Фикһул Ислам: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
707 юл:
 
2) әгәр намаҙын боҙорлоҡ бер эш ҡылһа, намаҙҙы яңынан башлап уҡыр.
 
== '''СӘЖДӘИ ТИЛӘҮӘТ''' ==
1.Ҡөръән Кәримдә 14 тапҡыр сәждә аяты осрай.
 
2.Ошо сәждә аяттарын уҡыған кешегә лә, ишеткән кешегә лә сәждәи тиләүәт ҡылыу тейеш.
 
'''Ҡиблаға ҡаршы тороп''': «Ниәт ҡылдым сәждәи тиләүәт ҡылмаҡҡа»,-тип ниәтләп, тәкбир әйткәс, сәждәгә китер. Өс мәртәбә сәждә тәсбихе әйтеп, тәкбир әйткәс, ҡағдәгә ултырыр.
 
'''Унан һуң ошо доғаны уҡыр''':« Сәжәттү лир-рахмәәнү үә әмәнтү бир- рахмәәни-фәғфирли ҙүнүүби йә рахмәәнү сәмиғнәә үә әтағнәә ғуфраанәҡә раббәнәә үә иләйкәл-мәсыйр».
 
'''Мәғәнәһе:''' Сәждә ҡылдым Аллаһы тәғәлә өсөн һәм иман килтерҙем. Ул Аллаһы Тәғәләгә. Шулай булғас инде минең гонаһтарымды ярлыҡа. Әй, Рәхмәт ҡылыусы Аллаһы! Әй, Раббыбыҙ, беҙ һинең ғафүеңде ишеттек һәм һиңә итәғәт ҡылдыҡ. Беҙ ахырҙа һинең хөкөмгә ҡайтасаҡбыҙ.
 
3.Сәждәи тиләүәт өсөн дә, намаҙҙағы кеүек, тәһәрәтле булыу, тәне, кейеме, намаҙлығы таҙа булыу, ғәүрәт ерҙәре ҡаплаулы булыу, Ҡиблаға ҡаршы булыу шарттыр. Сәждәи тиләүәттең үҙенең генә махсус ваҡыты юҡ —ҡайһы мәлдә уҡылһа ла ярай.
 
4.Сәждәи тиләүәттә ҡулдарҙы ҡолаҡ тәңгәленә күтәреү ҙә, ҡыям менән рәҡуғ та юҡ, сәждәһе лә бер генә тапҡыр. Намаҙ эсендә сәждә аяттарының береһен уҡыған кеше аят тамамланғас, намаҙын боҙмайынса, тәкбир әйтеп сәждәгә китер. Сәждә ҡылғас тәкбир әйтеп ҡыямға торор ҙа, сәждә аятынан һуңғы аяттарҙы уҡып, рөҡуғ ҡылыр.
 
5.Әгәр сәждә аятын уҡығас рөҡуғ ҡылһа, сәждәи тиләүәт ҡылыу үәжиб булмай, рөҡуғе сәждәи тиләүәт урынына тора.
 
6.Әгәр имам намаҙ эсендә сәждәи тиләүәт ҡылһа, уға эйәреп башҡаларға ла сәждә ҡылыу үәжиб булыр.
 
7.Берәү бер мәжлестә ике сәждә аятын уҡыһа йәки ишетһә, һәр аят өсөн берәр сәждәи тиләүәт ҡылыр. Әгәр бер сәждә аятын ике мәртәбә уҡыһа йә ишетһә, бер генә сәждәи тиләүәт ҡылыр.
 
8.Әгәр бер сәждә аятын ике мәжлестә уҡыһа йә ишетһә, ике тапҡыр сәждәи тиләүәт ҡылыр.
 
9.Кеше ишетерлек урында сәждә аятын ҡысҡырып уҡыу, сәждә аятының үҙен генә атап уҡыу һәм Ҡөръән уҡығанда сәждә аяттарын уҡымай ҡалдырып китеү - мәкруһ була.
 
10.Сабый бала, диуана кеше, хәйеҙле үә нифаслы ҡатын сәждә аятын ишетһә, уларға сәждәи тиләүәт ҡылыу мотлаҡ түгел. Мәгәр уларҙың уҡығанын ишеткән кешеләргә мотлаҡ булыр.
 
11.Берәү йөнөб йәки иҫерек ваҡытында сәждә аятын ишетһә, уға һуңынан сәждә ҡылыу үәжиб булыр.
[[Категория:Ислам дине]]