Бөрйәндең күренекле кешеләре: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Ҡулланыусы Һәҙиә (фекер алышыу) 24237 үҙгәртеүенән баш тартты
Тамғалар: кире алырға
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Тамғалар: редактор вики-текста 2017
70 юл:
'''Мәсем хан'''. Фараз ителеүенсә, IX—Х йәки Х—XI быуаттарҙа йәшәгән, ун ике башҡорт ырыуы союзының юлбашсыһы булған. Ул «Бабсаҡ бей менән Күҫәк бей» эпосынан һәм башҡа халыҡ ижады сығанаҡтарынан билдәле. Бөрйәндә Мәсемтау исемле тау ҙа бар.
 
'''[[w:Муллағолов Мирза Ғиззетдин улы |Муллағолов Мирза Ғиззетдин улы ]]''' 1938 йылдың 20 июлендә Иҫке Монасип ауылында тыуған, этнограф. Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлаған (1967). Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгендә этнология бүлеге мөдире. «Башҡорт халыҡ транспорты» (1992), «Лесные промыслы башкир» (1994), «Башҡорттарҙа урман кәсебе» (2000) китаптарының авторы.
 
'''[[w:Муллағолов Марат Ғиззетдин улы |Муллағолов Марат Ғиззетдин улы ]]''' 1940 йылдың мартында Аҡбулат ауылында тыуған, РСФСР-ҙың мәғариф алдынғыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған. Әтек, Байназар, Иҫке Монасип, Яуымбай, Әбделмәмбәт мәктәптәрендә уҡытыусы, директор урынбаҫары, ойоштороусы булып эшләгән. Уҡыусыларҙа халҡыбыҙ тарихына, этнографияһына, йәнтөйәгебеҙ тәбиғәтенә, әҙәбиәткә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан һәм һөйөү тәрбиәләгән остаз, байтаҡ мәҡәләләр авторы.
 
'''Рәхмәтуллин Дәүләтбай Абдрахман улы''' 1937 йылдың 15 сентябрендә Нәби ауылында тыуған, ҡурайсы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Тылсымлы ҡурай моңон Европа илдәре халыҡтарына ишеттергән, халыҡ-ара фестивалдәрҙә һәм Бөтә Союз фестивалдәрендә ҡатнашҡан.