Фәүзиә Алтынбаева яҙмалары: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
7 юл:
 
Иҫәкәйем, ауылҡайым,
 
Донъяла һин бер генә,
 
Гармунлы ауыл кистәре
 
Күңелемдә гел генә.
 
 
Селтербейем түбәһенән
 
Бөтөн ауыл күренә,
 
Ғәзиз Рәүҙәгемдең тәмен
 
Онотмамын ғүмергә.
 
 
Рәүҙәгемдең һыуын эсә
 
Өс ауыл кешеләре,
 
Өс ауылда йәшәүселәр
 
Бер туған ишеләре.
 
 
Ауылымдың иртәләре
 
Аҡ томанға төрөнгән,
 
Иртәнге ысыҡтар менән
 
Көмөш нурҙар үрелгән.
 
 
Иҫәкәйҙә беҙҙең тамыр
 
Ергә тәрәнгә киткән,
 
Шул ағастың емештәрен
 
Елдәр йыраҡҡа һипкән.
 
 
Беҙҙе тартҡан төрлө яҡтың
 
Ауылы,ҡалалары,
 
Беҙ бит тыуған ауылыбыҙ
 
Иҫәкәй балалары.
 
 
Тыуған ауыл Иҫәкәйҙә
 
Ҡанатыбыҙ нығынған,
 
Йылдар үтә барыу менән
 
Һине нығыраҡ һағынам.
 
Юл 75 ⟶ 54:
 
{{poemx|'''РӘҮҘӘК'''
 
Ауылыма һыйынып ҡына
 
Аға Рәүҙәк йылғаһы,
 
Күңелемдә һаман сыңлай
 
Көмөш кеүек йырҙары.
 
Ҡушымта :
 
Рәүҙәгемдең һыуын эсә
 
Өс ауыл кешеләре,
 
Өс ауылда йәшәүселәр
 
Бер туған ишеләре!
 
 
Һандуғастар сут-сут һайрай
 
Туғайында таллыҡта,
 
Баласағымдың эҙҙәре
 
Йылға буйы ташлыҡта.
 
 
Рәүҙәгемдә һыуҙар инһәң
 
Шифалы көсөн бирә,
 
Ҡаршыма Рәүҙәк буйынан
 
Йәш ғүмерем йүгерә.
 
|Фәүзиә Ҡотлогилдина -АЛТЫНБИКӘ}}
 
{{poemx|
ТЫУҒАН АУЫЛЫМ ИҪӘКӘЙ /йыр/ |
 
Фәүзиә Ҡотлогилдина һүҙҙәре, Минсәрә Суфиянова көйө һәм башҡарыуы
 
Бик һағындым тыуған Иҫәкәйем,
Ҡасан ғына ҡайтып күрермен,
Селтербейҙә үҫкән сәскәләрҙән
 
Матур таҡыялар үрермен?
 
 
Ҡушымта
 
Гармун моңло киске урамдарың
 
Беҙҙең күңелдәрҙә һаҡлана,
 
Ауылымда үҫкән кешеләргә
Бар тирә-яҡ ҡарап һоҡлана.
 
 
Һағындыра аҡлан, туғайында
 
Еләк-емеш йыйып йөрөүе,
Рәхәтләнеп йәйге эҫеләрҙә
 
Рәүҙәгемдә һыуҙар инеүе.
 
 
Төрлө яҡтан ғәзиз балаларың
 
Йыйылыштыҡ тыуған төйәккә,
Йәнтөйәгем, минең Иҫәкәйем,
Бигерәк һин яҡын йөрәккә!
 
|Фәүзиә Ҡотлогилдина-Алтынбаева}}
 
 
{{poemx|'''ЫЛАСЫН ТАШЫ'''|
 
Тыуған ауылыма яҡын ғына
 
*Ыласын ташы * тигән бер ҡая,
 
Тырыша , тырмаша шул ҡаяға
 
Үрмәләнек гүйә беҙ бая.
 
 
Барыһы ла күҙ алдында тора,
 
Киртләс, киртләс ҡая баҫҡысы,
 
Ҡурыҡманыҡ осоп төшөрбөҙ тип
 
Беҙҙең ҡулда тылсым асҡысы!
 
 
Ҡая башындағы хозурлыҡтар
 
Таныш беҙҙең йәштәш күптәргә,
 
Яулап алып ошо бейеклекте
 
Баштарыбыҙ тейҙе күктәргә!
 
 
Аҫта урман! Икһеҙ, сикһеҙ урман,
 
Көмөш һыулы Рәүҙәк йылғаһы!
 
Беҙ торабыҙ Ыласын ташында
 
Ҡала ҡанат ҡына ҡағаһы!
 
 
Ә хыялдар беҙҙең ҡанатлылар,
 
Оса ине йыраҡ йыраҡҡа,
 
Күбебеҙҙең йәшлек хыялдары
 
Әйләнделәр ысынбарлыҡҡа.
 
 
Уҡып белем алып, донъя ҡороп
 
Үҫтерҙек беҙ ғәзиз балалар,
 
Хәҙер балаларҙың балалары
 
Ыласын ташына баралар.
 
 
Беренсе һәм туғыҙынсы майҙа
 
Буш булманы ошо тау юлы,
 
Күңелемдә һаман йәшеллектә
Өтәш менән Ҡара бит яланы.
 
 
Күп егеттәр тәүге һөйөүҙәрен,
 
Яратыуын шунда һөйләне,
 
Гармун уйнап йырҙар йырланылар
 
Йәштәр дәртле көйҙәр көйләне.
 
 
Күрше Һарғай ауылы йәштәре
 
Рәүҙәк кисеп бында килделәр,
 
Иҫәкәйҙәр менән бергәләшеп
 
Ыласын ташына ла менделәр.
 
 
Ҡая башындағы аҡланлыҡта
 
Үҫә ине матур сәскәләр,
 
Әле лә бит элеккеләй итеп
Улар унда һаман үҫәлер?
 
 
Олатайҙар инде тиҫтерҙәрем,
 
Ҡыҙҙар инде күптән өләсәй,
 
Йәшлектәге матур хәтирәләр
 
Күңелдәрҙә яҙылып йәшәй.
 
 
Әле генә булып үткән кеүек
 
Ҡая башындағы минуттар,
 
Ыласын ташына үрмәләүҙәр
 
Бик күптәргә ҡуйҙы ҡанаттар.
 
 
Яҙҙар етеп ҡайтһам ауылыма
 
Менер инем Ыласын ташына!
 
Иҫкә алыр инем йәшлегемде
 
Ҡунаҡлаһам ҡая башына!
 
|Фәүзиә Ҡотлогилдина – АЛТЫНБИКӘ