Бөрйәндең күренекле кешеләре: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Тамғалар: редактор вики-текста 2017
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Тамғалар: редактор вики-текста 2017
54 юл:
'''Ҡотлобаев Әхмәт Төхвәт улы''' Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы, ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.
 
'''[[w: Ҡәҙерғолов Мөхәммәт Нурғәли улы| Ҡәҙерғолов Мөхәммәт Нурғәли улы]]''' 1919 йылдың 10 мартында тыуған, данлыҡлы ҡурайсы. Йән юлдашы ҡурай менән Волганан Эльбаға һәм Прагаға хәтле героик юл үткән. Дуҫлыҡ һәм туғанлыҡ ҡурайы менән Свердловскиҙа, Куйбышевта, Ленинградта, Владимирҙа, Суздалдә, Мәскәүҙә сығыш яһаған. Бөрйән музыка мәктәбенең ҡурай класында балаларҙы ҡурайҙа уйнау оҫталығына өйрәткән. Бөтә Союз фирмаһы «Башҡорт фольклоры» тигән исем менән 1978 йылда уның грампластинкаһын сығарған. Венгрия фольклорсылары егермеләп көй яҙҙырып алған. 1989 йылда мәшһүр ҡурайсыға Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеме бирелгән.
 
'''Маликов Ғүмәр Фәруҡ улы''' Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы, ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.
74 юл:
'''[[w:Муллағолов Марат Ғиззетдин улы |Муллағолов Марат Ғиззетдин улы ]]''' 1940 йылдың мартында Аҡбулат ауылында тыуған, РСФСР-ҙың мәғариф алдынғыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған. Әтек, Байназар, Иҫке Монасип, Яуымбай, Әбделмәмбәт мәктәптәрендә уҡытыусы, директор урынбаҫары, ойоштороусы булып эшләгән. Уҡыусыларҙа халҡыбыҙ тарихына, этнографияһына, йәнтөйәгебеҙ тәбиғәтенә, әҙәбиәткә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан һәм һөйөү тәрбиәләгән остаз, байтаҡ мәҡәләләр авторы.
 
'''[[w:Рәхмәтуллин Дәүләтбай Абдрахман улы |Рәхмәтуллин Дәүләтбай Абдрахман улы ]]''' 1937 йылдың 15 сентябрендә Нәби ауылында тыуған, ҡурайсы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Тылсымлы ҡурай моңон Европа илдәре халыҡтарына ишеттергән, халыҡ-ара фестивалдәрҙә һәм Бөтә Союз фестивалдәрендә ҡатнашҡан.
'''Рәхмәтуллин Айбулат Дәүләтбай улы''' 1967 йылдың 12 майында Нәби ауылында тыуған. Ҡурайсы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2014), Нефтекама дәүләт филармонияһының художество етәксеһе.
 
'''[[w:Рәхмәтуллин Айбулат Дәүләтбай улы |Рәхмәтуллин Айбулат Дәүләтбай улы ]]''' 1967 йылдың 12 майында Нәби ауылында тыуған. Ҡурайсы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2014), Нефтекама дәүләт филармонияһының художество етәксеһе.

'''[[w:Сөләймәнов Әхмәт Мөхәмәтвәли улы |Сөләймәнов Әхмәт Мөхәмәтвәли улы ]]''' 1939 йылдың 15 мартында Нәби ауылында тыуған. Башҡорт халыҡ ижады белгесе, филология фәндәре докторы (1991), профессор (1995), Рәсәй Гуманитар фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған (1967). Бөрйән районының Нәби һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә балалар уҡыта (1967—72), Башҡорт дәүләт университетында башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры уҡытыусыһы булып эшләй (1972—91).
 
1991 йылдан алып Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында фольклор һәм сәнғәт бүлеге мөдире. Башҡорт халыҡ әкиәттәрен тикшереүгә арналған монографиялар, мәктәптәр һәм юғары уҡыу йорттары өсөн дәреслектәр, уҡыу ҡулланмалары авторы, «Башҡорт халыҡ ижады» күп томлы йыйынтыҡтарын төҙөүселәрҙең береһе.
Юл 83 ⟶ 84:
Филология фәндәре докторы (1991), профессор (1995). Рәсәй Гуманитар Фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы (академик, 1995). Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы. Салауат Юлаев премияһы (1987) һәм Салауат Юлаев ордены кавалеры (2014).
 
'''[[w:Сәғитов Мөхтәр Мофаззал улы |Сәғитов Мөхтәр Мофаззал улы ]]''' 1933 йылдың 8 авгусында Иҫке Собханғол ауылында донъяға килгән, 1986 йылдың 20 июнендә Төркиәнең Измир ҡалаһында фажиғәле вафат булған, Өфөлә ерләнгән. Башҡорт халыҡ ижады белгесе, филология фәндәре кандидаты (1965). Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған (1963). Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фольклор һәм сәнғәт бүлексәһендә кесе (1964—70), өлкән ғилми хеҙмәткәр (1970—86) булып эшләгән. Ул алтмыштан ашыу ғилми хеҙмәт яҙҙы, башҡорт эпосы, «Башҡорт халыҡ ижады» йыйынтыҡтарының алты китабын, «СССР халыҡтары эпостары» серияһында (Мәскәү, 1977) «Башҡорт халыҡ эпосы» йыйынтығын төҙөнө, «Боронғо башҡорт ҡобайырҙары» исемле китап (1987) сығарҙы. Яҡут—Саха башҡорттарынан тәү башлап халыҡ ижады үрнәктәрен яҙып алған. «Ғүмерлеккә ҡалған яра» тигән хикәйәләр, юлъяҙмалар, мәҡәләләр йыйынтығы (1993) баҫылды. Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы бирелде (1987). Иҫке Собханғол ауылында Мөхтәр Сәғитов музейы асылған (1995).
 
'''Сәғитова Зөһрә Мофаззал ҡыҙы''' 1940 йылдың 15 сентябрендә Иҫке Собханғол ауылында тыуған, медицина фәндәре докторы, профессор, Өфө медицина институтын тамамлаған (1963), институттың биология кафедраһы мөдире булып эшләгән (1994—2000). Әле хаҡлы ялда.
 
'''[[w:Сәфәрғәлин Ғилман Зәйнәғәли улы |Сәфәрғәлин Ғилман Зәйнәғәли улы ]]''' 1936 йылдың октябрендә Нәби ауылында тыуған, һәүәҫкәр йырсы. Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған (1963). «Ҡыҙыл таң» колхозы рәйесе, Бөрйән районы ауыл хужалығы идаралығы башлығы, район хакимиәте башлығы, мәҙәниәт бүлеге мөдире булып эшләгән, БР Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтай депутаты итеп һайланған. Республикала «Урал», «Уйыл», «Ҡолой кантон», «Ҡаһым түрә», «Һары ла сәс» кеүек башҡорт халыҡ йырҙарын үҙенсәлекле башҡарыуы менән танылған. Башҡортостандың, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Почет Билдәһе» ордены кавалеры.
 
'''[[w:Теләүембәтов Иршат Әнүәр улы |Теләүембәтов Иршат Әнүәр улы ]]''' 1962 йылдың, 26 мартында Аҫҡар ауылында тыуған, яҙыусы. Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлаған. «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире урынбаҫары. «Урман әбейе» (1988), «Тау эйәһе» (1992), «Бығау сыңы» (2001) проза китаптарының авторы.
 
'''Уразаев Зәки Мостафа улы''' Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы, I һәм II дәрәжә Дан ордендары кавалеры.