Алпамыша эҙенән: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
" Алпамыша эҙенән Абсолют хәҡиҡәт юҡ, әгәр булһа, а..." исемле яңы бит булдырылған
 
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
15 юл:
1966 йылда АҠШ-та ФБР хеҙмәткәре, “Детектор лжи” белгесе Клив Бакстер үҙенең приборы ярҙамында үҫемлектәрҙә лә, кеше йәки башҡа хайуандарағы кеүек, һиҙеү органдары барлығын, уларҙың да ҡыуана, хәүефләнә, ҡайғыра, ҡурҡа белеүҙәрен, ул ғына ла түгел, кешенең уйын да һиҙеүҙәрен аса. Ләкин фән ағалары, үҫемлектәрҙә кешеләрҙәге кеүек ҡатмарлы нервылар системаһының юҡлығына һылтанып, Бакстерҙың революцион асышын ҡабул итмәй.
 
Күңел күҙе күрмәһә, маңлай күҙе күрмәй, ти халыҡ мәҡәле. Бөгөнгө быуын кешеһенең тәбиғәткә ҡараған күңел күҙен, өсөнсө күҙен, йәки тнтуитив тойғо һиҙемләүен томан баҫҡан. Оло быуын кешеләрендә һаҡланып ҡалған мифологик аң – халыҡ аҡылы, философияһы – оло хазина. Бөгөн ер, ағас сауҙа-байығыу объектына әйләнгәндә был аңды йәш быуынға еткереү, уның күңел күҙен асыу бик мөһим.
 
Төрлө фән тармаҡтарында көндөн-көн шаҡҡатырғыс асыштар яһап, алыҫ йыһандарға юл һалған кеше, парадокс булараҡ, үҙенең ҡайҙан, ҡасан, ни өсөн был донъяға килеүен дә белеп етмәй. Һуңғы археологик асыштар күрһәтеүенсә, үҙебеҙҙең боронғо ата-бабаларыбыҙ тип һанаған неандерталецтарҙың бынан 20- 40 мең йылдар элек тә хәҙерге хомо сапиенс, аңлы кешеләр менән күрше көн итеүҙәре асыҡланды. “Тимәк, ер йөҙөндә хакимлыҡ итеү өсөн көрәштә кеше яңғыҙ булмаған”,- тигән фекерен әйтә А. Поздняков “Аргументы и факты” гәзитенең быйылғы 4-се һанында сыҡҡан “Дарвин нимәне белмәгән” исемле мәҡәләһендә. Әлегә тиклем мистика өлкәһенә ҡарап, тотолмаған “ҡар кешеһе”, “алпамыша” феномендарын өйрәнеү кешелектең килеп сығыу тарихына аныҡлыҡ индерер ине. Тик башта уларҙың барлығын иҫбатларға кәрәк.
57 юл:
- 2001 йылда булды был. Балалар менән Бастан тигшән ерҙә бесән эшләп ята инек. Ул ер Йылайыр районы биләмәһе сигендә. Көн кискә ауышҡайны. Фәнис улыбыҙ бер йөк бесән тейәп, ауылға ҡайтып китте. Ҡыҙҙарыбыҙ Фәнүзә менән Миңзәлә бакуйҙарҙы йыйып йөрөй, кейәүҙәр күбәләп бара. Мин арттан күбәләрҙе рәтләп киләм. Шул ваҡыт урман эсендә ағасҡа доңғолдатҡансы һуҡтылар, хаттааяҡ аҫтындағы ер һелкенеп киткәндәй булды. Ҡыҙҙар, ҡурҡышып, йүгереп килде. Айыуҙыр ул, тигән булыптынысландырҙым уларҙы.
Тимер будкала йоҡлап йөрөй инек. Төндә шунда килеп һуғып китте.
 
Быйыл йәй ҙә ул “дуҫ” үҙенең барлығын белдереп алды. Шул Бастин яғындағы Һорлат тигән ергә бесәнгә барғайныҡ. Йоҡларға ҡалдыҡ. Салғыларҙы сүкештереп ҡуяйым, тип, иртәнге сәғәт алтынан тороп сыҡһам, йәнә урман эсендә ағасҡа килтереп һуҡтылар. Шунан икенсе яҡҡараҡ, тау яғына барып, кемдер яман итеп ҡысҡырҙы, - тип һөйләй Әҡсән ағай.
- Айыу булманымы икән? – тип ҡыҙыҡһынам.
- Урманда йөрөгәс, беләм, был айыу тауышы ла, бүтән берәй беҙгә таныш яныуар тауышы ла түгел. Айыу ғәҙәттә, йә һайыҫҡан булып шыҡырыҡлай, йә эт булып өрә. Улар, ғәҙәттә, талашҡанда ғына үкерә. Был ҡот осҡос көслө тауыш ине, ныҡ ҡалын тауыш. Хатта урман бер килке яңғырап торҙо. Будкала йоҡлап ятҡан кейәүҙәр ҙә ишеткән.
Юл 99 ⟶ 100:
 
Урманда түгел, ә ҡаҙаҡ далаларында ла көтөүселәр, ант итеп, “албаҫты” күреүҙәрен һөйләйҙәр. Тимер ауылы кешеләрен район эсендә, ҡайһы саҡ шаяртып, “бәрей” йә “бире заттары” тип тә ебәрәләр. Уның легендаһы барыбыҙға ла мәғлүм. Төрмән исемле Тимер ауылы һунарсыһы урманда бәрей менән алышып, уны яралай. Аҙаҡ эҙенән эйәреп барып, мәмерйәлә бәрейҙе үлтерә. Ҡыҙын үҙенә кәләш итеп алып ҡайта. Бәрей ҡыҙы ауыл тормошона өйрәнеп, йәшәп китә. Тимер ауылында әле лә биреләр араһы бар. Шәжәрә буйынса олатайҙары Төрмән бабай.
 
Халыҡтың ауыҙ-тел ижадында бире йәки бәрей төрлө сүрәткә инә алған мифик зат булараҡ та билдәле. Был осраҡта һүҙ урман йә ҡар кешеһе хаҡында барыуы ихтимал. Ағиҙел буйында үрҙә телгә алынған Шүрәлдеуйҙан бик йыраҡ түгел Бәрей мәмерйәһе лә бар. Ҡар кешеһенең ябай кеше менән тоҡом бирә алыуы ла билдәле. XIX быуатта Дағстандың хәҙерге Очамчирерайоны Тхин ауылында ла ҡулға эйәләштерелгән Зана исемле “ҡар ҡатыны” йәшәй. Был хаҡта “XX быуат серҙәре” гәзитенең 2005 йылдың 15-се һанында Ирина Петрованың мәҡәләһендә яҙылып сыҡҡайны. “Күп йылдар кешеләр араһында йәшәп, Зана бер һүҙ ҙә өйрәнә алмай. Тик бәйләнешһеҙ өндәр генә сығара . Үҙенә кейҙерелгән күлмәкте йыртҡылап ташлай. Биленә бәйләнгән сепрәккә генә риза була. Бик көслө һәм сыҙамлы. Йүгергәндә атты еткермәй. Йәйен-ҡышын үҙенең исемен йөрөткән шишмәлә йыуына. Дөйөм алғанда, Зана тулы мәғәнәһендә кеше була алмай. Ләкин… кеше әсәһе була! Зана бер нисә тапҡыр ауырға ҡала һәм бала таба. Яңы тыуған балаларын һалҡын шишмә һыуында йыуындыра. Метис балалар һалҡын ваннаны күтәрә алмай, үләләр. Аҙаҡ ауыл кешеләре Зананан тыуған балаларын тартып алып, үҙҙәре ҡарай. Уның ике улы, ике ҡыҙы аҡыл һәм физик яҡтан бер аҙ сәйерерәк була, әммә хеҙмәткә, йәмғиәт тормошона яраҡлы кеше булып һанала. Дағстанда ҡар ҡатыны тоҡомдары әле лә йәшәй”.
Ғалимдар ниңә өйрәнмәй? Үкенескә ҡаршы, Алпамыша, ҡар кешеләре феноменын Рәсәйҙә әлегә етди өйрәнгән фән тармағы юҡ. 1958 йылдың ғинуарында СССР Фәндәр академияһында, тарих һәм философия фәндәре докторы Б. Поршнев инициативаһы менән, ҡар кешеһен өйрәнеү буйынса комиссия төҙөлә. Шул уҡ йылда Фәндәр академияһы ҡар кешеһен табыу маҡсатында Памир тауҙарына фән эшмәкәрҙәренән торған экспедиция ойоштора. Баштан уҡ ғалимдар араһында экспедицияның маршрутын билдәләү һәм ойоштороу эштәре буйынса фекер айырымлыҡтары тыуа. Поршнев экспедицияла ҡатнашыуҙан баш тарта. Экспедиция көтөлгән һөҙөмтә бирмәй. Фәндәр академияһында ҡар кешеһен өйрәнеү онотолоп ҡала.