Фикһул Ислам: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
563 юл:
 
14.Яңғыҙ кеше һәр рәҡәғәттә сүрәләрҙе эстән уҡыр. Имам эстән уҡый торған рәҡәғәттәрҙе лә ҡысҡырып уҡыһа-дөрөҫ булыр.
 
== '''МӨДРИК ҮӘ МӘСБУҠ''' ==
1. Имам намаҙҙы уҡый башлағас, һуңлап килгән кешегә намаҙҙың ҡайһы ғәмәлендә булһа ла имамға ойоп, шул ғәмәлде ҡыла башлау үәжибтер. Хатта имам иң аҙаҡҡы ҡәғдәлә булһа ла, ойоп ҡалмаҡ сауаптыр.
 
2.Имам ҡыямда ҡысҡырып сүрә уҡыған саҡта килеп ойоған кеше ҫәнәне уҡымаҫ, эстән уҡыған саҡта килеп ойоған кеше ҫәнәне уҡыр. Ҡыямда башҡа ғәмәлдә ваҡытта ойоған кеше лә ҫәнә уҡымаҫ.
 
3.Имам бер рәҡәғәттең рәҡүғендә саҡта килеп ойоп, имам торғансы рәҡүғкә етешкән иҫәпләнер. Имам рәҡүғтән торғас, ҡыямда сәждәлә ваҡытта ойоған кеше ул рәҡәғәткә етешкәнгә иҫәпләнмәҫ.
 
4.Имамдың тәүге рәҡәғәтенә өлгөргән кеше «мөдрик» тип аталыр. Тәүге рәҡәғәтенә өлгөрмәгән кеше «мәсбуҡ» тип аталыр.
 
5.Мәсбуҡ һуңғы ҡағдЗлә «тәшәһһүд» уҡыр, «салауат» үә доға уҡымаҫ. Имам ике тарафҡа ла сәләм биргәнсе көтөп тик торор, имам сәләм биреп - бөтөргәс, ҡыямға тороп, «Ҫәнә», «Әғүҙе», «Бисмилләһ» үә сүрәләр уҡып, ҡылған рәҡәғәттәрен ^аҙа ҡылыр.
 
б.Тәүге рәҡәғәткә өлгөрмәгән кеше, имамдан һуң, бер рәҡәғәт ҡаҙа кылыр. Ике рәҡәғәткә өлгөрмәгән кеше имамдан һуң ике рәҡәғәт ҡаҙа кылыр. Тәүге рәҡәғәтендә ҡағдәгә ултырмаҫ, һәр ике рәҡәғәттә «Фәтихә»нән мөхтәсәбтер: « Аллаһүммә иннии эс, әлүкә мин фәдликәл-ғәҙим». Мәғәнәһе: Йә, Рабби, тәхҡиҡ, мин һинән олуғ фазыл һәм Рәхмәтеңде һорайым.
 
4.Мәсеткә ингәс тә бер сөннәт намаҙ уҡымаһа, ике рәҡәғәт (тәхийәтүл мәсет) намаҙы уҡыу мөстәхәбтер.
 
5.Мәсет эсендә әҙәп үә тәүҙиғ менән ултырыу, зикер үә тәсбих, тәүбә үә истиғфәр, доға үә тәҙәррүғ менән шөғөлләнеү; Ҡөрьән йә китап уҡыу, йәки үәғәҙ һөйләп үә тыңлап тороу, йә ғилем өйрәнеп, йә өйрәтеп тороу мөстәхәбтер.
 
6.Һуған, һарымһаҡ, торма ашаған көйөнсә мәсеткә инеү үә мәсеттә донъя эштәре , ҡылып, йә донъя һүҙҙәре һөйләп, көлөшөп ултырыу мәкруһтыр.
 
7.Әгәр иртәнге намаҙ өсөн мәсеткә барып ингәндә имам фарыҙҙы уҡырға керешкән булһа, ике хөкөм бар: тиҙ генә ике рәҡәғәт сөннәтте уҡығанда фарыҙҙың һуңғы рәҡәғәтенә имамға ойоп ҡалырлыҡ булһа, тәүҙә мәсеттең икенсе бүлмәһенә йә шаршау артына барып ике рәҡәғәт сөннәтен  уҡыр һуңынан имамға мәсбуҡ булып ойор. Әгәр сөннәтен уҡығада фарыҙҙың һис бер рәҡәғәтенә өлгөрмәй ҡалырлыҡ булһа, сөннәтен уҡымаҫ, шундук имамға ойор. Ҡалған ике рәҡәғәт сөннәтен фарыҙҙы уҡығандан һуң ҡаҙа ҡылмаҫ.
 
8.Әгәр ҙэ иртәнге намаҙҙың сөннәтен уҡырға керешеп, ҡамәт уҡылып, имам фарыҙға керешкән булһа, тәүҙә тиҙ генә сөннәтен тамамлар, һуңынан имамға ойор.
 
9.Өйлә намаҙы өсөн мәсеткә ингәндә имам өйләнең фарыҙын уҡырға тотонған булһа, тиҙ генә имамға ойор. Дүрт рәҡәғәт сөннәтен уҡып шөгөлләнмәҫ. Фарыҙҙы тамам ҡылғандан һуң дүрт рәҡәғәт сөннәтен ҡаҙа ҡылыр, һуңынан ике рәҡәғәт сөннәтен уҡыр.
 
10.Мәсеткә инеп, өйләнең дүрт рәҡәғәт сөннәтен уҡырға керешкәс, ҡамәт төшөрөлөп, имам фарыҙҙы уҡырға керешһә, керешелгән намаҙҙың ике рәҡәғәт нәфел намаҙы итеп тамам ҡылыр ҙа, тиҙ генә имамға ойор. Фарыҙ тамам булғандан һуң дүрт рәҡәғәт сөннәтен, һуңынан ике рәҡәғәт сөннәтен уҡыр.
 
11.Әгәр ҙә дүрт рәҡәғәт сөннәттең өсөнсө рәҡәғәтен дә уҡый  башлаған булһа, уны тамалап ҡуйыу тиешле булыр. Тамам булғандан һуң имамға ойор.
 
12.Ҡатындарға намаҙҙы мәсеткә барып уҡыу мәкруһтыр.
 
Мәгәр ҡарсыҡтарҙың иртә, ахшам үә йәсих намаҙҙарын мәсеттә уҡыуҙары мәкруһ булмай.
[[Категория:Ислам дине]]