Фикһул Ислам: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
1145 юл:
 
6.Ғөшөр ҙә зәкәт бирелә торған фәҡир кешеләргә бирелер.
 
== '''Фытыр''' ==
1. Донъяһы етеш кешегә Рамаҙандан һуң, гәйдел- фытыр көнөндә үҙе һәм сабый балалары иҫеменән фытыр садаҡаһы биреү үәжиб булыр.
 
2.Ҡатыны һәм балалары.бәлиғ булып, етеш йәшәһәләр, фытыр уларҙың үҙҙәренән тейеш. Әгәр фәҡир булһалар, береһенән дә тейеш булмаҫ.
 
3.Әгәр берәү ҡатыны һәм өлкәнәйгән балалары өсөн дә фытыр саҙаҡаһын үҙе бирһә, әлбиттә, сауаплы булыр.
 
4.Ауырлыҡ менән донъя көткән кешеләр өсөн фытыр садаҡаһы биреү мотлаҡ түгел. Әгәр инде бирмәксе булһалар, үҙҙәренәндә фәҡирерәк кешеләргә биреү тейеш.
 
5.Фытыр саҙаҡаһы ғәйдел-фытыр көнөндә, иртәнсәк, ғәйет намаҙы уҡылғанға тиклем бирелһә, сауаплыраҡ, сөнки байрам итергә аҡсаһы булмаған кешене байрам алдынан ҡыуандырыу яҡшыраҡ. Рамаҙан айында биреп ҡуйыу ҙа дөрөҫ.
 
6.Фытыр саҙаҡаһы ла, зәкәт менән ғөшөр кеүек, фәҡир кешеләргә генә бирелер.
 
7.Фытыр саҙаҡаһы өсөн уртаса йәшәгәндәрҙең кеше башынан дүрт ҡаҙаҡ бойҙай йәки һигеҙ ҡаҙаҡ арпа биреү, байыраҡтарҙың кеше башынан дүрт ҡаҙаҡ хөрмә, йә һигеҙ ҡаҙаҡ йөҙөм биреү ҙә ярай. \ Уларҙың урынына хаҡтары ҡәҙәр аҡса биреү ҙә дөрөҫ булыр.
[[Категория:Ислам дине]]