Бишбүләк районы Ҡаныҡай ауылының ер-һыу атамалары: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
 
22 юл:
Тором тауы, Тором күле.
Граждандар һуғышы ваҡытында был тауҙа аҡтар торған, шунан ҡалған Тором атамаһы. Эргәһендәге күлде Тором күле тигәндәр.
;Майлы түбә.
Был түбәлә элек-электән нефть сығып ятҡан, ауыл халҡы шунда барып (әлеге ваҡытта Ырымбур өлкәһе территорияһында ҡалған) арба күсәрҙәрен майлап йөрөгән.
;Мулла аҡланы.
Муллаға бүлеп ҡалдырылған ер. Ауыл халҡы шул аҡланда муллаға бесән әҙерләгән.
;Кәбеҫтә төбәге.
Колхозлашҡан осорҙа Дим буйындағы был урында йәшелсә үҫтергәндәр, йәшелсә баҡсаһы булған. Йәшелсә, бигерәк тә кәбеҫтә, бик уңған. 70-се йылдарға тиклем булған унда баҡса.
;Мәтәү.
Революциянан һуң был ергә әлеге Бәләбәй районы Мәтәүбаш ауылынан бер нисә ғаилә күсенеп ултырған. Әммә ул ерҙә һыу булмағас, кире күсеп киткәндәр. Шул урын Мәтәү тип аталып ҡалған.
Дим йылғаһын кисеп сығып йөрөгән ерҙәрҙең береһе '''Үрге кисеү''', икенсеһе '''Һалауыҙ''' тип атала. Был атамаларҙың да килеп сығышын белештек.
Үрге кисеү ауылдан үрҙәрәк урынлашҡан, атамаһы шунан килә.
Һалауыҙ тип аталған кисеүҙән сығып аръяҡта һалабаш һалғандар, исеме шунан ҡалған.
Ҡаныҡай ауылынан 2 км йыраҡлыҡта көкөртлө '''водород''' шишмәһе бар. Уны урындағы халыҡ '''Ҡылы''' тип йөрөтә. Ҡылы шишмә тигәнде аңлата. Һыуы ныҡ һыуыҡ, ҡыш көнө лә туңмай. Төбө зәңгәр-йәшел балсыҡ.
Ҡул һүҙе менән атамалар күп осрай. Ҡул – соҡор тигәнде аңлата икән. Шулай уҡ яҙ-көҙ һыулы, йәй-ҡыш ҡоро ятҡан һыу юлын да аңлата.
'''Киндер ҡулы'''. Ул ерҙә киндер үҫтергәндәр.
'''Арҡылы ҡул'''. Ауылға арҡыры ятҡан соҡор.
'''Миләшле ҡул'''. Был соҡор ерҙә миләш күп үҫкән.|
Абдрахманов Данир (Фатима Мостафина исемендәге Өфө ҡала башҡорт гимназияһының
4 в класы уҡыусыһы)