Фикһул Ислам: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
1040 юл:
13.Ураҙаһы боҙолған кешегә ҡояш байығансы барыбер ашамай-эсмәй тороу тейешле.
 
14.      Бер кешенең тамағына туҙан, тупраҡ, йөн йәки төтөн инһә, йәки төкөрөгөн, ҡаҡырығын, теш араһында ҡалған тәғәм киҫәген йотһа, йәки ураҙа икәнен онотоп ашап-эсһә йә енси яҡынлыҡ ҡылһа, ураҙаһы боҙолмаҫ.
 
15.Хәйезле йә нифаслы ҡатындарға ураҙа тотоу дөрөҫ түгел. Улар Рамаҙанда тотолмай ҡалған ураҙаларын, аҙаҡтан ҡаза ҡылырҙар.
1119 юл:
2. Йортонда малы ҡалып та, ҡулында малы булмаған мосафирға, йортонда нисбәт ҡәҙәре малы күренһә лә бурысы күп булған кеше бурысын түләп бөтөрөргә ярҙам булһын өсөн, зәкәт бирелә.
 
3.Зәкәт ғалимға, зәкәт йыйырға тәғәйенләнгән кешегә лә бирелер:  унда  йыйылған  зәкәт ундааҡсаһы'малдың фәҡирҙәргә бирелә торған өлөшөнә ҡушылыр. Ғамил бай кеше булған хәлдә лә, уға хеҙмәт хаҡы итеп зәкәттән йыйылған малдан өлөш сығарыла.
 
йыйылған зәкәт аҡсаһы'малдың фәҡирҙәргә бирелә торған өлөшөнә ҡушылыр. Ғамил бай кеше булған хәлдә лә, уға хеҙмәт хаҡы итеп зәкәттән йыйылған малдан өлөш сығарыла.
 
4. Кеше зәкәтте үҙенең ата-әсәһенә, яҡын туғандарына, балаларына, балаларының балаларына, йәнә иренә, ҡатынына, ҡулында нисбәт ҡәҙәре малы булған бай кешегә, уның балаһына бирергә тейеш түгел. Әгәр бирелә ҡалһа, зәкәткә хисап ҡылынмаҫ, бүләк тә һәдиә хөкөмөндә булыр.
Юл 1140 ⟶ 1138:
3.Тейешле мөлкәттән ғөшөр фарыҙ булыу осөн хужаларҙың бәлиғ, ғаҡыл һәм бай булыуҙары ла шарт түгел. Сабый, диуана үә фәҡир кешеләрҙең уңыштарынан да ғөшөр өлөшө сығарылыу тейеш.
 
4.Утын, ҡамыш кеүек нәмәләрҙән ғөшөр сығарыу л^зымлазым булмаҫ.
 
5.Ямғырһыҙ, ҡоро ерҙәрҙә арыҡ һәм күнәктәр менән һуғарып үҫтергән ашлыҡтан тулы ғөшөр бирелмәҫ, ул уңыштың егерменән бер өлөшө миҡдарында бирелер.
Юл 1160 ⟶ 1158:
 
7.Фытыр саҙаҡаһы өсөн уртаса йәшәгәндәрҙең кеше башынан дүрт ҡаҙаҡ бойҙай йәки һигеҙ ҡаҙаҡ арпа биреү, байыраҡтарҙың кеше башынан дүрт ҡаҙаҡ хөрмә, йә һигеҙ ҡаҙаҡ йөҙөм биреү ҙә ярай. \ Уларҙың урынына хаҡтары ҡәҙәр аҡса биреү ҙә дөрөҫ булыр.
 
== '''ФИДИӘ''' ==
1. Ҡазаға ҡалдырылып та ҡаза ҡылынмаған ураҙалары булған кешегә, үҙенән ҡаласаҡ малынан шул ураҙалары өсөн фидиә бирергә тип вариҫтарына васыят әйтеү үәжиб.
 
2.Васыят әйткән кеше вафат булһа, уның ҡалған малының өстән бер өлөшө миҡдарында һәр бер ҡаза ҡылынмаған ураҙалары өсөн фидиә биреү мәрхүмдең вариҫтарына үәжиб.
 
3.Фидиәнең күләме һәр бер ураҙа көнө өсөн үә биш ваҡыт намаҙҙың һәр береһе өсөн үә витр намаҙы өсөн бер фытыр саҙаҡаһына тиң.
 
4.Үҙ ваҡытында тотолған йәки ҡаза ҡылынған ураҙа һәм уҡылған намаҙҙар, ҡаза ҡылынған намаҙҙар өсөн фидиә биреү лазым түгел, шулай ҙа биреүҙә зыян юҡ. Шуға күрә күп вариҫтар мәйеттең бәлиғ булғанына үлгәненә тиклем фарыҙ һаналған ураҙа һәм намаҙҙарына иҫәпләп, барыһы өсөн дә фидиә бирәләр.
 
== '''Саҙаҡа''' ==
1.Зәкәт, ғөшөр, фытыр, фидиә һәм кәффәрәт саҙаҡалары фәҡирҙәр хаҡы булған фарыҙ үә үәжиб саҙаҡалар. Уларҙы мөьмин булмаған һәм фәҡир булмаған кешегә биреү, йәки юл төҙөү, күпер эшләтеү, ҡоҙоҡ эшләтеү, мәсет үә мәҙрәсәләр һалдырыу кеүек бөтөн халыҡ өсөн булған дөйөм эштәргә тотоноу дөрөҫ булмаҫ.
 
2.Быларҙан башҡалары һәм дөйөм халыҡ файҙаһы өсөн тотонолған аҡсалар нәфел саҙаҡалары була. Уларҙы биреү ҙә ныҡ сауаплы мөстәхәб ғәмәлдәрҙән һанала.
 
3.Саҙаҡаны күп биреү гонаһтарҙың ғәфү ителеүенә, бәлә һәм афәттәрҙән имен ҡалырға ярҙам итә.
 
4.Фәҡирлек үә мохтажлыҡ арҡаһында саҙаҡа һораған кешегә ҡаты һүҙ әйтеү харам. Әҙ булһа ла бер нәмә биреү һәм яҡшы һүҙ менән йыуатыу сауапты арттыра.
 
5.Бер нисә көн йән аҫрарлыҡ риҙығы булған кешегә саҙаҡа һорау харам. Әммә кейем- һалым кеүек үҙендә булмағанды һорау харам түгел.
 
6.Мохтажлығы булмаған кешегә саҙаҡа биреп, уны теләнселеккә ғәҙәтләндереү - мәкруһ.
 
'''7.Саҙаҡа бирелгәндән һуң, биргән кешегә хәйер теләп, ошо доға уҡыла:'''
 
« Аллааһүммә- хфәҙ сәхибә һәҙиһис-садәҡати ғәниләәфәәти үәл-бәлиййәәти үәғфир ҙүйүүбәһүү үә әҡҡид иимәәнәһүү үә әкҫир әмүәә-ләһүү үә үәффиҡһүү ғәләә хайри мәҡәсидиһ»
 
'''Мәғәнәһе:''' Әй, Аллаһы ошо саҙаҡа биреүсене v афәт һәм бәләләрҙән һаҡла үә йәнә уның гонаһтарын ғәфү ит. Үә йәнә уның иманын ҡеүәтле ҡыл, үә йәнә уның малдарын арттыр, үә йәнә уны хәйерле маҡсаттарға ирештер.
[[Категория:Ислам дине]]