Фикһул Ислам: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
782 юл:
 
3.Ҡатындарға, сабыйҙарға, диуаналарға зиндандағы кешеләргә, мосафирҙарға, ауырыуҙарға, ике күҙе лә һуҡырҙарға, аҡһаҡтарға, Йома намаҙы фарыҙ түгел. Улар Йома намаҙы урынына өйлә намаҙы уҡыр. Ләкин мәсеткә барып Йома намаҙы уҡыһалар дөрөҫ булыр.
 
'''4.Йома намаҙы уҡыр өсөн 6 шарт бар''':
 
1) Миср - ислам шәһәре тиерлек бер ҙур ауылда йә ҡалала булыу;
 
2) Имәм - падишаһ йә мөфти тарафынан рөхсәтле кеше имам булыу;
 
3) Йәмәғәт - имамдан башҡа аҡылы камил йәнә өс кеше булыу;
 
4) Изнүғәм - һәр кемгә инергә рөхсәт булған мәсеттә уҡылыу;
 
5) Уаҡту ҙуһр - өйлә ваҡытында уҡылыу;
 
6) Хутбәһ - Йоманың фарыҙынан алда имамдың Хөтбә уҡыуы.
 
5.Ошо шарттарҙың береһе генә лә табылмаһа. Йома намаҙы урынына өйлә намаҙы уҡылыр.
 
6.Йома намаҙы 10 рәҡәғәттән тора: 4 рәҡәғәт сөннәт, 2 рәҡәғәт фарыҙ, унан һуң йәнә 4 рәҡәғәт сөннәт.
 
7.Мәсеткә барып ингәс, тәүҙә ике рәҡәғәт «тәхийәтүл мәсет» намаҙы уҡылыр, йома намаҙының һуңғы 4 рәҡәғәт сөннәтенән аҙаҡ өйләнең 4 рәҡәғәте уҡылыр, унан һуң Йома ваҡытын хөрмәтләп ике рәҡәғәт ваҡыт сөннәте уҡылыр.
 
8.Йома намаҙының ике рәҡәғәт фарыҙын уҡығансы имам Хөтбә уҡыр. Ул Хөтбәләрҙә Аллаһы тәғәләгә хәмед әйтелә, «Кәлимәи Шәһәдәт», Мөхәммәт ғәләйһиссәләмгә һәм сәхәбәләргә мәдех әйтелә, әҙерәк вәғәз аяттары уҡыла, ғибрәтле вәғәз дә һөйләнелә.
 
9.Имам хөтбә уҡыр алдынан мөәзин: «Ускуту рахимә - кумуллаһу»,-тигәс аҙан әйтер. '''Мәғәнәһе''': Әй, йәмәғәт, тыңлағыҙ, Аллаһы тәғәлә һеҙгә рәхмәт ҡылһа ине».
 
10.Имам хөтбә уҡығанда һүҙ һөйләшеү, сит эштәр менән булашыу, шулай уҡ сөннәт һәм нәфел намаҙҙары уҡыу, зикер үә тәсбих әйтеү ярамаҫ. Хөтбәне тыңлап тороу үәжиб.
 
11.Хөтбә уҡығанда мәсеткә килеп ингән кеше «тәхийәтүл мәсет»те, Йоманың дүрт рәҡәғәт сөннәтен уҡып тормаҫ, Йоманың фарыҙын үтәп, дүртәр рәҡәғәт ике сөннәт намаҙы уҡып, фарыҙҙан алдағы сөннәткә ҡаза ҡылыр ҙа ҡуйыр.
 
12.Берәү мәсеткә инеп «тәхиүәтүл мәсет»те нәки дүрт рәҡәғәт сөннәтте уҡый башлағанда Имам хөтбәгә керешһә, намаҙ боҙолмайынса  тамам ҡылыныр.
 
13. Имам Йоманың фарыҙына сәләм биргәнгә тиклем ойоп өлгөргән кеше мәсбуҡ булып, рәҡәғәттәрҙең ҡалғанына имамдан һуң ҡаҙа ҡылыр. Сәләмгә тиклем ойоп өлгөрмәгән кеше өйлә намаҙын уҡыр.
 
14. Йома көн әһле Ислам ҡаршыһында доғалар һәм иҙге ғәмәлдәр ҡылына торған байрам. Шуға ла һәр бер мосолманға Йоманы ололап, гонаһ эштәрҙән тыйылырға, иҙге эштәр генә ҡылырға тырышырға, фәҡирҙәргә саҙаҡа бирергә, ата-әсә һәм зат ырыуҙың хәлен белешергә, зыяратҡа барып йәки өйҙә Ҡөръән уҡып, сауабын үлгәндәрҙең рухына бағышларға, зикер һәм доғалар әйтергә кәрәк.
[[Категория:Ислам дине]]