Фикһул Ислам — версиялар араһындағы айырма

11 951 байт өҫтәлгән ,  7 месяцев назад
 
'''Мәғәнәһе:''' Йә, Рабби, тәхҡиҡ, мин һинән яҡшылыҡ эҫтәймен һәм ҡөҙрәт эҫтәймен үә һинең фаҙылыңды һораймын, тәхҡиҡ, һин һәр нәмәгә ҡадирһың, мин үҙем һис бер нәмәгә ҡадир түгелмен. Йәнә һин һәр нәмәне беләһең, мин белмәйем. Тәхҡиҡ, һин һәр бер ғәйепте лә белеүсе. Әй, Аллаһ, әгәр ҙә ошо эште минең динем, донъям үә әхирәтем өсөн хәйер тип белһәң, ул эште миңә насип үә миәссәр ҡыл, һәм ул эште минең өсөн мөбәрәк ҡыл. Әгәр ҙә был эште минең динем, донъям үә әхирәтем өсөн зарарлы һәм яман тип белһәң, ул эште минән, мине ул эштән дүндер. Йәнә миңә ҡайҙа булһам да хәйерле эштәрҙе насип ит. Тәхҡиҡ, һинең һәр нәмәгә көсөң етәлер.
 
== '''УРАҘА, ЗӘКӘТ ҺӘМ ХАЖ''' ==
«Йәә әййүһәл-ләҙиинә әәмәнүү күтибә ғәләйкүмүс-сыяму кәмәә күтибә ғәләл- ләҙиинә миң ҡабликүм лә*әлләкүм тәттәҡүн ». Мәғәнәһе:    Әй, мөьмин бәндәләр, элекке замандағы мөьминдәргә фарыҙ ҡылынған кеүек, тәҡүәлегегеҙ артһын өсөн, Рамаҙанда ураҙа тотоу һеҙгә лә фарыҙ ҡылынды.
 
'''(АЯТ-КӘРИМӘ)'''
 
«Ликүлли шәй, ин зәкәәтүн үә зәкәәтүл- жәсәдис-сыйам». Мәғәнәһе: һәр нәмәнең бер зәкәте, йәғни паҡлаусыһы булалыр. Тәндең зәкәте - ураҙа.
 
=== '''(ХӘДИС- ШӘРИФ)''' ===
'''САУМ-УРАҘА'''
 
1.Рамаҙан айында һәр көн ураҙа тотоу, йәғни, таң яҡтылығы йәйелгәндән башлап, ҡояш батҡансы ашамай-эсмәй үә ир менән ҡатынға яҡынлыҡ ҡылмай тороу - бәлиғ һәм ғаҡыл булған һәр мөьмин өсөн фарыҙҙыр.
 
'''2.Ураҙаның шарттары өсәү:''' 1) ниәт ҡылыу; 2) ашау-эсеүҙән тыйылыу; 3) яҡынлыҡтан тыйылыу.
 
3.Ураҙа булыуға сәхәр эскәндән һуң, таң атҡансы ниәт ҡылыу мөстәхәб. Шулай уҡ өйлә ваҡытына бер сәғәттән ашыу ҡалғас ниәтләһәң дә дөрөҫ булыр.
 
4.Ураҙаға бар күңел менән ниәт ҡылыу тейеш. Тел менән әйтмәйенсә, күңеленән генә иртәгә ураҙа тотасағын уйлаһа ла ураҙаһы дөрөҫ булыр.
 
'''5.Ғәрәпсә ошоларҙы әйтеп, тел менән ниәт ҡылыу мөстәхәб: «'''Нәүәйтү ән әсуумә саумә шәһри рамадданә минәл-фәжри иләл- мәғриби хаалисан лилләәһи тәғәләә».
 
'''Мәғәнәһе:''' Аллаһы тәғәлә өсөн, ихласым менән ниәт ҡылдым, Рамаҙан ураҙаһын тотмаҡҡа, таң ваҡытынан башлап ҡояш батҡансы.
 
6.Ҡояш байығас ураҙаны тамамлап, бер тәғәм, тоҙ йә һыу менән ифтәр ҡылыу, йәғни ауыҙҙы асыу сөннәт. Хөрмә, йөҙөм кеүек Емештәр менән ифтәр ҡылыу мөхтәсәбтер.
 
'''7. Ифтәр ҡылғандан һуң ошо доға уҡыла:''' «Аллааһүммә ләкә сумту үә бикә әәмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәләә ризҡикә әфтәртү фәғфирлии йәә ғаффаарү мә ҡаддәмтү үә мәә әххәртү». Мәғәнәһе: Әй, Аллаһы, ошо ураҙамды мин һинең өсөн генә тоттом үә мин һиңә генә иман килтерҙем, үә һиңә тәүәккәл ҡылдым, үә һинең ризығың менән ауыҙымды асам. Әй, гонаһтарҙы ғәфү итеүсе Аллаһы, инде минең элекке гонаһтарымды ла, хәҙерге гонаһтарымды ла ярлыҡа.
 
'''8. Ураҙа булған кеше:'''
 
1) таң атҡансы төндә тороп, сәхәр эсер;
 
2) үҙ-үҙен гонаһ эштәрҙән тыйыуҙы ниәт ҡылыр;
 
3) Буш ваҡыттарында дини китаптар уҡыр;
 
4) ҡояш байығас, ахшамдан алда ифтәр ҡылыр.
 
'''Ураҙа ваҡытында ошо ғәмәлдәр ҡылыу мәкруһтыр:'''
 
1)буш һүҙ һөйләү;
 
2)әҙәпһеҙ һүҙ һөйләү;
 
3)мунсала оҙаҡ ултырыу;
 
4)һыуға сумып ҡойоноу;
 
5)тәғәм йә һағыҙ сәйнәү;
 
6)тел менән берәй ризыҡты тәмләп ҡарау;
 
7)үбешеү;
 
8)бер ҙә ифтәр ҡылмайынса ике көн ураҙа тотоу;
 
9)ниндәй булһа ла берәй гонаһлы эш эшләү;
 
10)ауырыу көсәйгәнен белә тороп ураҙа тотоу.
 
'''Ураҙа булған кешегә ошо эштәр ҡылыу тыйылмай:'''
 
1)һатып алынасаҡ ризыҡты татып ҡарау;
 
2) балаға тәғәм сәйнәп биреү;
 
3)күҙгә һөрмә тартыу;
 
4) мыйыҡ һәм иренде майлау;
 
5)тештәрҙе таҙартыу;
 
6) ҡан алдырыу;
 
7) һөлөк һалдырыу;
 
8)ҡомған менән ғөсөл ҡойоноу;
 
9) мунсала тирләп сығыу; 1
 
0)һабын менән йыуыныу.      
 
'''9.Ураҙаны боҙа:'''
 
1) борсаҡ дәүмәле генә булһа ла бер тәғәм йәки дарыу йотоу;
 
2) бер генә тамсы булһа ла һыу йотоу;
 
3)яҡынлыҡ ҡылыу;
 
4) укол алыу.
 
10.Ураҙаны үҙ ихтияры менән боҙған кешегә бер көнгә бер көн иҫәбенән ҡаҙа ҡылыу һәм боҙған өсөн кәфәрәт ҡылыу тейеш.
 
'''11.Ураҙа кәфәрәте шулай ҡылына:''' Әгәр донъяла ҡолдар бөтмәгән урын булһа, бер ҡолдо һатып алып азат итергә кәрәк. Әгәр ҡол табылмаһа, йәки һатып алырға байлығы етмәһә, бО көн өҙлөкһөҙ ураҙа тотоу тейешле. Әгәр ҙә зәғифлек сәбәпле уны үтәй алмаһа, 60 фәҡиргә туйғансы аш ашатыу тейеш.
 
12. Бер ураҙа кеше яңылыш бер аҙ аш йә һыу йотоп ебәрһә, тамағына ямғыр үә ҡар китһә йәки ҡоҫһа, йәки таң атҡас ифтәр ҡылһа - ураҙаһы боҙолор. Ундай кешегә Рамаҙандан йуң ҡаза ҡылыу тейеш, кәфәрәт лазым булмаҫ.
 
13.Ураҙаһы боҙолған кешегә ҡояш байығансы барыбер ашамай-эсмәй тороу тейешле.
 
14.      Бер кешенең тамағына туҙан, тупраҡ, йөн йәки төтөн инһә, йәки төкөрөгөн, ҡаҡырығын, теш араһында ҡалған тәғәм киҫәген йотһа, йәки ураҙа икәнен онотоп ашап-эсһә йә енси яҡынлыҡ ҡылһа, ураҙаһы боҙолмаҫ.
 
15.Хәйезле йә нифаслы ҡатындарға ураҙа тотоу дөрөҫ түгел. Улар Рамаҙанда тотолмай ҡалған ураҙаларын, аҙаҡтан ҡаза ҡылырҙар.
 
16.Ураҙа тоторлоҡ рәте киткән бик зәғиф йәки үтә ҡарт кеше ураҙа тотмайынса, һәр көндөң ураҙаһы урынына бер фәҡиргә туйырлыҡ аш йәки туйырлыҡ аш алырға етерлек аҡса бирер.
 
17.Әгәрҙә Рамаҙан үткәс шул ҡартҡа хәл кереп китһә, ҡалған ураҙаларын ҡаза ҡылыр.
 
18.Йөклө һәм имеҙеүле ҡатындар үҙҙәренә үә балаларының һаулығына зарар килеүҙән ҡурҡһалар, йәңә ауырыу кешеләр сирҙәре көсәйеүҙән ҡурҡһалар, ураҙа тотмаһалар ҙа ярай. Улар ураҙаларын Рамаҙандан һуң ҡаза ҡылырҙар.
 
19.Рамаҙанда мосафир булған кешегә ^ә ураҙа тотмау дөрөҫ булыр. Сәфәренән ҡайтҡас ураҙаларын ҡаза ҡылыу лазым булыр.
 
20.Таң атҡас сәфәргә сыҡҡан кешегә, мосафир булдым тип ураҙаһын боҙоу дөрөҫ түгел. Әгәр ҙә боҙған хәлдә - ҡаза кылыу лазым булыр.
 
21.Ураҙаһы булмаған хәлдә лә көндөҙ әйенә ҡайтып еткән мосафирға ҡояш байығанса ураҙа һымаҡ ашамай-эсмәй тороу мөстәхәбтер.
 
22.Тотолмай ҡалған ураҙаларын һау сағында ҡаза кылып бөтөрмәгән кеше ауырыуға һабышһа, уға ҡазаға ҡалған ураҙалары өсөн фидиә биреү юлы менән вариҫтарына васыят әйтеү үәжиб булыр.
 
23.Әгәр васыят әйткән кеше вафат булһа, вариҫтарына ҡалған малдың өстән бер өлөшө тиклем фидиә биреү үәжиб.
 
24.Йәкшәмбе йә дүшәмбе көндәрендә, ғәшүрә, рәғәип, бәрәәт үә ғәрәфә көндәрендә, зөлхиҙә һәм мөхәррәм айҙарының тәүге аҙнаһы көндәрендә, шулай уҡ ай тулған ваҡытта өс көн ураҙа тотоу сауаплы һәм мөхтәсәб ғәмәлдәр.
 
25.Нәфел ураҙаһын боҙоу дөрөҫ түгел. Әгәр боҙолһа - ҡаза ҡылынырға тейеш.
 
26.Ҡунаҡ килеү йә ашҡа саҡырылыу сәбәпле нәфел ураҙаны өйләгә ҡәҙәр боҙоу дөрөҫ була.
 
27.Ике ғәйет көнөндә, үә өс тәшрик көнөндә, йәнә яңғыҙ Йома көнөндә генә, йә шәмбе көнөндә генә ураҙа тотоу дөрөҫ түгел.
 
28.Шәғбәндең 30-сы көнөндә, ахшамдан һуң, ай күренмәһә, 30 көнөндә ай күренеү хәбәрен көтөп өйлә ваҡыттарына ҡәҙәр ураҙа булып тороу мөстәхәбтер.
 
29.Әгәр ай күренеү хәбәре килһә, шул көйөнсә ниәтләп, ураҙа булыныр. Ай күренеү хәбәре килмәһә, ураҙаны боҙоу тейешле.
 
30.29-сы шәғбәндә ай күренмәгән булһа, 30- сы көнөн Рамаҙандан иҫәпләп ураҙа тотоу - мәкруһтыр. Ул көндө нәфел ниәте менән ураҙа тотоу дөрөҫ булыр.
 
31.Ҡояш байыған саҡта ай күренә торған тәңгәлдә болот йә туҙан булмаһа, Рамаҙан башы өсөн дә, шәүүәл башы өсөн дә айҙы күп кешенең күреүе шарт, ике-өс кешенең генә күреүе ҡабул ителмәҫ.
 
32.Әгәр ҙә ай күренә торған тәңгәлдә болот, тузан йәки йонсоу булһа, Рамаҙан башы өсөн бер тоғро кешенең айҙы күреүе ҡабул ителеп, иртәгәһенә ураҙаға керелер.
 
33.Шәүүәл башы өсөн ике тоғро ир кешенең йәки бер тоғро ир менән ике тоғро ҡатындың күреүе ҡабул ителер, иртәгәһенә ғәйдел- фытыр уҡылыр.
 
34.Бәлиғ үә ғаҡыл булып, олуғ гонаһтарҙан һаҡланмаған, алдашыу холҡо булмаған камил мосолман кеше тоғро, ғәҙел кешегә хисап ҡылыныр.
[[Категория:Ислам дине]]
791

үҙгәртеү