгән балаларҙан Йәншишмә исемле төркөм ойошторған инем.Йәншишмә төркөмө балалары менән беҙ Ҡамышлы күле, Бирешле йылғаһы, Селтер шишмәгә исемдәрен яҙып беркеттек. Шишмәләрҙең исемдәре юҡ ине, үҙебеҙҙең урам - Баҡса урамы башындағы шишмәгә Селтер шишмә тип мин исем ҡуштым. Трактовая урамы башындағы шишмәгә Дуҫлыҡ шишмәһе тип әхирәтем Фәнүзә менән исем уйлап таптыҡ, ә Совет урамы башындағы шишмәне Фәнүзә Бәхет шишмәһе тип атаны.Һәр шишмәгә лә исемдәре яҙылған таҡталар элдек. Ауыл эсендә Ҡамышлы күле янында ғына бер шишмә бар, уға исем бирелмәгән һәм яҙып та ҡуйылмаған әлегә. Шишмәләрҙең барыһының да һыуҙары һалҡын, таҙа, селтерәп ағып яталар., аҡҡан юлдарында ваҡ ҡына таштар бар.
Минең Селтер шишмә тураһында шиғырҙарым байтаҡ.Сөнки был шишмә ике йыл буйы күмелеп аҡмай ятҡандан һуң, беҙ ирем Әнүәр Ҡотлогилдин менән икәүләп барып уны күмгән тупраҡтарҙы алып ташлап таҙарттыҡ һәм беҙҙең шишмәбеҙ бәләкәй генә юлаҡ булыр селтерәп ағып китте. Шул саҡта мин уға Селтер шишмә тигән исемде ҡуштым. Хәҙер ул үҙенә юл алды, апарыу киңәйеп сылтырап ағып ята.Беҙ көн һайын сәйҙе ошо шишмәнең һыуынан ҡайнатабыҙ, һыуы сәйгә бик тәмле.Беҙҙең Селтер шишмәбеҙҙән ауылға яңы төшкән килендәр ҙә килеп һыу ала.
 
СЕЛТЕР ШИШМӘ ТАҠМАҒЫ
Һыуһаһаң һыуҙар бирермен
Килсе беҙҙең шишмәгә,
Селтер шишмә һыуҙарының
Тәмле һыуын эсмәгә!
 
Селтер шишмәнең һыуҙары
Бигерәк һалҡын икән,
Ете тиҫтә ваҡлаһаҡ та
Йөрәктә ялҡын икән!
 
Тау аҫтында ереклектә
Аға Селтер шишмәбеҙ,
Үҙебеҙҙең шишмә барҙа
Башҡа һыуҙар эсмәбеҙ!
 
Селтер шишмәнең төбөндә
Ваҡ таштары күренә,
Һиңә булған һөйөүҙәрем
Һүҙҙәр булып һибелә.
 
Селтер- селтер шишмәкәйем,
Көмөштәй силәккәйем,
Шишмә һыуын һибәйемме,
Яналыр йөрәккәйем.
Фәүзиә Ҡотлогилдина -АЛТЫНБИКӘ
13.09.2019
 
СЕЛТЕР ШИШМӘ /йыр/
 
Селтер шишмәмдең һыуҙарын
Алдым ҡуш устарыма,
Шифа һыуын тәмләтергә
Килтерҙем дуҫтарыма.
 
Ҡуш:
Селтер шишмәмдең һыуҙарын
Эс әле устарымдан,
Раббыҡайым, айырмасы,
Йән һөйгән дуҫтарымдан.
 
Шишмәләрҙән һыу алғанда
Устарымдан ҡойола,
Һеҙҙең менән үткән көндәр
Йәннәт кеүек тойола.
 
Ҡуш:
Селтер шишмәмдең һыуҙарын
Эс әле устарымдан,
Раббыҡайым, айырмасы,
Йән һөйгән дуҫтарымдан.
 
Ҡушымта тағы бер тапҡыр йырлана.
Фәүзиә Ҡотлогилдина –АЛТЫНБИКӘ
3.12.2016
 
СЕЛТЕР ШИШМӘ
 
Яуыз кешеләр саф шишмә һыуын
Яҫы таштар һалып быуғандар,
Селтер -селтер ағыр шишмә һыуын
Тупраҡ менән күмеп ҡуйғандар.
Раббыҡайым, бирҙең ярҙамыңды
Мең шөкөрҙәр итәм мин шуға,
Һөйгән йәрем менәе көрәк алып
Килдек шул шишмәгә ярҙамға.
Ҡотҡарырға тип! Таҙартырға!
Асырға тип шишмә юлдарын.
Селтер-селтер итеп үҙ көйөнә
Йырлаһын тип моңло йырҙарын.
Юлын ҡаплап торған ташын алып
Шишмәбеҙҙең юлын таҙарттыҡ,
Селтер шишмә йәһәт юлын тотто
Илап торған талға ҡаратып.
Инеш буйындағы үҫкән талы
Моңло йырын тыңлай алмаған,
Аңланым мин хәҙер шишмәкәйҙе
Һағынғанға тал бит илаған!
*Селтер шишмә * тиеп исем ҡуштым
Таҙартылған ошо шишмәгә,
Яҙһын ине әле бик күп йылдар
Ошо шишмә һыуын эсәргә.
Селтер-селтер йырлап аға шишмә
Инеш башы ғына юлдары,
Көгөшөмә, унан Ағиҙелгә
Барып ҡоя көмөш һыуҙары.
Фәүзиә Ҡотлогилдина -АЛТЫНБИКӘ
7.12.2013
 
 
Бирешле йылғаһы.
 
Бирешле йылғаһы Ҡотлоғужа ауылы яғынан беҙҙең ауылға ҡарай ағып килә. Ул яҙ көнө шарлап аға ла, йәй көнө бик бәләкәй генә булып ҡала, ҡоро йәйҙәрҙә бөтөнләй юғала.Бирешле йылғаһы Көгөшкә барып ҡоя.Уның төбөндә таштар юҡ, һыуы таҙа түгел. Родина мәктәбенә барған саҡта Бирешле аша һалынған күперҙән үтәбеҙ, беҙ ошо ерҙә уның исемен дә яҙып ҡуйҙыҡ Йәншишмә балалары менән.
 
 
Юл 645 ⟶ 878:
 
Был урынға ике дуҫ Павлов Григорий һәм Мезенцев (Сергей һәм Григорийҙең атаһы)килеп йәшәй башлағандар.Улар бында күрше Табын ауылынан кулак тиеп Себергә һөрөлөүҙән ҡасып килгәндәр. Улар хеҙмәтсе тотмаһалар ҙа егәрле кешеләр булғас үҙ көстәре менән хәлле йәшәгәндәр, йорт-ҡаралтылары бөтөн, матур булған.Йорттарын һалдырып алғандар, матур ҡапҡаларын Красноусолдағы быяла заводына алып барып ҡуйғандар.Бында ҡасып килгәс улар үҙ ғаиләләре менән йәшәр өсөн бәләкәс кенә өйҙәр һалғандар, балалары күмәк булған.Ғаиләләрен ҡарар өсөн курорт яғында тоҙло һыуҙан тоҙ ҡайнатып алып һатҡандар. Мунсаны ерҙе соҡоп землянка итеп эшләгәндәр, шунда йыуынғандар.Унан өсөнсө кеше булып Новошенов күсеп килгән, уларҙың өс улдары тыуғандар.Павлов ҡартаталарының бүләсәрҙәре Оля һәм Лена һөйләүе буйынса Павлов та, Мезенцев тә аҡтар яғында ла, ҡыҙылдар яғында ла булмағандар.(Были не красными, не белыми).Был ваҡытта Красноусолдағы быяла заводы эшселәрен һәм поселокта йәшәүселәрҙе туйҙырыу өсөн ярҙамсы хужалыҡ төҙөргә кәрәк була.Красноусолда партияның район комитете был турала 1928 йылда приказ яҙа һәм ул эште тормошҡа ашырыу өсөн Нурғәле Кәрим улы Сәлимйәновты тәғәйеләй. Был ойошма ЗаРаКо(заводское рабочее кооперативное общество )тип атала.Был йәмғиәт ойошмаһына ике дуҫ төйәк иткән урынды һайлайҙар.Барактар төҙөй башлайҙар, Табын ауылынан кулак тип табылып Себергә ебәрелгәндәрҙең өйҙәрен күсереп килтереп һалалар, кооперативкә эшселәр йыялар.Шулай иттереп тәүҙә ЗаРаКо, аҙаҡ 7се номерле совхоз, унан Родина совхозы, ә хәҙер инде русса Родина, башҡортса Ватан тип аталған ауылдың официаль нигеҙ һалыныу йылы тип 1928 йыл һанала. Кооператив эшселәре иген һәм бәрәңге үҫтереү менән шөғөлләнә. Һуңғараҡ эре мал һәм тауыҡ фермалары асып ебәрәләр. Өйҙәрҙе күпләп һала башлайҙар,тирә-яҡтан бында эш барын ишетеп йәштәр аағыла.Өйләнешеп балалар тыуалар.Эшселәр барактарҙа йәшәйҙәр.
(был ерҙә дауамы буласаҡ)
 
 
 
 
2015 йылдан башлап Родина ауылын унда йәшәүсе башҡорттар башҡортса Ватан ауылы тип йөрөтә башлайҙар. 2018 йылда үткән ауылдың 90 йәшлек Юбилейен билдәләгәндә башҡорт телендә лә ауылдың исеме яҙып ҡуйыла.Минең һүҙҙәремә яҙылған рус тендә лә, башҡорт телендә лә ауылға арналған йырҙарым бар.
 
 
РОДНАЯ РОДИНА /Песня/
Слова Фаузии Кутлугильдиной
Музыка Фанузы Латыповой
 
Зовет нас родная Родина
Из сует городов..
Собрались в деревне сегодня
Земляки всех годов.
 
Пр: Родная, любимая.
Родина моя,
Люблю тебя всем сердцем
Деревенька моя!
 
Цветут на полях душистые
Полевые цветы,
Журчат под горой хрустальные
Родники так чисты.
 
Течет серебристой лентою
Усолка соль-река,
В озерах плавают гуси,
Заметишь рыбака.
 
Разлетелись мы как птицы
В разные края,
Ты в моем сердце навеки
Деревенька моя!
 
Пр: Родная, любимая.
Родина моя,
Люблю тебя всем сердцем
Деревенька моя!
Фаузия Кутлугильдина- АЛТЫНБИКЭ
16.11.2014
 
 
ВАТАН /йыр/
Фәүзиә Ҡотлогилдина һүҙҙәре, Рәмил Ғимрани көйө . Башҡара Фәнзил Галин.
 
Саҡырам һеҙҙе ,дуҫтарым,
Килегеҙ аттар егеп,
Ҡаршы сығып көтөп алыр
Дуҫтарыбыҙ бар тиеп.
 
Ҡуш:Саҡырам дуҫтар, ҡунаҡҡа
Килегеҙсе йүгереп,
Аралар алыҫ тимәгеҙ,
Ҡайтырһығыҙ бер күреп.
 
Саҡырам һеҙҙе саҡырам
Һый тулы табыныма,
Тереһыулы йәншишмәләр
Урғылған Ватаныма.
 
Килегеҙ, дуҫтар, килегеҙ,
Көтәм һеҙҙе һағынып,
Осоғоҙ беҙҙең яҡтарға
Ҡанаттарың ҡағынып.
Фәүзиә Ҡотлогилдина –АЛТЫНБИКӘ
 
 
 
 
 
Дауамы
 
Родина ауылындаауылын мәктәпмәктәбенә 50 йыл.(1970 -2020)
 
Балаларға белем алыр өсөн башланғыс мәктәп асыла.7-се һанлы совхоздағы(эдек Родина ауылы шулай атала)башланғыс мәктәп тәүҙә бәләкәй генә өйҙә урынлашһа, унан уны баракка күсерәләр. башланғыс кластарҙы тамалаусылар 5-се класҡа уҡырға күршеләге 2 саҡрым алыҫлыҡтағы Дубровка 8 йыллыҡ мәктәбенә йөрөйҙәр.Һәм бына 1970 йылда инде Родина исемен йөрөткән ауылда 8 йыллыҡ мәктәп асыла, ул ныҡлы итеп таштан төҙөлә. Родинала мәктәп асылғас Дубровка ауылындағы 8 йыллыҡ мәктәп ябыла һәм күрше тирә-яҡ Цапаловка, Дубровка, Красный пахарь ауылдарынан Победа колхозының автобусы уҡыусыларҙы Родинаға йөрөтә башлай.Хатта Игенйылға ауылынан да өс уҡыусы йөрөй (күрәһең русса өйрәнгеләре килгәндер).Был ваҡыттарҙа уҡыусылар һаны хатта 200-гә барып етә, параллель кластар ҙа булалар.Беҙҙең күршебеҙ Соколова Надежда Александровна - хаҡлы ялдағы уҡытыусы. Улар тормош иптәше Соколов Константин Александрович менән мәктәптең асылған ваҡытынан уҡ эшләйҙәр. Быға тиклем улар Дубровка ауылында уҡытһалар, Родинала мәктәп асылғас, өй һатып алып күсеп киләләр. Уның һөйләүе буйынса