Фикһул Ислам: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
816 юл:
 
14. Йома көн әһле Ислам ҡаршыһында доғалар һәм иҙге ғәмәлдәр ҡылына торған байрам. Шуға ла һәр бер мосолманға Йоманы ололап, гонаһ эштәрҙән тыйылырға, иҙге эштәр генә ҡылырға тырышырға, фәҡирҙәргә саҙаҡа бирергә, ата-әсә һәм зат ырыуҙың хәлен белешергә, зыяратҡа барып йәки өйҙә Ҡөръән уҡып, сауабын үлгәндәрҙең рухына бағышларға, зикер һәм доғалар әйтергә кәрәк.
 
== '''ҒӘЙЕТ НАМАҘҘАРЫ''' ==
1.Ҡатындар, сабыйҙар, ауырыуҙарҙан тыш, Йома намаҙы фарыҙ булған кешеләргә ғәйет намаҙын уҡыу ҙа үәжиб.
 
2.Ғәйет намаҙҙарын уҡыу өсөн 5 шарт булыу мотлаҡ:
 
Мисыр, изнүғәм, имам, йәмәғәт, ваҡыт.
 
3.Ғәйет намаҙҙарының ваҡыттары: ҡояш сығып, өс аршин күтәрелгәндән башлап, өйлә ваҡыты кергәнсе.
 
4.Берәй сәбәп менән ғәйдел-фытыр намаҙы беренсе Шәүүәлдә уҡылмай ҡалһа, икенсе Шәүүәлдә уҡылыр, өсөнсөһөнә ҡалһа, дөрөҫ булмаҫ.
 
5.Ғәйет намаҙы Ҡорбан унынсы Зөлхизәлә уҡылмай ҡалһа, уникеһенә ҡәҙәр кисектереп уҡыу дөрөҫ була.
 
6.Ғәйет намаҙҙарының һәр икеһе икешәр рәҡәғәт. Аҙан менән ҡамәттән башҡа ҡалғаны йәмәғәт менән уҡылыр. Намаҙ ваҡыты еткәнен мөәзин мәсет манараһынан «әс- салат» тейеп ҡысҡырып белгертә.
 
7.Ғәйәт намаҙҙарының уҡылыу тәртибе: ниәт ҡылып, тәкбир әйтелгәндән һуң имам да, мөктәдиҙәр ҙә сәнә уҡырҙар, унан һуң һәр береһе ҡулдарын өс мәртәбә ҡолаҡ йомшаҡтарына тейҙереп, өс мәртәбә тәкбир әйтерҙәр. Унан һуң имам ҡысҡырып сүрәләр уҡыр, икенсе рәҡәғәттең ҡыямында йәнә ҡысҡырып сүрәләр уҡыр. Сүрәләрҙән һуң рөҡүғкә китер алдынан тағы алдағы тәртип менән өс мрртәбә тәкбир әйтелер ҙә дүртенсе тәкбир менән рөҡүғкә кителер. Ҡалғаны - башҡа намаҙҙар кеүек.
 
8.Ғәйет намаҙына  һуңлаған кеше имам сәләм биргәнгә тиклем ойоп  өлгөрһә мәсбуҡҡа һаналып, ҡалған рәҡәғәттәрҙе имамдан һуң ҡаҙа ҡылыр. Әгәр имамдың сәләменә өлгөрмәһә, шул көйөнсә ҡалыр-ғәйет намаҙҙары ҡаҙа ҡылынмай.
 
9.Ғәйет намаҙҙарынан һуң имам ике тапҡыр Хөтбә уҡып, халыҡҡа вәғәз һөйләр, фытыр һәм Ҡорбан хөкөмнәрен өйрәтер, ғәйет көндәрҙә сөннәт һаналған эштәрҙе аңлатыр
[[Категория:Ислам дине]]