Ҡышҡы йәйғор -2021. Сәсәндәр мәктәбе: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
29 юл:
 
 
Беләһегеҙме , бәйгенең шул тиклем шәп үткәнен! 71 ижад эше ҡабул ителде уҡыусыларҙан. Баһалама комиссияһы тикшереп урындар ҙа билдәләнек, финанс табаһы ғына ҡалды бүләктәр алырға.Әле эҙләйем. Балалар шундай һәләтлеләр, ижад эштәре һоҡланырлыҡ! Биш номинация ла гөрләп торҙо һәр көн һайын! Хәҙер һеҙҙең иғтибарға балалар ижадының тарихҡа, топонимикаға ҡағылғандарын тәҡдим итмәксемен.Үҙем ижадсы сәсәниә булғас, балаларҙы ла ижад юлынан алып киттем мин. Ҡышҡы йәйғор бәйгеһен Ғафуриҙә инде өсөнсө йыл үткәрәм.
Фәүзиә Ҡотлогилдина -Алтынбикә 29.03.2021
 
* [[/Төлкәҫ|Төлкәҫ]]
* [[/Йылғаҡайым Бирешле|Йылғаҡыйым Бирешле]]
* [[/Ватан|Ватан]]
* [[/Мәжик|Мәжик]]
* [[/Ҡуштау|Ҡуштау]]
* [[/Йыһангир соҡоро|Йыһангир соҡоро]]
* [[/Йәйге каникулым|Йәйге каникулым]]
* [[/Төбәгемдең сихри урындары - Мәндем йылғаһы|Төбәгемдең сихри урындары - Мәндем йылғаһы]]
* [[/Ауылым яландары|Ауылым яландары]]
* [[/Фронтовик ҡарт олатайҙарым|Фронтовик ҡарт олатайҙарым]]
* [[/Баш һыуы|Баш һыуы]]
* [[/Ҡурғашлы ауылы тарихы|Ҡурғашлы ауылы тарихы]]
* [[/Минең олатайым|Минең олатайым]]
* [[/Көгөш|Көгөш]]
* [[/|/]]
 
1
ТӨЛКӘҪ (Топономия)
 
 
 
2
ЙЫЛҒАҠАЙЫМ БИРЕШЛЕ (Топономия)
 
Ауылыбыҙҙың ситенэн
Ағып ята Бирешле
Тирә - ягы матур урман
Саҡырып тора һәр кемде.
 
Яззар еткэс шалтырап аға ,
Һантуғастар һайрайҙар,
Ҡуйынында шишмәһе бар
Селтер тиеп атайҙар .
 
Озон, ауыр юлдар ярып,
Ауылыбыҙға йәм биреп ,
Килеп кергэн ул йыраҡтан
Тәбиғәт һөйөндөрөп.
 
Ауыл халҡы ла яратып
Яз һайын йыйылышып
Сүп -сарҙан таҙартып ала
Йылғаны ҡыуандырып.
 
Бирешле быға ҡыуанып
Рәхмәттәрен белдерә,
Селтерәгән тауыш менән
Һәр кемде һөйөндөрә.
 
Йырлай, йырлай матур йырын
Хушлашҡандай моңланып
Көгөшкә ҡушылып китә
Иҫтәлеген ҡалдырып.
Эльвина Йәрмөхәмәтова 9кл. Йәншишмә төркөмө Етәксеһе Ҡотлогилдина Фәүзиә
 
Бирешле йылғаһы Көгөштөң ҡушылдығы.
 
3
 
Ватаным
 
Һәр ауылдың үҙ йәме бар
Үҙ халҡына ҡәҙерле,
Мин дә ауылымды маҡтап
Әйтәйем үҙ һүҙемде.
 
Исеме лә бик матур бит
Ватаным тип өндәшәм,
Төрлө халыҡ йәшәһә лә
Үҙ телемдә һөйләшәм.
 
Һәр телде лә хөрмәт итеп
Ситкә ҡуймай береһен дә
Дуҫтарса йәшәйбеҙ бында
Бөтәбеҙ бер төркөмдә.
 
Берҙәмлектә, татыулыҡта
Үтә һәр бер көнөбөҙ,
Һәр халыҡтың да байрамын
Беҙ бергә үткәрәбеҙ.
 
Мэзэниэт усағыбыз
Гөрләп тора һәр көндө,
Башҡорт, татар, рус, башҡаһы
Йырлап йәшәй, бик йәмле.
 
Ағинәйҙәр ойошмаһы
Яҡшылыҡҡа өйрәтә,
Ауылыбыҙ һүнмәһен тип
Һәр ваҡытта иҫкәртә.
 
Мәктәп усағы һүнмәһен,
Йәштәр ҡалһын ауылда,
Үҙ ауылының ҡәҙерен
Белһендәр тип барыһы ла.
 
Шул матурлыҡты юғалтмай
Сәскә атып тағын да,
Мэнге яшэ, Ватаным, дип
Теләйем тагын, тагын да!!
Эльвина Йәрмөхәмәтова 9 кл. Йәншишмә төркөмө, Етәксеһе Ҡотлогилдина Фәүзиә
 
Ватан -Родина ауылының башҡортса исеме, ул исемде Родинала йәшәгән башҡорттар , үҙебеҙ ҡуштыҡ.Хәҙер 5 йылдан артыҡ Ватан тип ауыҙ тултырып әйтәбеҙ башҡортса сараларҙа.
 
4
 
Мәжик (Мәжит) тауы.
 
Был тауҙың тарихы тураһында, миңә, ауылыбыҙҙың аҡһаҡалы, Сөләймәнов Зөлфәр бабай һөйләне.
Мәжик тауы менән минең тыуған ауылымды Еҙем йылғаһы ғына айырып тора. 1906-1910 йылдар тирәһендә Толпар ауылында Мырҙаҡайҙан(Сәйетбабанан) килеп Сәйфуллин Әбйәлил тигән кеше муллалыҡ иткән. Әбйәлил мулла Үтәш мәҙрәсәһендә уҡыған булған. Уның менән бергә, был мәҙрәсәлә, башҡорт халыҡ шағиры Мәжит Ғафури ҙа белем алған. Нисәнсе йылдар икән билдәһеҙ, Мәжит Ғафури Иҙел башы яғына үтеп барышлай Толпарҙағы дуҫы, һабаҡташы Сәйфуллин Әбйәлилгә туҡталып китә. Әбйәлил дуҫын күргәс бик шатланған. Улар Еҙем йылғаһы аша сығып, тауға үрмәләгәндәр. Был тау башынан ауылымдың тәбиғәте матур булып күренә. Әбйәлил менән Мәжит Ғафури тау итәгендә ултырып, оҙаҡ ҡына хәбәрләшкәндәр.
Ошонан һуң Әбйәлил мулла менән Мәжит Ғафури һөйләшеп ултырған тауҙы Мәжит тауы тип йөрөтә башлайҙар. Әлеге көндә ниндәй сәбәптәндер, был тауҙы Мәжик тауы тип атайҙар. Минең уйлауымса, был тауҙың тарихын белмәүҙән киләлер.
Шәйәхмәтов Ансар 4 б класы КБГИ Толпар ауылынан Етәксеһе Альбина Ҡолманова
 
5
Юл 183 ⟶ 102:
8
 
өбәгемдеңТөбәгемдең сихри урындары - Мәндем йылғаһы (Топонимик инша)
 
Башҡортостаныбыҙ иç киткес матур һәм бай республика ул.Ошо Башҡортостандың иң матур төбәктәренең береһендә урынлашҡан Ғафури районы.Беренсе халыҡ шағиры исем биргән минең еремә.Ғафури ере үҙенең иҫтәлекле урындары,легендаларға бай булыуы менән тирә-яҡта дан тота.Ҡайһы ғына урынын алма,ниндәй генә һыуын эсмә,ниндәй генә тупрағында,батҡағыңда йөрөмә барыһы ла һиңә шифа бирә.Урманында