Бөрйәндең күренекле кешеләре: өлгөләр араһындағы айырма
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Һәҙиә (фекер алышыу | өлөш) Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ Тамғалар: редактор вики-текста 2017 |
Һәҙиә (фекер алышыу | өлөш) Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ Тамғалар: редактор вики-текста 2017 |
||
68 юл:
'''[[w: Мөхәмәтҡолов Сабирйән Мөхәмәтзакир улы| Мөхәмәтҡолов Сабирйән Мөхәмәтзакир улы]]''' 1890 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙенең Әбделмәмбәт ауылында (хәҙер Башҡортостандың Бөрйән районы) крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килгән, 1934 йылдың 15 октябрендә вафат булған. Башҡорт сәсәне. Бәләкәй саҡтан ук атаһынан күреп бәйеттәр, һамаҡтар, йырҙар, ҡобайырҙар сығара. Ырымбур өлкәһе Үрге Урал әйәҙе Рауил ауылы, Стәрлетамаҡ мәҙрәсәләрендә белем эҫтәй. Башҡорт һәм ҡаҙаҡ ауылдарында уҡыта, Сабирйән хәлфә булып таныла. Ул ғәрәп, фарсы, төрөк, ҡаҙаҡ, урыҫ телдәрен белә. 1934 йылда репрессияға эләгә һәм лагерҙа үлеп ҡала. 1989 йылда аҡлана. Сабирйән Мөхәмәтҡолов башҡорт ҡәбиләләренең һәм ырыуҙарының тарихы менән ныҡ ҡыҙыҡһынған, башҡорт сәсәндәренән һәм аҡындарынан героик хикәйәттәр яҙып алған, уларҙан «Бабсаҡ бей менән Күҫәк бей» эпосының шиғри варианты беҙҙең көндәргә килеп еткән. Сабирйән Мөхәмәтзакир улы «Уралға», «Түңгәккә» кеүек фәлсәфәүи һәм сатирик шиғырҙар ижад иткән.
'''[[w:Мәсем хан |Мәсем хан ]]'''. Фараз ителеүенсә, IX—Х йәки Х—XI быуаттарҙа йәшәгән, ун ике башҡорт ырыуы союзының юлбашсыһы булған. Ул «Бабсаҡ бей менән Күҫәк бей» эпосынан һәм башҡа халыҡ ижады сығанаҡтарынан билдәле. Бөрйәндә Мәсемтау исемле тау ҙа бар.
'''[[w:Муллағолов Мирза Ғиззетдин улы |Муллағолов Мирза Ғиззетдин улы ]]''' 1938 йылдың 20 июлендә Иҫке Монасип ауылында тыуған, этнограф. Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлаған (1967). Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгендә этнология бүлеге мөдире. «Башҡорт халыҡ транспорты» (1992), «Лесные промыслы башкир» (1994), «Башҡорттарҙа урман кәсебе» (2000) китаптарының авторы.
|