Фикһул Ислам: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
1186 юл:
 
'''Мәғәнәһе:''' Әй, Аллаһы ошо саҙаҡа биреүсене афәт һәм бәләләрҙән һаҡла үә йәнә уның гонаһтарын ғәфү ит. Үә йәнә уның иманын ҡеүәтле ҡыл, үә йәнә уның малдарын арттыр, үә йәнә уны хәйерле маҡсаттарға ирештер.
 
== '''Ҡорбан''' ==
1.Topмошo етеш булған кешегә 10-сы зөлхизәлә ғәйдәл-Ҡорбан намаҙынан һуң үҙе өсөн бер ҡорбан салып, күршеләрен үә фәҡирҙәрҙе хөрмәт ҡылыу үәжибтер.
 
2.Ҡорбан 10-сы зөхизәлә боғаҙланмай ҡалһа, 11-се йәки 12-се зөлхизәлә боғаҙлаһаң да дөрөҫ булыр. Әммә 12-се ҙөлхизәлә ҡояш байымаҫ борон салып ҡалыу дөрөҫ булыр.
 
3.Ваҡытында ҡорбан сала алмай ҡалған кешегә уның хаҡын фәҡирҙәргә саҙаҡа итеп таратыу ҙа ярай.
 
4.Ҡорбанды кис йәки төндә салыу - мәкруһтыр.
 
5.Ҡорбан өсөн ҡуй-һарыҡ, кәзә,һыйыр,дөйә кеүек айыры тояҡлы мал ғына салыныр. Ат, тауыҡ, ҡаҙ ише хайуандар ҡорбанға ярамай.
 
6.Ҡуй-һарыҡ менән кәзәне тик бер кеше генә ҡорбан ҡыла ала, һыйыр менән дөйәне ете кеше бер булып ҡорбан сала ала.
 
7.Ҡорбан тиеләсәк һарыҡ менән кәзәнең бер йәше, һыйырҙың ике йәше, дөйәнең биш тулған булыуы кәрәк.
 
8.Өлкән һәм һимеҙ булһа ярты йәшлек һарыҡты ҡорбан ҡылырға була, ләкин был кәзәгә ҡағылмай.
 
9.Һыйыр йә дөйәне ете кеше бер булып ҡорбан ҡылһалар, уларҙың һәр береһе ҡорбан ғәмәлен ниәтләргә тейеш.
 
10.Әгәр араларынан береһе тик ит алыр өсөн генә ҡатнашһа, ҡалған алтауының да өлөшө ҡорбанға һаналмаҫ.
 
11.Күмәкләп салған ҡорбанға йәш балаларҙы индереп ете кешегә тултырһаң да дөрөҫ булыр, әммә мәйет өлөшөн һау кешеләрҙең ҡорбанына ҡатыштырыу ярамай.
 
12.Сауабын бер мәйеткә бағышлау ниәте менән шул мәрхүм өсөн бер ҡорбан боғаҙлау дөрөҫ була.
 
13.Күмәкләп салған ҡорбандың итен итен киҫәкләп түгел, үлсәп бүлешеү тейештер.
 
14.Бай кешегә ҡорбан итен өс өлөшкә бүлеп, өлөшөн фәҡирҙәргә өләшеү, Өлөшө менән ҡунаҡтарын хөрмәт итеү, өсөнсө өлөш менән туғандарын, күрше- күләнен һыйлау мөстәхәбтер.
 
15.Урта хәлле кешегә туған-тумасаларын ғына ҡунаҡ итеү ҙә дөрөҫтөр.
 
16.Ҡорбандың тиреһен йәки уның хаҡын бер фәҡиргә саҙаҡа урынына биреү мөстәхәбтер. Уны һатып, аҡсаһын үҙ кәрәк - ярағыңа тотоноу дөрөҫ түгел. Әгәр һатмайынса, күн йәки тун итһә, дөрөҫ булыр.
 
17.Ир кеше ҡорбанлыҡ малды үҙе салһа ла, икенсе бер мосолмандан бысаҡлатһа ла ярай.
 
'''18.Бысаҡлар алдынан ҡорбандың эйәһе йәки боғаҙлаусы кеше малға ҡарап ошо доғаны әйтер:'''  
 
«Аллааһүммә       иннә саләәтии үә нүсүкии үә мәхйәәйә үә мәмәәтии лилләәһи раббил-ғәәләминә ләә шәриикә ләһ. Аллааһүммә тәҡәббәл һәәҙиһил-удхиййәтә (мин фүләәниибни фүләән) йәки (мин фүләәнәтәә бинти фүләән)». Мәғәнәһе: Әй, Аллаһы, тәхҡиҡ, минең намаҙым үә ғибәҙәттәрем үә йәшәүем үә үлеүем барса ғәләмдең хужаһы булыусы Аллаһы тәғәлә өсөн үә уның ҡөҙрәтендәлер. Ул Аллаһы тәғәләнең һис шәрике юҡтыр. Әй, Аллаһ, ошо ҡорбанды фәлән улынан йәки фәләнә фәлән ҡыҙынан ҡабул ҡыл.
 
19.Ҡорбан салдырасаҡ кешегә, хажиҙарға оҡшау өсөн, зөлхиҙә айы кергәндән һуң сәсен алдырмайынса һәм тырнаҡтарын ҡырҡмайынса тороу мөстәхәбтер.
 
20.Ҡорбанлыҡ өсөн аҡ йә күк төҫтәге бөтөн ағзалары теүәл булған, сәләмәт, ҙур мөгөҙлө һимеҙ мал хәйерлерәк.
 
21.Ҡоторған йәки ҡорсаңғы, тыумыштан мөгөҙһөҙ һәм бестерелгән мал да ҡорбанлыҡҡа ярай.
 
22.Үә ныҡ ябыҡ, йөрөй алмаҫ дәрәжә лә сатан мал, ҡолағының, мөгөҙөнөң йә ҡойроғоноң өстән бер өлөшө юҡҡа сыҡҡан, бер күҙе һуҡыр үә ҡойроҡһоҙ мал ҡорбанлыҡ өсөн ярамай.
[[Категория:Ислам дине]]