Бөрйәндең күренекле кешеләре: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Тамғалар: редактор вики-текста 2017
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Тамғалар: редактор вики-текста 2017
94 юл:
'''Уразаев Зәки Мостафа улы''' Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы, I һәм II дәрәжә Дан ордендары кавалеры.
 
'''[[w:Хәлилов Азамат Самат улы|Хәлилов Азамат Самат улы]]''' 1970 йылдың 3 майында Иҫке Собханғол ауылында донъяға килгән, актер. Өфө сәнғәт институтының театр факультетын тамамлағас, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эш башлай. Стәрлетамаҡ драма театрына эшкә саҡырыла. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты.
 
'''[[w: Хатмуллина Көнһылыу Ғүмәр ҡыҙы| Хатмуллина Көнһылыу Ғүмәр ҡыҙы]] '''(26.02.1985, Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылы)— химия фәндәре кандидаты. Рәсәй фәндәр академияһының химик физика проблемалары Институтында ғилми хеҙмәткәр.Көнһылыу Ғүмәр ҡыҙының ғилми тикшеренеүҙәре литий- полимер аккумуляторҙар өсөн электролиттар эшләүҙән ғибарәт. Шулай уҡ уның хеҙмәте токтын литий-полимер сығанаҡтарын эшкәртеүҙәге фундаменталь проблемаларҙы хәл итеү менән бәйле.
Көнһылыу Ғүмәр ҡыҙы Рәсәй кимәлендә һәм Франция, Чехия, Эстония һәм башҡа илдәрҙә үткән Халыҡ-ара конференцияларҙа әүҙем ҡатнашып илленән ашыу доклад менән сығыш яһай.Рәсәй һәм халыҡ-ара фәнни журналдарында 23 ғилми статьяһы баҫылып сыҡҡан.
 
'''[[w: һөйәрғолов Муллаян Зыяитдин улы| һөйәрғолов Муллаян Зыяитдин улы]] ''' Байназар ауылында тыуған. Башҡортостандың атҡаҙанған һәм халыҡ артисы.
 
'''[[w: Шәрипова Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы|Шәрипова Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы]] ''' 1948 йылдың 10 июнендә Яңы Монасип ауылында тыуған, филология фәндәре кандидаты. Башҡорт дәүләт университеты доценты, БР Яҙыусылар союзы ағзаһы. «Пером и словом» (1993), «Беҙҙең ғаилә» (1996) китаптарының авторы.
 
'''Әлибәков Таштимер Ишмөхәмәт улы''' 1936 йылда Мораҙым ауылында тыуған. Башҡортостандың атҡаҙанған зоотехнигы, «Почет Билдәһе» ордены кавалеры.
111 юл:
'''Әхтәмов Исмәғил Кәлимулла улы''' 1930 йылда Кейекбай ауылында тыуған. Белорет металлургия комбинатының сым һуҙыусыһы, СССР Дәүләт премияһы лауреаты.
 
'''[[w: Юлдашев Зөлфәр Мырҙабулат улы| Юлдашев Зөлфәр Мырҙабулат улы]] ''' 1930 йылда Иҫке Монасип ауылында тыуған. Башҡортостандың атҡаҙанған малсыһы, VI саҡырылыш БАССР Юғары Советы депутаты, Ҡыҙыл Байраҡ, «Халыҡтар дуҫлығы» һәм «Почет Билдәһе» ордендары кавалеры.
 
'''[[w:Юлсурина Әлфиә Ҡолдәүләт ҡыҙы|Юлсурина Әлфиә Ҡолдәүләт ҡыҙы]]''' 1960 йылдың 25 апрелендә Иҫке Собханғол ауылында тыуған, популяр эстрада йырсыһы, Башҡорт дәүләт филармонияһы артисткаһы.