Фикһул Ислам: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
884 юл:
'''6.Нәфел намаҙҙарының мәшһүрҙәре ошолар''': 1) Хәжәт намаҙы; 2) Истискә намаҙы; 3) Тәүбә намаҙы;4) Хәүеф намаҙы; 5)Көсөф намаҙы; 6)Хөсөф намаҙы; 7)Сәфәр намаҙы; 8) Шөкөр намаҙы; 9) Ишрәк намаҙы; 10) Ҙөхә намаҙы; 11) Әүүәбин намаҙы; 12) Тәһәжжүд намаҙы; 13) һәүел намаҙы; 14) Мәсет намаҙы; 15) Истихәрә намаҙы.
 
'''7.Хәжәт намаҙы'''-Аллаһы тәғәләнән бер мораҙға ирештереүҙе һорап, доға ҡылыр алдынан уҡыла торған ике рәҡәғәтле нәфел намаҙы.
 
'''8.Истискә намаҙы'''-ҡоролоҡ йылында  Аллаһы тәғәләнән ямғыр һорап, доға ҡылыр өсөн уҡыла торған ике рәҡәғәтле нәфел намаҙы. Был намаҙ ҡырҙа уҡылыр.
 
'''Истискә намаҙынан һуң, ошоно уҡып, доға ҡылына:'''
898 юл:
10.Ҡырҙа истискә ҡылған саҡта ямғыр яуа башлаһа, баш киемдәрен сисеп, баштарын ямғыр аҫтында тоторҙар, Аллаһы тәғәләгә шөкөр ҡылырҙар.
 
'''11.Тәүбә намаҙы'''-гонаһтар өсөн үкенеп, тәүбә ҡылыр өсөн уҡыла торған ике рәҡәғәтле нәфел намаҙы.
 
'''Уны уҡығандан һуң ошо истиғфәр ҡылыныр:''' «Әстәғфируллааһ. Әстәғфируллааһә. Әстәғфируллааһә тәғәәләә мин күлли ҙәмбин үә әҙнәбэтүһү ғәмдәү үә хата, ән сирраү үә минәҙ-ҙәмбил-ләҙии ләә әғләмү иннәкә әнтә ғәлләәмүл-ғүйүүбэ».
 
'''Мәғәнәһе:''' Аллаһы тәғәләнән мине барлыҡ гонаһтарымдан ярлыҡауын теләйем, юрамал ҡылған гонаһтарымдан да, хаталыҡ менән ҡылған гонаһтарымдан да, йәшерен ҡылған гонаһтарымдан да үә йәнә Аллаһы тәғәләгә белеп ҡылған гонаһтарымдан да тәүбә ҡыламын, йәғни үкенескә ҡайтамын. Әй, Аллаһы, һин ғәйептәрҙе лә белеүсеһең.
 
'''12.Хәүеф намаҙы'''-бер бәләнең йә афәттең булмауын теләп доға ҡылыр алдынан уҡыла торған ике рәҡәғәтле нәфел намаҙы. Ғәрәсәт йә дауыл булғанда, күк күкрәп ямғыр яуғанда, ҡаты ямғыр йәки боҙ яуғанда, һыу ташҡанда, зилзилә булып, ер һелкенә башлағанда, ныҡ эҫе үә ҡаты һыуыҡтар булғанда ошо намаҙ уҡылыр.
 
'''13.Көсөф намаҙы''' - ҡояш тотолғанда имам һәм йәмәғәт менән мәсеттә уҡыла торған ике рәҡәғәтле нәфел намаҙы. Был намаҙҙың ҡыйрәтендә имам бик оҙон сүрәләр уҡыр(эстән), һәр кем ҡояштың нуры асылғансы Аллаһы тәғәләгә хәмед үә тәсбих әйтер.
 
'''14.Хөсөф намаҙы''' - Ай тотолғанда өйҙә яңғыҙ уҡыла торған ике рәҡәғәтле нәфел намаҙы.
 
'''15.Сәфәр намаҙы''' - юлға сығар алдынан, сәфәрҙең уңышлы булыуын теләп доға уҡыр өсөн ҡылына торған ике рәҡәғәтле нәфел намаҙы.
 
'''16.Шөкөр намаҙы''' - бер оло дәүләткә, ниғмәткә үә мәртәбәгә ирешкәс, йә бер маҡсат алдыңа килгәс, Аллаһы тәгәләгә шөкөр ҡылыу ниәте менән уҡыла торған ике рәҡәғәтле нәфел намаҙы.
 
'''17.Ишрәк намаҙы''' - ҡояш тыуып күтәрелә башлағас уҡыла торған йә 2, йә 4, йә 6, йә 8 рәҡәғәтле нәфел намаҙы.
 
18.'''Ҙөхә намаҙы''' - ҡояш тыуған ваҡыт менән өйлә ваҡытының ҡап уртаһында уҡыла
 
торған йә 2, йә 4, йә 6, йә 8, йә 10, йә 12 рәҡәғәтле нәфел намаҙы.         ч
 
19'''.Әүүәбин намаҙы''' - ахшам намаҙын уҡып бөткәс уҡыла торған йә 2, йә 4, йә 6 рәҡәғәтле нәфел намаҙы.
 
20.'''Тәһәжжүд намаҙы''' - төндә йоҡонан уянып, таң атҡансы уҡыла торған йә 2, йә 4, йә 6, йә 8, йә 10 рәҡәғәтле нәфел намаҙы.
[[Категория:Ислам дине]]