Фәүзиә Алтынбаева яҙмалары — версиялар араһындағы айырма

Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Нет описания правки
Нет описания правки
 
18.01.2016}}
 
 
{{poemx|Хәтерләү|
Элек-электән Иҫәкәй, Һарғай ауылы йәштәре яҙ етеү менән 1 май, йәиһә 9 май байрамдарында *Ыласын ташы* ҡаяһына күтәрелгәндәр.Уларға Ибрай һәм Ташбүкән ауылы йәштәре лә ҡушылғандар. Бейек ҡаяға күтәрелеп тирә-яҡты күҙләгәндәр, йыуаға төшкәндәр.Тик йыуа йыйғанда бик һаҡ йөрөргә кәрәк, осоп китеү ҡурҡынысы бар. Аҙаҡ Ыласын ташынан төшөп матур аҡланда төрлө уйындар уйнағандар, өйҙән алып барған ризыҡтар менән һыйланғандар, ризыҡтың ҡалғанын ҡоштарға тип һалып киткәндәр.Минең әтейем һөйләгән ине(Алтынбаев Әбделғәлим)үҫмер саҡтарында улар ҙа Ыласын ташына барғандар, уның Шәфҡәт исемле дуҫ малайы ла барған. Бер ваҡыт Шәфҡәт күренмәҫ булды ти, ҡысыҡыра, яуап бирмәй икән.Оҙаҡ эҙләгәндән һуң ауылға ҡайтып әйткәндәр.Унан оло кешеләр менән килеп ҡая аҫтынан үле кәүҙәһен тапҡандар.Әтейем шунан һуң ҡая киртләстәренә йыуаға төшмәнем ти.
|}}
 
{{poemx| ИҪӘКӘЙ УРАМДАРЫ АТАМАЛАРЫ|
Беҙҙең өйөбөҙ Иҫәкәйҙә Рәүҙәк йылғаһының буйында ғына ине.Ауылымдағы урамдарҙы ауыл халҡы Һаҙ урамы, Әйетҡол , Түбән яҡ, Ос, Юғарғы ос һәм Ҡаратояҡ урамдары тип йөрөттө. Беҙҙең йорт Һаҙ урамында тыҡрыҡ башланған ерҙә генә ине.Беҙгә яҡын ғына ерҙә һаҙлыҡ бар ине, шуға ла был урам Һаҙ урамы тиеп йөрөтөлгәндер. Яңы йорт һалған кешеләр шул һаҙлыҡтан мүк йолҡоп алып, киптереп, бүрәнә араларына йылылыҡ өсөн һалалар ине.Ос яғы тип Һарғай ауылы яғына яҡын яҡты әйттеләр, ә Осҡа тиклемге аралыҡ Юғарғы Ос тип йөрөтөлә ине. Ташбүкән ауылы яғына табан киткән урам Әйетҡол , уның Рәүҙәккә тиклем дауамы Түбән яҡ тип әйтелде.ә Ҡаратояҡ урамы Ибрай яғына табан теҙелгән урам ине.. Иҫәкәй ауылы менән Ибрай ауылын араларында ағып ятҡан Рәүҙәк йылғаһы ғына айырып тора. Иҫәкәй һәм Ибрай ауылдары араһындағы матур яланды Арал тип йөрөттөләр. Рәүҙәк йылғаһы буйына өс ауыл ултырған.Һарғай, Иҫәкәй, Ибрай ауылдары.
 
 
'''АУЫЛЫМ ШИШМӘЛӘРЕ''':
 
1.Ахирйылған (Аҡ һыйыр үлгән)
 
Иҫәкәй ауылы эсендә һәм тирәһендә өс шишмә бар. Әйетҡол һәм Түбән яҡ урамдары буйлап яҙ көнө шарлап Ахирйылған исемле шишмә аға, яҙ көнө уның һыуы күп булһа ла, йәй көнө бик әҙ була, йәиһә бөтөнләй ҡороп та ҡуя. Уның башы Ташбүкән ауылы яғына табан киткән яланда башлана, тәрән генә йырын буйлап ағып килә. Уның ошондай ҡыҙыҡ ҡына исемен ололар Аҡ һыйыр үлгән тигәндән алынған тиеп әйтәләр ине.Күрәһең элекке ваҡыттарҙа ауыл кешеһенең аҡ һыйыры батып үлгәндер тип фаразларға ҡала.
 
2. Әситҡан ҡойоһо
 
Әситҡан (Әсе йотҡан) ҡойоһо ауылдың Юғарғы Ос урамы тамам булып Ос яғы башланған ерҙә ер а:тынан бик матур ҡойо булып ҡалҡып ята.Һыуы шундай һалҡын, таҙа! Элек-электән был ҡойо һыуынан айран эшләгәндәр. Элек һыуытҡыстар юҡ саҡта был һыуҙы алып ҡайтып әсемәһен өсөн эсенә һөт ҡуйғандар һауыт менән, ҡаймаҡты ла һыу эсенә һауыт менән ҡуйғандар.Әситҡан туғай араларынан Һаҙ урамы яғына ағып төшөп Рәүҙәккә ҡушыла. Хәҙерге ваҡытта Әситҡан ҡойоһо ҡараулы, ауылдаштар уны кәртәләп алғандар, буяғандар кәртәһен. Бик матур!
 
3 Һалҡын шишмә.
 
Һалҡын шишмә ауылдың Ос яғында Ташбүкән ауылы яғынан үрҙән ағып килгән, уртаса ғына шишмә. Һыуы һалҡын! Шуға ла уға Һалҡын шишмә тип исем биргәндәр. Һалҡын шишмә аша Ос урамы тамам булғас күпер ҙә һалынған ине. Ул да туғайлыҡтар аша ағып төшөп Рәүҙәк йылғаһына ҡушыла.
 
 
 
'''Ере атамалары'''
 
Һаҙ урамы яғында Һаҙлыҡ тип аталған ер булды, унда күрән үләндәре үҫә ине бүкән һымаҡ өйөлөшөп үҫәләр ине улар.Ирһеҙ ҡатындар күрәнде бесән итеп тә сабалар ине.Рәүҙәк аръяғын Һыу аръяғы тип йөрөттөк.Һыуҙы кисеп сығып аръяғындағы матур сиҙәмлектә уйнай инек,йәйге эҫе ваҡыттарҙа кер йыуа торған инек һыу буйына алып барып. Беҙ уйнағансы ағастарға элгән керҙәребеҙ кибеп тә сыға ине.
 
Һарғай яғына Һаҙ урамынан барған юлда Көлзавод тауы бар ине.Ул шау көлдән өйөлгән бәләкәс кенә тау инеул. .Беҙ шуның өҫтөнә менеп уйнай инек. Бында элек бер урыҫтың сынаяҡ заводы булған, сынаяҡ эшләгәндәр, ә аҙаҡ уны яндырғандар, шунан ҡалған был Көлтзаоды тауы тип һөйләйҙәр ине.Ысынлап та беҙ уйнаған саҡта ул тауҙа бик матур сынаяҡ ярсыҡтары табып ала торған инек.
 
 
Маҡар яғына табан сыҡһаҡ, унда тағы ла бер һаҙлы урындв Салсыҡ тип йөрөттөләр.Салсыҡта бик матур һары умырзаялар үҫә ине.Беҙ умырзая тип әйтһәк тә ул һары роза сәскәһенә оҡшап торған умырзаяларҙы ҡайһы яҡта Алтынбаштар тип йөрөтәләр икән. Ул һары умырзаялар Салсыҡта әле лә үҫәләр.
 
 
'''СЕЛТЕРБЕЙ ТАУЫ'''
 
Иҫәкәй ауылы Селтербей тауы итәгендә ултыра. Ул бик матур бейек булмаған, ағасһыҙ, йәшел үләндәр үҫкән ҙур булмаған тау. Итәгендә еләк бешә, ауыл халҡы, бала -сағалары унда еләк йыялар.Бесәнендә сабып алалар.Элек ҡыш көндәре беҙ бәләкәй ваҡытта Селтербейҙән саңғы менән шыуып төшә инек.Бала-саға йыйылышып ат санаһын һөйрәп мендерәбеҙ ҙә шуға тейәлеп тау осабыҙ! Бар ине күңелле ваҡыттар!|}}
 
 
1734

үҙгәртеү