Фикһул Ислам: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
931 юл:
 
20.'''Тәһәжжүд намаҙы''' - төндә йоҡонан уянып, таң атҡансы уҡыла торған йә 2, йә 4, йә 6, йә 8, йә 10 рәҡәғәтле нәфел намаҙы.
 
'''21.һәүел намаҙы''' - бер мосолман кешенең вафатын ишеткән көндә ахшамдан һуң уҡыла торған ике рәҡәғәтле нәфел намаҙы. Уның сауабы шул мәйеттең рухына бағышланыр.
 
'''22.Мәсет намаҙы -''' йәғни «тәхиәтүл мәсет», мәсеткә инеү менән уҡыла торған ике рәҡәғәтле нәфел намаҙы. Йомаға ингәндә, йәки мәсетте ҡарап сығыу өсөн ингәндә уҡылыр.
 
'''23.Истихәрә намаҙы''' - бер оло эш башлар алдынан, уның хәйерле булуын теләп уҡыла торған ике рәҡәғәтле нәфел намаҙы.
 
'''Уны уҡығандан һуң ошо доға уҡылыр''': «Аллааһүммә иннии әстәхиирүкә биғилмикә үә әстәҡдирүкә биҡүдэрәтикә үә әс, әлүкә мин фадликә фәиннәкә тәҡэдирү үә ләә әҡэдирү үә тәғләмү үә ләә әғләмү үә әнтә ғәлләмүл-ғүйүүб. Аллааһүммә ин күнтә тәғләмү әннә һәәҙәәл- әмрә хайрул лии фии диннии үә мәғәәшии үә ғәәкибәтә әмрии ,фәҡэдирһү лии үә йәссрһү лии ҫүммә бәәрик лии фии. Үә ин күнтә тәғләмү әннә һәәҙәәл-әмрә хайрул лии фии диинии үә мәғәәшии үәғәәҡыйбәтә әмрии фәсрифһү ғәннии үәссрифнии ғәнһү үәҡэдир лийәл-хайра әйнәмә күнтү. Иннәкә ғәләә күлли шәй, ин ҡаддиир».
 
'''Мәғәнәһе:''' Йә, Рабби, тәхҡиҡ, мин һинән яҡшылыҡ эҫтәймен һәм ҡөҙрәт эҫтәймен үә һинең фаҙылыңды һораймын, тәхҡиҡ, һин һәр нәмәгә ҡадирһың, мин үҙем һис бер нәмәгә ҡадир түгелмен. Йәнә һин һәр нәмәне беләһең, мин белмәйем. Тәхҡиҡ, һин һәр бер ғәйепте лә белеүсе. Әй, Аллаһ, әгәр ҙә ошо эште минең динем, донъям үә әхирәтем өсөн хәйер тип белһәң, ул эште миңә насип үә миәссәр ҡыл, һәм ул эште минең өсөн мөбәрәк ҡыл. Әгәр ҙә был эште минең динем, донъям үә әхирәтем өсөн зарарлы һәм яман тип белһәң, ул эште минән, мине ул эштән дүндер. Йәнә миңә ҡайҙа булһам да хәйерле эштәрҙе насип ит. Тәхҡиҡ, һинең һәр нәмәгә көсөң етәлер.
[[Категория:Ислам дине]]