Фикһул Ислам: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Тамғалар: редактор вики-текста 2017
Тамғалар: редактор вики-текста 2017
68 юл:
 
'''Мәғәнәһе''': Инандым Аллаһы Тәғәләгә, үә йәнә Уның китаптарына, үә йәнә Уның бәйғәмбәрҙәренә, үә йәнә әхирәт көнөнә, үә йәнә тәҡдирҙең яҡшыһы ла, яманы ла Аллаһы Тәғәләнән булуына, үә йәнә үлгәндән һуң тағы терелеүгә.
 
==АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘ==
Аллаһы Тәғәләне белеү - һәр бәндәгә фарыҙ, ләкин Уның затын белергә беҙҙең аҡылыбыҙҙың ҡеүәте етмәй. Беҙгә Уны сифаттары буйынса ғына белеү мөмкин. Аллаһы тәғәләнең күркәм сифаттары бик күп.
Уны мәшһүр сифаттары буйынса түбәндәгесә күҙ алдына килтереп була: Аллаһы Тәғәлә мәүжүд, әхәд, хәййүн, ғалим, сәмиғ, бәсыйр, мөтәкәллим, ҡадир, халиҡ, мохтар, рәззаҡ, рабби, ғаҙел, ғафур, мүжиб.
 
'''МӘҮЖҮД''' - Бар тигән һүҙ. Аллаһы Тәғәлә бар, барлығы һис бер затҡа мохтаж түгел. Үҙенән үҙе бар. Барлығының башы ла, ахыры ла юҡ, йәғни мәхлүҡәте кеүек әүәле юҡ булып, һуңынан бар булған түгел. Уның ахыры ла юҡ булған һымаҡ, бер заман юҡҡа сығасаҡ та түгел. Ул һәр саҡ буласаҡ.
 
'''ӘХӘД '''- Бер тигәнде аңлата. Аллаһы Тәғәлә бер генә. Уның һис шәрике үә тиңдәше юҡтыр.
 
'''ХӘЙЙҮН''' - Терек тигән һүҙ. Аллаһы Тәғәлә теректер. Ләкин тереклеге беҙҙең кеүек тән
Һәм йән кеүек түгел.
 
'''ҒАЛИМ'''- Белеүсе тигән һүҙ. Аллаһы Тәғәлә һәр бер нәмәне беләлер. Булганыла, буласағы ла - һәр ҡайһыһы Аллаһы Тәғәләгә мәғлүм. Аллаһы Тәғәләгә мәғлүм булмаған нәмә юҡ. Әммә белеүе беҙҙең шикелле өйрәнеү- уйланыу менән түгел.
 
'''СӘМИҒ''' - Ишетеүсе тигәнде аңлата. Аллаһы тәғәлә һәр бер тауышты ишетә. Ишетеүе беҙҙең һымаҡ ҡолаҡ арҡылы түгелдер.
 
'''БӘСЫИР''' - Күреүсе тигән һүҙ. Аллаһы гәгәләнең күрмәгән нәмәһе юҡтыр. Уның күреүе беҙҙең ише к үҙ аша түгел.
 
'''МОТӘКӘААИМ '''- Һөйләүсе тигәнде аңлата. Аллаһы тәғәлә һөйләүселер. Ҡөръәндә яҙылған һүҙҙәр - бөтөнөһө лә Аллаһы тәғәләнең һүҙҙәре, һөйләүе - беҙҙең кеүек ауыҙ үә тел менән, тауыш һәм хәрефтәр менән түгел.
'
'''ҠАДИР''' - Көсө етеүсе тигән һүҙ. Аллаһы Тәғәләнең һәр нәмәгә көсө етәлер, ни теләһә, шуны булдыра. Көсө беҙҙең кеүек ағзалар үә ҡоралдар арҡылы түгел.
 
ХАЛИҠ - Булдырыусы тигән һүҙ. Ғамәлдәге һәр бер нәмәне бар ҡылыусы һәм булдырыусы - Аллаһы Тәғәлә.
 
 
'''МОХТАР''' - Ихтыярлы тигәнде аңлата. Аллаһы Тәғәлә һәр ҡылған эшен үҙ ихтияры менән теләп ҡыла. Ҡылһа ла, ҡылмаһа ла, һәр бер эшендә камил ихтыярлы. 
РӘЗЗАК - Туйҙырыусы тигән һүҙ. Һәр бер кешегә Һәм хайуанға ризык биреүсе - Аллаһы Тәғәләлер. Сөнки ер йөҙөндәге һәр бер йән эйәһе Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте менән үҫкән ризык үә ниғмәттәрҙе ашап-эсеп көн күреүҙә.
 
'''РАББИ '''- Тәрбиә ҡылыусы һәм хужа булыусы тимәк. Барса ғаләмгә рәхмәт ҡылып, тәрбиә ҡылыусы үә бөтөн ғаләмдең хужаһы - Аллаһы Тәғәлә генә.
 
'''ҒӘҘЕЛ''' - Тоғролоҡ ҡылыусы тигәнде аңлата. Аллаһы Тәғәлә һәр эшен үә һәр хөкөмөн тоғролоҡ һәм ғәҙеллек менән ҡыла. Һис бер кемгә йәбер үә золом ҡылмай.
Әхирәттә изге бәндәләрҙе йәннәт ниғмәттәре менән хөрмәт ҡыласаҡ. Иманһыҙ үә гөнаһлы бәндәләрҙе йәһәннәм ғазабы менән ғазап ҡыласаҡ.
 
'''ҒАФУР '''- Ғәфү ҡылыусы тигән һүҙ. Аллаһы Тәғәлә күп кешеләрҙең гөнаһтарын ғәфү итәсәк. Тәүбә ҡылғандарҙың гөнаһтарын ғәфү итеү ҙә, .ҡылмағандарҙыҡын ғәфү итеү ҙә - Аллаһы Тәғәләнең үҙ ихтыярында.
 
'''МҮЖИБ '''- Доғаларҙы ҡабул итеүсе, Аллаһы тәғәлә ихлас ҡылынған мәғкүл доғаларҙы ҡабул итә: үҙенең рәхмәте менән ҡайһы бер кешеләрҙең һораған хәжәттәрен бирә.
 
Аллаһы Тәғәлә бөтөн ғәйеп үә кәмселектәрҙән паҡ һәм мөнәззәһтер. Уның затында ла, сифатында ла, ҡылған эштәрендә лә һис бер кәмселек юҡ.
 
Аллаһы Тәғәләнең мәхлүҡәткә һис бер йәһәттән оҡшашлығы юҡ. Уны бер нәмәгә лә оҡшатыу мөмкин түгел. Аллаһы Тәғәлә кәүҙәле зат түгелдер.
Уның бер рәүеше лә, һүрәте лә юҡ. Һис бер урында үә һис бер билдәле тарафта түгелдер. Шулай булһа ла - барҙыр. Уның сифаттарының ҡиәфәттәре беҙгә мәғлүм түгел. Үә йәнә Аллаһы Тәғәләгә ашау, эсеү, арыу, йоҡлау кеүек эштәр ҙә юҡ. Аллаһы Тәғәлә һис бер заттан тыумаған һәм унан да һис бер зат тыумаған.
[[Категория:Дин]]
[[Категория:Ислам]]