Фәүзиә Алтынбаева яҙмалары: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
172 юл:
 
 
'''{{poemx|Хәтерләү'''|
 
Элек-электән Иҫәкәй, Һарғай ауылы йәштәре яҙ етеү менән 1 май, йәиһә 9 май байрамдарында *Ыласын ташы* ҡаяһына күтәрелгәндәр.Уларға Ибрай һәм Ташбүкән ауылы йәштәре лә ҡушылғандар. Бейек ҡаяға күтәрелеп тирә-яҡты күҙләгәндәр, йыуаға төшкәндәр.Тик йыуа йыйғанда бик һаҡ йөрөргә кәрәк, осоп китеү ҡурҡынысы бар. Аҙаҡ Ыласын ташынан төшөп матур аҡланда төрлө уйындар уйнағандар, өйҙән алып барған ризыҡтар менән һыйланғандар, ризыҡтың ҡалғанын ҡоштарға тип һалып киткәндәр.Минең әтейем һөйләгән ине(Алтынбаев Әбделғәлим)үҫмер саҡтарында улар ҙа Ыласын ташына барғандар, уның Шәфҡәт исемле дуҫ малайы ла барған. Бер ваҡыт Шәфҡәт күренмәҫ булды ти, ҡысыҡыра, яуап бирмәй икән.Оҙаҡ эҙләгәндән һуң ауылға ҡайтып әйткәндәр.Унан оло кешеләр менән килеп ҡая аҫтынан үле кәүҙәһен тапҡандар.Әтейем шунан һуң ҡая киртләстәренә йыуаға төшмәнем ти.
|}}
Фәүзиә апай, шиғыр яҙғанда enter -ға баҫып юлдар араһында ара ҡалдырығыҙ. Өҫтәге Ж -жирный (выделить слово жирным шрифтом). К- курсивом (ауыш хәреф). Sherbn
 
'''
ИҪӘКӘЙ УРАМДАРЫ АТАМАЛАРЫ.'''
 
{{poemx| ИҪӘКӘЙ УРАМДАРЫ АТАМАЛАРЫ.'''|
Беҙҙең өйөбөҙ Иҫәкәйҙә Рәүҙәк йылғаһының буйында ғына ине.Ауылымдағы урамдарҙы ауыл халҡы Һаҙ урамы, Әйетҡол , Түбән яҡ, Ос, Юғарғы ос һәм Ҡаратояҡ урамдары тип йөрөттө. Беҙҙең йорт Һаҙ урамында тыҡрыҡ башланған ерҙә генә ине.Беҙгә яҡын ғына ерҙә һаҙлыҡ бар ине, шуға ла был урам Һаҙ урамы тиеп йөрөтөлгәндер. Яңы йорт һалған кешеләр шул һаҙлыҡтан мүк йолҡоп алып, киптереп, бүрәнә араларына йылылыҡ өсөн һалалар ине.Ос яғы тип Һарғай ауылы яғына яҡын яҡты әйттеләр, ә Осҡа тиклемге аралыҡ Юғарғы Ос тип йөрөтөлә ине. Ташбүкән ауылы яғына табан киткән урам Әйетҡол , уның Рәүҙәккә тиклем дауамы Түбән яҡ тип әйтелде.ә Ҡаратояҡ урамы Ибрай яғына табан теҙелгән урам ине.. Иҫәкәй ауылы менән Ибрай ауылын араларында ағып ятҡан Рәүҙәк йылғаһы ғына айырып тора. Иҫәкәй һәм Ибрай ауылдары араһындағы матур яланды Арал тип йөрөттөләр. Рәүҙәк йылғаһы буйына өс ауыл ултырған.Һарғай, Иҫәкәй, Ибрай ауылдары.
 
Юл 212 ⟶ 208:
'''СЕЛТЕРБЕЙ ТАУЫ'''
 
Иҫәкәй ауылы Селтербей тауы итәгендә ултыра. Ул бик матур бейек булмаған, ағасһыҙ, йәшел үләндәр үҫкән ҙур булмаған тау. Итәгендә еләк бешә, ауыл халҡы, бала -сағалары унда еләк йыялар.Бесәнендә сабып алалар.Элек ҡыш көндәре беҙ бәләкәй ваҡытта Селтербейҙән саңғы менән шыуып төшә инек.Бала-саға йыйылышып ат санаһын һөйрәп мендерәбеҙ ҙә шуға тейәлеп тау осабыҙ! Бар ине күңелле ваҡыттар!|}}
 
 
Юл 426 ⟶ 422:
 
 
'''{{poemx|Ташбүкәндең ер атамалары''' (Ғафури районы Ташбүкән ауылы.Әнүәр Ҡотлогилдиндең һөйләүе буйынса)|
 
Хәмит өйө - ''Үрге Ташбүкәндән'' Иҫәкәй яғына табан юл буйында уң яҡта урынлашҡан ялан, унда бесән сабалар, еләк , туғайында балан йыялар.
Юл 446 ⟶ 442:
Үрге Ташбукән ауылының осона сыҡҡас Ҡурғашлы яғына киткәндә Илсеғол түбәһе бар, ҙур яланында еләк уңа, күк һәм һары мәтрүшкәләр үҫә.Илсеғол түбәһендә ҡарағай ултыртылған.Уларҙы лесник Миннеғәфүр ағай Әхмәдиев ултырттырған.Ҡурғашлы яғына киткән юл менән әҙерәк барһаҡ Һалабаш күленә барып сығабыҙ, унда элек ҡап һуҡҡан ваҡытта йүкә ағасынан һалабаш һалып йүкәһен алып ҡап һуҡҡандар.Ошондай уҡ Һалабаш һала торған күл Оло йылға буйында үрҙәрәк Оло йылғаны быуып та эшләнгән ине. Ҡаптан тоҡтар теккәндәр. Юл менән ары китһәк Оло йылғаға барып сығабыҙ, уны кисеп сыҡҡас Кордон яланына барып сығабыҙ.Сик йылға ауылына киткән юл буйлап барһаҡ Түңәрәк яланға барып сығабыҙ.
 
Үрге Ташбүкән яғы осонан Әрмет йылғаһы яғына ҡарап китһәк, уңға киткән юл була.Унан уҫаҡ ағастары үҫкән ерҙә матур ялан бар, был яланда һары умырзаялар үҫә (Алтынбаштар). Әрмет йылғаһы буйлап аҫҡа таба китһәк бер кисеү бар.Ул кисеүҙән сыҡһаҡ Ҡышлауға барып сығабыҙ.Унда ҡарағайҙар ултыртылған, был Ҡышлау аша әҙерәк түбән төшһәк Әрмет аръяғында 2-се Ҡышлауға килеп сығабыҙ, уна ла ҡараағайҙар ултыртылған.Бында ла кисеү бар. Ошо тирәлә Әрмет һыуында эре бүкән кеүек таштар бик күп.Фараз буйынса ауылға нигеҙ һалынғас бер ҙур Таш бүкәнгә ултырып ауылға ниндәй исем ҡушырға тип уйлашҡандар ҙа үҙҙәре ултырған Таш бүкән исемен биргәндәр, был һөйләшеүҙә Юрматы ырыуының Аҙнай ауылы кешеләре, Әхмәр яҡтары ҡатнашҡан тиҙәр, Түбәнге Ташбүкәндә Юрматы ырыуҙары кешеләре йәшәй), ә Үрге Ташбүкән ауылы кешеләре Гәрәй ҡыпсаҡтарға ҡарайҙар).|}}
 
 
Юл 536 ⟶ 532:
 
 
{{poemx| Бирешле йылғаһы.|
 
Бирешле йылғаһы Ҡотлоғужа ауылы яғынан беҙҙең ауылға ҡарай ағып килә. Ул яҙ көнө шарлап аға ла, йәй көнө бик бәләкәй генә булып ҡала, ҡоро йәйҙәрҙә бөтөнләй юғала.Бирешле йылғаһы Көгөшкә барып ҡоя.Уның төбөндә таштар юҡ, һыуы таҙа түгел. Родина мәктәбенә барған саҡта Бирешле аша һалынған күперҙән үтәбеҙ, беҙ ошо ерҙә уның исемен дә яҙып ҡуйҙыҡ Йәншишмә балалары менән.|}}
 
 
{{poemx|Родина - Ватан ауылы тарихы.|
 
Был урынға ике дуҫ Павлов Григорий һәм Мезенцев (Сергей һәм Григорийҙең атаһы)килеп йәшәй башлағандар.Улар бында күрше Табын ауылынан кулак тиеп Себергә һөрөлөүҙән ҡасып килгәндәр. Улар хеҙмәтсе тотмаһалар ҙа егәрле кешеләр булғас үҙ көстәре менән хәлле йәшәгәндәр, йорт-ҡаралтылары бөтөн, матур булған.Йорттарын һалдырып алғандар, матур ҡапҡаларын Красноусолдағы быяла заводына алып барып ҡуйғандар.Бында ҡасып килгәс улар үҙ ғаиләләре менән йәшәр өсөн бәләкәс кенә өйҙәр һалғандар, балалары күмәк булған.Ғаиләләрен ҡарар өсөн курорт яғында тоҙло һыуҙан тоҙ ҡайнатып алып һатҡандар. Мунсаны ерҙе соҡоп землянка итеп эшләгәндәр, шунда йыуынғандар.Унан өсөнсө кеше булып Новошенов күсеп килгән, уларҙың өс улдары тыуғандар.Павлов ҡартаталарының бүләсәрҙәре Оля һәм Лена һөйләүе буйынса Павлов та, Мезенцев тә аҡтар яғында ла, ҡыҙылдар яғында ла булмағандар.(Были не красными, не белыми).Был ваҡытта Красноусолдағы быяла заводы эшселәрен һәм поселокта йәшәүселәрҙе туйҙырыу өсөн ярҙамсы хужалыҡ төҙөргә кәрәк була.Красноусолда партияның район комитете был турала 1928 йылда приказ яҙа һәм ул эште тормошҡа ашырыу өсөн Нурғәле Кәрим улы Сәлимйәновты тәғәйеләй. Был ойошма ЗаРаКо(заводское рабочее кооперативное общество )тип атала.Был йәмғиәт ойошмаһына ике дуҫ төйәк иткән урынды һайлайҙар.Барактар төҙөй башлайҙар, Табын ауылынан кулак тип табылып Себергә ебәрелгәндәрҙең өйҙәрен күсереп килтереп һалалар, кооперативкә эшселәр йыялар.Шулай иттереп тәүҙә ЗаРаКо, аҙаҡ 7се номерле совхоз, унан Родина совхозы, ә хәҙер инде русса Родина, башҡортса Ватан тип аталған ауылдың официаль нигеҙ һалыныу йылы тип 1928 йыл һанала. Кооператив эшселәре иген һәм бәрәңге үҫтереү менән шөғөлләнә. Һуңғараҡ эре мал һәм тауыҡ фермалары асып ебәрәләр. Өйҙәрҙе күпләп һала башлайҙар,тирә-яҡтан бында эш барын ишетеп йәштәр аағыла.Өйләнешеп балалар тыуалар.Эшселәр барактарҙа йәшәйҙәр.
(был ерҙә дауамы буласаҡ)
 
2015 йылдан башлап Родина ауылын унда йәшәүсе башҡорттар башҡортса Ватан ауылы тип йөрөтә башлайҙар. 2018 йылда үткән ауылдың 90 йәшлек Юбилейен билдәләгәндә башҡорт телендә лә ауылдың исеме яҙып ҡуйыла.Минең һүҙҙәремә яҙылған рус тендә лә, башҡорт телендә лә ауылға арналған йырҙарым бар.|}}
 
{{poemx|РОДНАЯ РОДИНА /Песня/
Слова Фаузии Кутлугильдиной
Музыка Фанузы Латыповой|
 
Зовет нас родная Родина
Юл 580 ⟶ 576:
Родина моя,
Люблю тебя всем сердцем
Деревенька моя!|
Фаузия Кутлугильдина- АЛТЫНБИКЭ
16.11.2014 }}
 
 
{{poemx|ВАТАН /йыр/
Фәүзиә Ҡотлогилдина һүҙҙәре, Рәмил Ғимрани көйө . Башҡара Фәнзил Галин.|
 
Саҡырам һеҙҙе ,дуҫтарым,
Юл 606 ⟶ 602:
Көтәм һеҙҙе һағынып,
Осоғоҙ беҙҙең яҡтарға
Ҡанаттарың ҡағынып.|
Фәүзиә Ҡотлогилдина –АЛТЫНБИКӘАЛТЫНБИКӘ}}
 
 
Юл 614 ⟶ 610:
 
 
{{poemx| Родина ауылын мәктәбенә 50 йыл.(1970 -2020)|
 
Балаларға белем алыр өсөн башланғыс мәктәп асыла.7-се һанлы совхоздағы(эдек Родина ауылы шулай атала)башланғыс мәктәп тәүҙә бәләкәй генә өйҙә урынлашһа, унан уны баракка күсерәләр. башланғыс кластарҙы тамалаусылар 5-се класҡа уҡырға күршеләге 2 саҡрым алыҫлыҡтағы Дубровка 8 йыллыҡ мәктәбенә йөрөйҙәр.Һәм бына 1970 йылда инде Родина исемен йөрөткән ауылда 8 йыллыҡ мәктәп асыла, ул ныҡлы итеп таштан төҙөлә. Родинала мәктәп асылғас Дубровка ауылындағы 8 йыллыҡ мәктәп ябыла һәм күрше тирә-яҡ Цапаловка, Дубровка, Красный пахарь ауылдарынан Победа колхозының автобусы уҡыусыларҙы Родинаға йөрөтә башлай.Хатта Игенйылға ауылынан да өс уҡыусы йөрөй (күрәһең русса өйрәнгеләре килгәндер).Был ваҡыттарҙа уҡыусылар һаны хатта 200-гә барып етә, параллель кластар ҙа булалар.Беҙҙең күршебеҙ Соколова Надежда Александровна - хаҡлы ялдағы уҡытыусы. Улар тормош иптәше Соколов Константин Александрович менән мәктәптең асылған ваҡытынан уҡ эшләйҙәр. Быға тиклем улар Дубровка ауылында уҡытһалар, Родинала мәктәп асылғас, өй һатып алып күсеп киләләр. Уның һөйләүе буйынса
Юл 624 ⟶ 620:
Әлеге ваҡытта мәктәптә башланғыс кластарҙа 17 уҡыусы белем ала, ике уҡытыусы Якупоа Гөлшат һәм Габдиева Аксәскә уларға белем бирә.2-се һанлы мәктәп директоры Басыров Марат Рәил улы- Родина мәктәбендә лә етәксе. Шулай уҡ йыйыштырыусылар, ашнаҡсы һәм ҡарауылсылар бар.Бына ошондай хәлдә ҡаршыланы үҙенең 50 йәшен беҙҙең мәктәбебеҘ,өҫтәүенә пандемия ...
Тик беҙ мәктәбебеҙҙе Оло шатлығынан мәхрүм ҡалдырманыҡ, уның 50 йәшен *Родина хәбәрҙәре* төркөмөндә Онлайн үткәрҙек. Бик күп уҡыусылар үҙҙәренең ҡотлауҙарын яҙҙылар, йылы һүҙҙәрен әйттеләр, мәктәп йылдарының иҫтәлектәре менән уртаҡлаштылар, видеоклиптәр ҙә эшләп һалдылар.Байрам аҙағында улар класташтар йышыраҡ осрашырға, күмәкләшеп йыйылған саҡта мәктәпте лә күреп, үҙҙәре уҡыған кластарға кереп сығырға һөйләштеләр. Мәктәп 50 йәшемде иҫкә төшөрөүсө лә булманы тип үпкәләмәҫ тип уйлайым.
Мәҡәләм аҙағында ауылыбыҙ мәктәбен барлыҡ сығарылыш уҡыусылары исеменән 50 йәшлек Юбилейе менән ҡотлайым! Уҡыусыларға яҡшы билдәләренә уҡыуҙарын , уҡытыусыларға уларға түҙемле белем биреүҙәрен теләйем!Ә мәктәбебеҙгә балалар һаны артып оло ҡыуаныс кисереүен теләйем!|
Фәүзиә Ҡотлогилдина -АЛТЫНБИКӘ. 29.11.2020}}