Фикһул Ислам: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
1233 юл:
 
22.Үә ныҡ ябыҡ, йөрөй алмаҫ дәрәжә лә сатан мал, ҡолағының, мөгөҙөнөң йә ҡойроғоноң өстән бер өлөшө юҡҡа сыҡҡан, бер күҙе һуҡыр үә ҡойроҡһоҙ мал ҡорбанлыҡ өсөн ярамай.
 
== '''Хаж''' ==
«Бүниәл ислаамү ғәләә хамсин: шәһәәдәту әл-ләә иләәһә илләллааһу үә әннә Мүхәммәдәр-расүүлүл-лаһи үә иҡҡамиссаләәти үә иитәәәииз-зәкәәти үә сауми рамадаанәи үә хажжил-бәйти мәни- стәтәәғә иләйһи сәбииләә».
 
'''Мәғәнәһе''': Ислам дине биш төрлө ғибәҙәттән төҙөлмөш. Аллаһы тәғәләнең берлегенә үә Мөхәммәт ғәләйһиссәләм Уның бәйғәмбәре булыуына күңелдән ышанып геуаһлыҡ биреү, намаҙ уҡыу. малдан зәкәт биреү, Рамаҙанда ураҙа тотоу һәм юл хәреждәренә көсө еткән кешегә Ҡәғбәтулланы зыярат ҡылып, Хаж ҡылыу.
 
1.Хаж үҙе сәләмәт булып Мәккәй Мөкәррәмәгә барып ҡайтырлыҡ юл сығымдарына һәм үҙе ҡайтҡансы өйөндә ҡалған яҡындарының мәнфәғәттәренә етерлек малы булғҙн бай кешегә генә фарыҙҙыр. .
 
2.Ире йә яҡын туғаны бергә барасаҡ булһа, бай һәм сәләмәт ҡатындарға ла хаж кылыу фарыҙ.
 
3.Ауырыу, һуҡыр үә фәҡир кешеләргә Хаж фарыҙ түгел. Әммә бындайҙар Мәккәй Мөкәррәмәгә икенсе бер сәбәп менән барһалар йәки Мәккә яҡын булыу сәбәпле Хаж ҡылырға мөмкинселектәре булһа, уларға ла Хаж фарыҙ булыр.
 
Хаж сәфәренә юлланыу өсөн юлдың уғрыларҙан һәм йогошло ауырыуҙарҙан имен булыуы шарттыр. Әгәр юл тынысһыҙ булһа ул хәүефһеҙләнгәнсе Хаж сәфәрен кисектереп тороу хәйерлерәк. Шарттар яҡшырғандан һуң Хажды кисектереү дөрөҫ булмаҫ.
 
'''4.Хаждың фарыҙҙары өсәү:'''
 
1) Ихрам, йәғни, Мәккәй Мөкәррәмәгә барып кергәнсе «Миҡат»тип атала торған урындарҙың береһендә Хаж: ниәте менән ихрам ҡылыу.
 
2)Үәҡыф, йәғни, ғәрәфә көн өйләнән һуң Ғәрәфәт тауында хәзир булыу.
 
3) Тәүәф, йәғни ғәдел-Ҡорбан көнөндә йә булмаһа уның 2-се йә 3-сө көнөндә Ҡәғбәтулланы мәғлүм рәүештә 7 мәртәбә әйләнеп сығыу.
 
'''5.Хаждың үәжибтәре бишәү:'''
 
1) Ҡорбан ғәйете көнөндә иртәнге намаҙдан һуң «Мөздәлифә» исемле урында хәзир булыу.
 
2)Сафа һәм Мәрүә тауҙары араһында йөрөп, 7 мәртәбә сәғи ҡылыу.
 
3) Таш атыла торған урындарҙа масус көндәрҙә 7-шәр таш атыу.
 
4)Мәккәи Мөкәррәмәнән китер алдынан юлға сығыу ниәте менән Ҡәғбәтулланы йәнә тәүәф ҡылыу.
 
5)Ҡорбан ғәйете көнөндә, фарыҙ тәүәфте ҡылғандан һуң, сәсте алдырыу йәки ҡыҫҡартыу.
 
'''ХАЖ ҒӘМӘЛДӘРЕ'''
 
1. Хажиҙәр Мәккәй Мөкәррәмәгә китеп барышлай «Миҡат» тип аталған ерҙәрҙең береһенә туҡтап, мыйыктарын ҡыҫҡартыр, тырнаҡтарын ҡырҡыр, артыҡ төктәрен йолҡор, ғәҙәттә кейә торған кейемдәрен сисеп, ғөсөл ҡойоноп, ихрам (изар исемле бер киң алъяпҡыс менән ридә исемле киң йәймәнән ғибрәт) кейер. Изар кендек тәңғәленән билгә урала, ридә яурынға һәм арҡаға һалына кейер.
 
2.'''Унан һуң ике рәҡәғәт нәфел намаҙы уҡып''': «Аллааһүммә иннии үриидүл-хәжжә фәйәссирһү лии үә тәҡәббәлһү миннии»,-тип Хажға ниәт ҡылыныр.
 
'''Мәғәнәһе:''' Йә,Рабби,тәхҡиҡ, мин Хаж ҡылыуҙы ниәт ҡыламын, инде һин уны минән ҡабул ҡыл.
 
3.'''Ниәт ҡылғандан һуң ҡысҡырып ошо талбийәне уҡырҙар:'''
 
'''«'''Ләббәйкәл-лааһүммә ләббәйк, ләббәйкә ләә шәриикә ләкә ләббәйк, иннәл-әмдә үән-ниғмәтә ләкә үәл-мүлк, ләә шәриикә ләк».
 
'''Мәғәнәһе:''' Йә, Рабби, һинең ғибәҙәтеңде камил итәғәт менән ҡыламын, һинең һис шәрикең юҡтыр. Тәхҡиҡ, барса маҡтау үә барса ниғмәт һиңә хастыр. Үә хужалыҡ та һиңә хастыр, һинең һис шәрикең юҡтыр.   
 
4.Ниәт ҡылып, ошо тәлбийәне уҡығандан һуң, хажиҙәр «мөхрим», йәғни, «ихрамлы» тип аталырҙар.
 
5. Хажиҙәргә ихрамлы ваҡыттарында әҙәпһеҙ һүҙҙәр һөйләү, яҡынлыҡ үә ҡатындарҙың тәненә ҡул тейҙереү, кеше менән низағлашыу, кейек хайуандарҙы үлтереү, энә менән тегелгән кейем кейеү, баштарына сәллә, бүрек йә фәс кейеү, аяҡтарынка ситек, итек, кәүеш һәм йөҙлөклө мынаят кейеү, баштарына һәм йөҙҙәрен бер нәмә менән ҡаплау, хуш исле май һөртөү, сәстәрен үә башҡа төктәрен киҫеү һәм тарау, тырнаҡтарын кисеү, һаҡал-мыйыҡтарын майлау, баштарын һабынлап йыуыу дөрөҫ булмаҫ.
 
6.Әгәр ошо эштәрҙең береһен генә ҡылһалар, уларға йә ҡорбан салыу йә саҙаҡа биреү лазым булыр.
 
7.Хажиҙәр шулай Ҡорбан ғәйете көндәрендә ихрамдары тамам булғансы яланаяҡ, яланбаш аҡ ихрам кейемдәренә уранып дәрүиш хәлендә йөрөрҙәр.
 
8.Ихрамлы кешеләргә өйгә инеү, ашау-эсеү, йоҡлау, ғибәҙәт ҡылыу, тәһәрәт алыу, ғөсөл ҡойоноу, мунсаЛа йыуыныу, билдәренә аҡсалы билбау быуыу, сәтер йә ҡояшлыҡ (зонт) менән күләгәләнеү, аяҡтарына ҡыҫҡа йөҙлөклө күн йә ағас мынаят кейеү тыйылмаҫ.
 
'''9.Ҡатын хажжәләрҙең 6 ғәмәлдә хилафтары булыр:'''
 
1) улар ихрам кеймәйенсә, үҙҙәренең кейемдәрендә йөрөрҙәр;
 
2) энә менән тегелгән кейемдә лә йөрөй алалар;
 
3) баштарын асыҡ йөрөтмәҫтәр;
 
4) талибәне ҡысҡырып уҡымаҫтар;
 
5) ихрам ваҡыты бөткәндә сәстәрен ҡыҫҡартмаҫтар;
 
6) хәйез сәбәбенән ғөҙөрлө булһалар, фарыҙ тәүәфен ҡазаға ҡалдырырҙар.
 
10.Мәккәй Мөкәррәмәгә барып еткәс тә хажиҙәр иң тәүҙә туп-тура «Ҡәғбәи Мөғәззәмә» мәсетенә йүнәлерҙәр. Ҡәғбәне күргәс тә тәкбирә тәһлил әйтеп, маҡсаттарын һорап доғалар ҡылырҙар.
 
11.Мәсеткә инеп, Ҡәғбә диуарындағы «Хәжәре Әсүәд» исемле мөбәрәк ташты күргәс намаҙҙағы һымаҡ ҡулдарын ҡолаҡ тәңгәленә күтәреп йәнә тәҡбир үә тәһлил әйтерҙәр. Мөмкин булһа ул ташты үберҙәр.
 
12.Унан һуң Ҡәғбәне ете тапҡыр әйләнеп сығып, сөннәт булған тәүәфте ҡылырҙар. «Мәҡам Ибраһим» тигән ерҙә Ҡәғбәгә ҡарап ике рәҡәғәт намаҙ  уҡырҙар, аҙаҡ шул мәсеттең эсендәге Зәмзәм ҡойоһо эргәһенә барып, һыуын эсеп, йөҙҙәренә һәм баштарына һиберҙәр.
 
13.Мәсеттән сыҡҡас, Сафа һәм Мәрүә исемле ике кескәй тау араһында йөрөп, сәғи ҡылырҙар. 
 
14.Унан һуң теләгән ҡәҙәр тәүәф һәм сәғи ҡылып 8-се зөлхизәгә тиклем Мәккәлә йәшәрҙәр.
 
15.8-се зөлхиҙәлә хажиҙәр күмәкләшеп иртә таң менән Мәккәнән сығып, Мина исемлә ауыл янындағы мәсет тирәһенә барырҙар.
 
16.Унда бер кис ҡунғас, 9-сы зөлхиҙәлә иртә намаҙҙы уҡығас, Ғәрәфәт тауына китерҙәр, өйлә ваҡыты кергәс йәмәғәт булып өйләне, уның артынса икенде намаҙын уҡырҙар.
 
17.Унан һуң ғөсөл ҡойоноп, Ғәрәфәттә үәҡыф ҡылырҙар, йәғни, Ҡиблаға ҡарап зикер әйтеп,, теләктәрен теләп, ҡабул булуын һорап доғалар ҡылырҙар.
 
18.Ҡояш байығас, ахшамды уҡымайынса «Мөҙдәлифә» исемле ергә китерҙәр. Иәсих ваҡыты кергәс, йәмәғәт булып тәүҙә ахшамды, уның артынса йәсих намаҙын уҡырҙар.
 
19.Кисте «Мөҙдәлифә»лә үткәреп, иртәнге намаҙҙы уҡығандан һуң, унда йәнә үәҡыф ҡылырҙар. Бында улар тауҙар араһында 49-ар ваҡ таш йыйып алырҙар.
 
20.Унан hyң тағы Минаға барып, унда махсус урында ете мәртәбә, тәкбир әйтә-әйтә, имра таштарын ташларҙар. Аҙағынан, ите исраф ҡылынырлыҡ булмаһа,  Минала ҡорбан салып, саҙаҡа ҡылырҙар.
 
21.Шунан аҙаҡ ирҙәр сәстәрен йә алдырырҙар йә ҡыҫҡартырҙар.
 
22.10-сы, 11-се, 12-се зөлхиҙәлә Мәккәй Мөкәррәмәгә ҡайтып, фарыҙ булған тәүәфте үтәп, ихрамдарын тамамларҙар.
 
23. Ихрамҙары тамам булғас та, уларға ихрамлы саҡтарындағы -харам эштәренең гонаһһыҙҙарын ҡылыу дөрөҫ булыр.
 
24.Мосафир булған хажиҙарға ғәйет намаҙы уҡыу үәжиб түгел, шуның өсөн уларҙың күбеһе ул намаҙҙы уҡый алмаҫ. Әгәр ваҡыттары етһә Мәккәлә йә Минала уҡырҙар.
 
25.Хажиҙар илдәренә ҡайтып китәр алдынан Ҡәғбә мәсетенә барып, йәнә тәүәф ҡылырҙар, Ҡәғбә ишегенең тупһаһын үберҙәр, Ҡәғбәнең «Мөлтәзәм» исемле урынына һәм уның шаршауына йөҙҙәрен тейҙерерҙәр,
 
Зәмзәм һыуын эсеп, «Ҡәғбәи Мөғәззәмә»нән үә изге ерҙәрҙән айырыласаҡтарын уйлап, илай-илай донъя һәм әхирәт теләктәрен теләп, күп доға ҡылырҙар, Мәсеттән сыҡҡанда йөҙҙәре менән Ҡәғбәгә ҡарап, арт менән сигенеп сығырҙар.
 
26.Хажиҙарға шулай уҡ Мәдинәи Мөнәүүәрәгә барып, бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйҺиссәләмдән ҡәбер шәрифе булған Раузаи Мотаһһәрәне зыярат ҡылыу бик оло мөстәхәбтер.
 
27.Зәмзәм һыуын Ҡиблаға ҡаршы тороп, өс йотом эсеү тейеш.
 
'''Уны эскәндән һуң ошо доға уҡылыр''':     
 
«Аллааһүммә иннии әс, әлүкә риҙҡау үәәсиғән үә ғилмән нәәфиғәү үә шифаа, ән мин күлли да, ин».
 
'''Мәғәнәһе:''' Йә,Рабби, тәхҡиҡ, мин һинән һорайым: киң ризыҡты үә файҙалы ғилемлекте үә һәр бер ауырыуҙан шифаны.
[[Категория:Ислам дине]]