Ҡышҡы йәйғор -2021. Сәсәндәр мәктәбе: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
"Сәләм һиңә, Викидәреслегем! Ҡабул итсе мине үҙ итеп, Һағынып та киттем әле һине..." исемле яңы бит булдырылған
 
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
32 юл:
Фәүзиә Ҡотлогилдина -Алтынбикә 29.03.2021
 
* [[/Төлкәҫ|Төлкәҫ]]
 
 
1
ТӨЛКӘҪ (Топономия)
 
Беҙҙең баҡсабыҙ артынан
Бер кескәй йылға аға,
Исеме лә шундай матур,
Төлкәҫ тиеп атала.
 
Ул аға болондар буйлап
Дәртле йырҙарын йырлап,
Яр буйы туғайҙарында
Ҡоштары тора һайрап.
 
Йәй көнө Төлкәҫ һыуында
Ап-аҡ ҡаҙҙар йөҙәләр,
Ҡыр үрҙәктәре, селәндәр
Был йылғаны һөйәләр.
 
Төлкәҫ һыуында йәшәйҙәр
Сабаҡтар, ҡоморойҙар,
Яр буйында ҡармаҡ һала
Шаян үҫмер малайҙар.
 
Йәйҙең эҫе көндәрендә
Ҡыҙҙар балаҫ йыуалар,
Төлкәҫтең көйөнә ҡушып
Моңло йырҙар һуҙалар.
 
Красноусол ауылында
Ул Көгөшкә ҡушыла,
Беҙҙең бәләкәй Төлкәҫ тә
Ҙур диңгеҙгә юл ала.
Линара Иҙрисова.9 кл..Йәншишмә төркөмө Етәксеһе Ҡотлогилдина Фәүзиә
 
Төлкәҫ -Ғафури районындағы бәләкәй йылға, Көгөшкә ҡушыла.
 
2