Фикһул Ислам: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
870 юл:
 
9.Һуңға ҡалған кеше тәрәүихтың ҡалған рәҡәғәттәрен имамдан һуң үҙе тамамлап ҡуйыр. Әгәр имам витрҙы уҡый башлағансы тәрәүихты тамамлаһа, имамға мәсбук булып ойор. Әгәр инде тәрәүихты тамамлағансы имам витрҙы уҡып бөтһә, витрҙы ла яңғыҙ уҡыр.
 
== '''НӘФЕЛ НАМАҘҘАРЫ''' ==
1.Икенде үә йәсих намаҙҙары алдынан дүртәр рәҡәғәт нәфел намаҙҙары уҡыу, йәнә йәсих һәм өйлә намаҙҙарынан һуң һуңғы икешәр рәҡәғәт сөннәттәрҙе дүртешәр итеп уҡыу-сөннәт дәрәжәһендәге күп сауаплы ғәмәл.
 
2.Намаҙ уҡыу мәкруһ булмаған ваҡытта икешәр, дүртәр, алтышар йә һигеҙәр рәҡәғәт нәфел намаҙҙары уҡыу мөстәхәбтер.
 
3.4,6,8 рәҡәғәтле нәфел намаҙҙарының һәр ҡағдәһендә салауат менән доға уҡыу тейеш.
 
4.Ниәт ҡылып керешелгән нәфел намаҙын уҡып бөтөрөү үәжиб, намаҙҙы боҙоу харам. Әгәр боҙола, һуңынан ҡаҙа ҡылыу тейеш.
 
5.Юлда, ат өҫтөндә барғанда нәфел намаҙы уҡый барыу дөрөҫ. Ул саҡта Ҡиблаға ҡаршы уҡыу шарт түгел-юлы ҡайһы тарафҡа барһа, шул яҡҡа табан уҡыу дөрөҫ була.
 
'''6.Нәфел намаҙҙарының мәшһүрҙәре ошолар''': 1) Хәжәт намаҙы; 2) Истискә намаҙы; 3) Тәүбә намаҙы;4) Хәүеф намаҙы; 5)Көсөф намаҙы; 6)Хөсөф намаҙы; 7)Сәфәр намаҙы; 8) Шөкөр намаҙы; 9) Ишрәк намаҙы; 10) Ҙөхә намаҙы; 11) Әүүәбин намаҙы; 12) Тәһәжжүд намаҙы; 13) һәүел намаҙы; 14) Мәсет намаҙы; 15) Истихәрә намаҙы.
 
7.Хәжәт намаҙы-Аллаһы тәғәләнән бер мораҙға ирештереүҙе һорап, доға ҡылыр алдынан уҡыла торған ике рәҡәғәтле нәфел намаҙы.
 
8.Истискә намаҙы-ҡоролоҡ йылында  Аллаһы тәғәләнән ямғыр һорап, доға ҡылыр өсөн уҡыла торған ике рәҡәғәтле нәфел намаҙы. Был намаҙ ҡырҙа уҡылыр.
 
'''Истискә намаҙынан һуң, ошоно уҡып, доға ҡылына:'''
 
«Аллаһүммә әски ғибәәдәки үәрхәм бәһәәимәк. Аллааһүммә әмәртәнә бидуғаа, икә үә үәғәттәнәә би, ижәәбәтикә фәҡәдэ- дәғәүнәәкә кәмәә әмәртәнәә фә әжибэнәә кәмәә үәғәттәнәә. Аллааһүммә илләм тәрхәм лиәнфүсинәә ликәҫрәти ҙүнүбинәә фәрхәм сибэйәәнәнәә үә бәһәә, имәк».
 
'''Мәғәнәһе:''' Йә, Рабби, ҡолдарыңды һуғар, хайуандарыңа Рәхмәт ҡыл. Йә, Рабби, беҙгә доға ҡылырға бойорҙоң һәм ҡабул итергә вәғәҙә бирҙең. Инде беҙ һиңә Үҙең «бойорғанса доға ҡылабыҙ, шулай булғас инде һин, вәғәҙәң буйынса беҙҙең доғабыҙҙы ҡабул ҡыл. Йә, Рабби, әгәр ҙә гонаһтарыбыҙ күп булыу сәбәпле үҙебеҙгә Рәхмәт ҡылмаһаң, гонаһһыҙ сабыйҙарыбыҙға үә хайуандарыңа Рәхмәт ҡыл.         
 
9.Әгәр тәүге көн истискә намаҙын уҡып та, ямғыр яумаһа, йәнә ике көн шул рәүешле истискә ҡылырҙар.
 
10.Ҡырҙа истискә ҡылған саҡта ямғыр яуа башлаһа, баш киемдәрен сисеп, баштарын ямғыр аҫтында тоторҙар, Аллаһы тәғәләгә шөкөр ҡылырҙар.
 
11.Тәүбә намаҙы-гонаһтар өсөн үкенеп, тәүбә ҡылыр өсөн уҡыла торған ике рәҡәғәтле нәфел намаҙы.
 
'''Уны уҡығандан һуң ошо истиғфәр ҡылыныр:''' «Әстәғфируллааһ. Әстәғфируллааһә. Әстәғфируллааһә тәғәәләә мин күлли ҙәмбин үә әҙнәбэтүһү ғәмдәү үә хата, ән сирраү үә минәҙ-ҙәмбил-ләҙии ләә әғләмү иннәкә әнтә ғәлләәмүл-ғүйүүбэ».
 
'''Мәғәнәһе:''' Аллаһы тәғәләнән мине барлыҡ гонаһтарымдан ярлыҡауын теләйем, юрамал ҡылған гонаһтарымдан да, хаталыҡ менән ҡылған гонаһтарымдан да, йәшерен ҡылған гонаһтарымдан да үә йәнә Аллаһы тәғәләгә белеп ҡылған гонаһтарымдан да тәүбә ҡыламын, йәғни үкенескә ҡайтамын. Әй, Аллаһы, һин ғәйептәрҙе лә белеүсеһең.
[[Категория:Ислам дине]]