Фикһул Ислам: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
736 юл:
 
11.Берәү йөнөб йәки иҫерек ваҡытында сәждә аятын ишетһә, уға һуңынан сәждә ҡылыу үәжиб булыр.
 
== '''Мөким үә  мосафир''' ==
1.Өйҙә тороусы кешегә '''мөким''' тип әйтелер. Йөҙ саҡырым самаһы'ергә барыу ниәте менән юлға сыҡҡан кешегә '''мосафир''' тиерҙәр.
 
2.Сәфәргә сыҡҡан кеше ҡалаһының йә ауылының йорттары тәңгәленән уҙғаңдан башлап, йәшәгән еренә ҡайтып ингәнсе иәки икенсе ерҙә (ҡалала, ауылда) 15 көн йәшәүҙе ниәт ҡылғанға тиклем мосафир хәлендә булыр.
 
3.Әгәрҙә мосафир бер урында 15 көн йәшәү ниәт ҡылһа, шул сәғәттән ул мөҡим хөкөмөндә була, әгәр 15 көндө тултырмайынса тағы юлға сыҡһа, мосафир була.
 
4.Мосафирҙың бер ҡалала (ауылда) 15 көн йәшәү ниәте булмаһа ла, йомошо бетмәү йәки берәр хәбәр көтөү сәбәпле 15 көнгә ҡәҙәр әлеге урында йәшәһә, мосафир хөкөмөндә ҡалыр.
 
5.Ике ҡалала (ауылда) йорто булған кеше шул ҡалаларҙың (ауылдарҙың) ҡайһыһына барып инһә лә, мосафирлыҡтан сыға.
 
Әгәр әлеге ҡалаларҙың (ауылдарҙың) араһы йөҙ саҡрым һәм унан да алыҫ булһа, бер өйөнән икенсеһенә барып еткәнгә ҡәҙәр мосафир булыр.
 
6'''.Мосафирҙың өс хөкөмө бар''':
 
1) уға өйлә, икенде, йәсиғ намаҙҙарының фарыҙҙарын икешәр рәҡәғәт итеп ҡыҫҡартып уҡыу үәжиб булыр;
 
2) ситектәренә өс көнгә хәтле мәсих ҡылыу дөрөҫ;
 
3) сәфәрҙә сағында Рамаҙан айы тура килһә, ураҙа тотмайынса ҡазаға ҡалдырыу дөрөс була.
 
7.Мосафир дүрт рәҡәғәтле сөннәттәрҙе һәм өс рәҡәғәтле ахшам үә витр намаҙҙарын ҡыҫҡартырға тейеш түгел.
[[Категория:Ислам дине]]