Фикһул Ислам: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
1092 юл:
 
5.Иғтикәфтәге кешеләр мәсеттә намаҙ уҡырҙар, ғилем өйренерҙәр йәки өйрәтерҙәр, зикер үә  тәсбих әйтерҙәр, китап ҡарап, дин мәсьәләләре хаҡында һөйләшерҙәр, Уларға мәсеттә донъя эштәре ҡылыу һәм донъяуи ҡүҙ һөйләшеү мәкруһтыр.
 
== '''Зәкәт''' ==
«Иннәллааһә-фтәрада ғәләйһим (Әй әл- мүьминиинә) садаҡатән фии әмүәлиһим тәьхүҙү мин әғнийә, иһиим үә түраддү иләә фуҡараа, иһим».
 
'''Мәғәнәһе:''' Тәхкик, Аллаһы тәғәлә мөьминдәргә малдарынан зәкәт садаҡаһы биреүҙе фарыҙ ҡылды. Ул зәкәт өлөшө мөьминдәрҙең байҙарынан алынып, йәмгеһенең ҡырҡтан бер өлөшө самаһы. Мәҫәлән, 20 мыҫҡал алтындан ярты мыҫҡалы зәкәткә бирелә. 140 мыҫҡал көмөштөң өс мыҫҡалы зәкәткә бирелер. Баҡыр аҡса һәм сауҙа малы көмөш баһаһы менән хисап ҡылыныр.
 
4.Әгәр берәүҙең алтыны үҙе генә нисбәткә тулмаһа, көмөш, баҡыр үә ҡағыҙ аҡсалар һәм сауҙа малдары менән бергә иҫәпләнеп хисап ҡылыныр. Әгәр йәмгеһенең баһаһы көмөш нисбәтенә тулһа, баһаларының ҡырҡтан бер өлөшө зәкәткә бирелергә тейеш.
 
5.Ҡырҡ һумлыҡ малдан зәкәткә бер һум, 100 һумлыҡтан 2 һум 50 тин, 1000 һумлыҡ малдан 25 һум бирелер.
 
6.Ҡырҡ баш һарыҡ һәм кәзәнән бер башы зәкәткә бирелер. Әгәр ҙә ҡырҡтан артыҡ булғанда, һәр 100 баштан бер башы бирелер.
 
7.30 һыйыр өсөн бер йешлек бер быҙау бирелә. 40 һыйыр өсөн ике йәшлек бер башмаҡ бирелер. Унан артҡандарының һәр береһе өсөн бер йәшлек быҙау хаҡының 30- дан бер өлөшө бирелер. Мәҫәлән, бер быҙауҙың хаҡы 6000 һум булһа, нисбәттән артҡан һәр һыйыр өсөн 200 һум зәкәт бирелер.
 
8.Егерме дүрт башҡа тулғансы һәр биш дөйә өсөн бер һарыҡ бирелер. Әгәр 25-кә тулһа, һәр 25 дөйә өсөн бер дөйә балаһы бирелер.
 
9. Аттарҙың һәр береһе өсөн хаҡының ҡырҡтан бер өлөшө бирелер.
 
10. Зәкәт өсөн тейешле булған мал урынынауларҙың хаҡтары ҡәҙәр аҡса биреү ҙә дөрөҫ булыр
 
11.Йыл башында нисбәт ҡәҙәре малға хужа булып, йыл аҙағында улар үрсеп китһә, ул кешегә малының йәмгеһенән зәкәт биреү фарыҙ, сөнки үрсегән мал өсөн йыл тулмаһа ла зәкәттәрен сығрыу тейешле.
 
=== '''ЗӘКӘТ БИРЕЛӘ ТОРҒАН КЕШЕЛӘР''' ===
1. Зәкәтте ҡулында нисбәт ҡәҙәр малы булмаған намаҙҙарын ҡалдырмайса уҡыған фәҡир үә байғош кешеләргә бирелеү тейеш.
 
2. Йортонда малы ҡалып та, ҡулында малы булмаған мосафирға, йортонда нисбәт ҡәҙәре малы күренһә лә бурысы күп булған кеше бурысын түләп бөтөрөргә ярҙам булһын өсөн, зәкәт бирелә.
 
3.Зәкәт ғалимға, зәкәт йыйырға тәғәйенләнгән кешегә лә бирелер:       унда
 
йыйылған зәкәт аҡсаһы'малдың фәҡирҙәргә бирелә торған өлөшөнә ҡушылыр. Ғамил бай кеше булған хәлдә лә, уға хеҙмәт хаҡы итеп зәкәттән йыйылған малдан өлөш сығарыла.
 
4. Кеше зәкәтте үҙенең ата-әсәһенә, яҡын туғандарына, балаларына, балаларының балаларына, йәнә иренә, ҡатынына, ҡулында нисбәт ҡәҙәре малы булған бай кешегә, уның балаһына бирергә тейеш түгел. Әгәр бирелә ҡалһа, зәкәткә хисап ҡылынмаҫ, бүләк тә һәдиә хөкөмөндә булыр.
 
5.Зәкәтте үҙенең фәҡир ҡорҙаштарыңа, фәҡир шәкерттәгә, фәҡир тол ҡатындарға, кәсептән мәхрүм булған зәғифтәргә биреү артығыраҡ. Ҡулдарында нисбәт ҡәҙәре малҙары булып та, дин үә ғалим хеҙмәтендә булып кәсептән, вазифанан мәхрүм булған кешеләргә лә зәкәт биреү дөрөҫ. Сөнки улар ҡасан үҙ кәсептәренә тотоноп киткәнсе һәр береһе фәҡир хөкөмөндә.
 
6.Бер малды зәкәт итеп биргән ваҡытта хужа кеше уның зәкәттән булыуына ниәт ҡылып, йәнә алыусының ҡулына тапшырып, йолаһын үтәп биреү лазым. Зәкәт ниәте менән бирелмәгән йәки алыусының ҡулына тапшырылмаған - мал  зәкәттән хисап ҡылынмай.
 
7.Әгәр бер мал зәкәткә бирергә тип тәғәйенләнһә, биргән саҡта зәкәттән булыуына ниәт ҡылынмаһа ла зәкәткә хисап ҡылыныр.
 
8.Зәкәт суммаһын айырым йыйып, фәҡирҙәрҙең үҙ ҡулына тапшыра торған Хәйриәләр Йәмғиәтенә зәкәт биреү ҙә дөрөҫ. Ул саҡта Йәмғиәттең хазиналары (казначейы) зәкәт биреүсенең вәкиле хөкөмөндә булыр.
 
[[Категория:Ислам дине]]