Фикһул Ислам: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
674 юл:
 
9. Намаҙҙың һуңында сәждәи  сәһү онотоп ҡылмай ҡалдырылһа, намаҙға кәмселек килмәҫ— уның өсөн намаҙҙан һуң һис бер ғәмәл ҡылыу лазым булмаҫ.
 
== '''НАМАҘҘА ЯҢЫЛЫШЫУ''' ==
1.Берәү дүрт рәҡәғәтле намаҙҙа яңылышып, тәүге ҡағдәлә ултырмайынса, ҡыямға тора башлап, яңылышҡанын иҫләһә, ике хөкөм бар:          
 
1)әгәр тубыҡтары турайып етмәгән булһа, ҡағдәгә ҡайтанан ултырып, «тәшәһһүд» уҡыр,  аҙағынан сәждәи сәһү ҡылмаҫ;
 
2) әгәр тубыҡтары турайып, ҡыямға яҡынлаған булһа, ҡағдәгә ҡайтмайынса, ҡыямға торор ҙа артабанғы рәҡәғәтте уҡый башлар. Ҡалдырылған ҡағдә өсөн һуңынан сәждәи сәһү ҡылыр.        .
 
'''2.Берәү дүрт рәҡәғәтле намаҙҙа һуңғы ҡағдәлә «тәшәһһүд»те уҡығандан һуң яңылыш бишенсе рәҡәғәтте уҡый башлаһа, йәнә ике хөкөм бар:'''      
 
1) әгәр бишенсе рәҡәғәттең сәждәгә ҡылынғансы яңылышҡанын белһә, тиҙ генә ҡағдәгә ҡайтып, сәләм бирер дә сәждәи сәһү ҡылыр;
 
2) әгәр яңылышҡаны бишенсе рәҡәғәттең сәждәһе ҡылынғас беленһә, йәнә бер рәҡәғәт өҫтәп, намаҙын алты рәҡәғәт итер, һуңынан сәждәи сәһү ҡылып, намаҙын тамамлар. Артыҡ ике рәҡәғәте нәфел намаҙы булып ҡалыр.
 
'''3. Берәү һуңғы ҡағдәгә ултырмайынса бишенсе рәҡәғәттең ҡыямына торһа, тағы ике хөкөм бар:'''  
 
1) әгәр бишенсе рәҡәғәттең
 
сәждәһен ҡылғансы яңылышҡаны иҫенә төшһә, тиҙ генә ҡағдәгә ултырып «тәшәһһүд» уҡыр, унан һуң сәләм биреп сәждәи сәһү ҡылыр;
 
2) әгәр яңылышҡаны бишенсе рәҡәғәттең сәждәһе ҡылынғас хәтеренә төшһә, намаҙы фарыҙ хөкөмөнән сығып, нәфелгәфанап, фарыҙҙы өр-яңынан башлап уҡыр.
 
4.Берәү намаҙ эсендә нисә рәҡәғәт уҡығанын онотоп, нисәнсе рәҡәғәттә икәнен хәтерләй алмаһа, намаҙын боҙоп (намаҙҙы боҙғанда ҡайһы ерҙә булһа ла ике яҡҡа сәләм биреп боҙалар) яңынан уҡыр.
 
Әгәр ҙә яңылышыу ике-өс тапҡыр ҡабатланһа, намаҙын боҙмаҫ, күңеле нисә рәҡәғәт уҡығанына инанһа , шунса уҡығанға иҫәпләп, намаҙын тамамлар.
 
Әгәр нисә рәҡәғәт уҡығанын һис кенә лә хәтерләй алмаһа, үҙен әҙерәк уҡығанға һанар. Тәүгә ике рәҡәғәттә яңылышһа, бер рәҡәғәт уҡығанға хисаплар, өсөнсөһө менән дүртснсеһе араһында яңылышһа, өсөнсө рәҡәғәткә хисап ҡылыр.
 
5. '''Берәү дүрт рәҡәғәтле намаҙға керешеп, ике рәҡәғәт уҡығас, тәүге  ҡағдәлә сәләм бирһә, ике хөкөм бар:'''
 
1) әгәр сәләм биргәндән һуң намаҙҙы боҙорлоҡ эш ҡылмаһа, ҡыямға тороп, ҡалған рәҡәғәттәрҙе уҡып намаҙын тамамлар ҙа, ахырҙа сәждәи сәһү ҡылыр;
 
2) әгәр намаҙын боҙорлоҡ бер эш ҡылһа, намаҙҙы яңынан башлап уҡыр.
[[Категория:Ислам дине]]