Категория:Китаптарҙың тәүге биттәре — версиялар араһындағы айырма

Replaced content with "Был категорияла китаптарҙың тәүге биттәре урынлаштырыла."
(Created page with "Күсле ил - көслө ил Яҡшы егет, яҡшы ҡыҙ Шулай килеп ҡауышҡан Орсоҡтай ғына сағымда әле, тәрән мәғ...")
 
(Replaced content with "Был категорияла китаптарҙың тәүге биттәре урынлаштырыла.")
Был категорияла китаптарҙың тәүге биттәре урынлаштырыла.
Күсле ил - көслө ил
 
Яҡшы егет, яҡшы ҡыҙ
Шулай килеп ҡауышҡан
Орсоҡтай ғына сағымда әле, тәрән мәғәнәһен төшөнөп тә бөтмәҫлек йәшемдә, әсәйем кемгәлер мәҙәк өсөн һөйләгән бер ҡиссаны хәтеремә бикләгәнмен дә йылдар уҙа барған һайын меңдәрсә сатҡылы бриллиант йөҙөк ҡашындай әле бер, әле икенсе ҡырласының балҡышын табып, таң ҡалам. Былайыраҡ итеп һөйләнелгәйне ҡисса иренә зарланырға килгән йәш кенә ҡатынға.
Хоҙай Тәғәлә ергә әҙәми затты яҡшыһынан-шаҡшыһынан бер тигеҙ нисбәттә яралтмыш икән. Шулай итмәһә, яҡшылары яҡшылыҡтың ҡәҙерен аңламай, фәһем алмай, наҙанға әүерелеп бөтөр ҙә, холҡон, аң-зиһенен камиллаштырыр һис бер шарт булмаҫ ине, ти. Тап ана шул сәбәпле, бәндәләрҙе ишле-ҡушлы иткәндә Аллаһы Тәғәлә «бер яҡшыға - бер шаҡшы», «бер шаҡшыға - бер яҡшы» тип бүлеп ултыра икән. Кешеләр күп бит инде, ҡайһы саҡ буталып китә лә, «бер яҡшыға - бер яҡшы», «бер шаҡшыға - бер шаҡшы» тип ысҡындырып ҡуя имеш. Донъяла һәр яҡлап пар килгәндәр шуға ла бик әҙ, артыҡ яҡшы, артыҡ шаҡшы йәшәгәндәр - бармаҡ менән генә һанарлыҡ.
Мәҙәк өсөн һөйләнелһә лә, ниндәй тәрән фәлсәфә! Тап ошо фәлсәфә, өлөшөмә төшкән көмөшөм тип, ир менән ҡатынға бер-береһенең бәндәүи йомшаҡлыҡтарына күнеп йәшәргә, ғаилә тотороҡлоғон һаҡларға ярҙам иткәндер, милләттең дә быуаттар ғәрәсәттәренә бирешмәй ойошоп йәшәүенең, юғалып ҡалмауының нигеҙе булғандыр, тип әйтергә йөръәт итәм.
Бәндәүи зат үҙе тураһында үҙе уйлағандан хөртөрәк, кеше уйлағандан яҡшыраҡ тигән бер аҡыл эйәһе. Әлеге ҡиссанан сығып фекер йөрөткәндә, һин үҙеңде яҡшы кеше тип иҫәпләйһең икән, бик ҙур бәхетеңә күрә генә ул яңылышып киткән осраҡҡа тура килмәһәң, Хоҙайҙың ғәҙел тәғәйенләнеше буйынса шаҡшыға юлығырың алдан билдәләп ҡуйылған. Шулай булғас, яҙмышыңа ни үпкә. Йәнә бер аҡыл эйәһе әйтмешләй, өйлән: ҡатының яҡшынан тура килһә, бәхетле булырһың, яманына юлыҡһаң, философ булырһың!
Башҡортта борондан балаларға енси аң иҫ киткес уйлап, һиҙҙермәй генә һеңдерелгән - ғаиләгә, ирле-ҡатынлы араһындағы мөнәсәбәттәргә бәйле мәсьәләләр хаҡында ололар «ваҡ тештәр», йәғни, ыбыр-сыбыр бала-сағанан йәшерен ҡош телендә һөйләшкеләп алһалар ҙа ваҡыт-ваҡыт кескәйҙәр ҡолағына махсус тәғәйенләнгәндәре лә килеп сыға: мәҡәлдәр, ҡанатлы һүҙҙәр, әйтемдәр, көләмәстәр, үсекләмештәр, әкиәттәр ҡуша-ҡуша әллә ниндәй фәһемле тарихтар һөйләп ташлайҙар. Фольклор йыйынтыҡтарында теркәлеп ҡалғандары ғына ла ғүмерең буйы өйрәнеп тә бөтә тәрәнлеген буйламалы түгел, ә яҙылып алынмағаны күпме!
Был яҙмаларымда иһә күберәк мәҡәлдәргә, әйтемдәргә таяндым, сөнки улар - халыҡтың махсус яҙма ҡануннамәләрҙә теркәлмәгән ғаилә кодексы тип аталыр баһаға эйә.
Егерменсе быуаттың тәүге сирегенәсә, совет осорона тиклем, быуаттар дауамында башҡорттарҙың ғаилә тормошо, милли әҙәбе юридик яҡтан да, әхлаҡи йәһәттән дә ислам дине, шәриғәт ҡанундары менән тығыҙ бәйле булған. Ғаиләне Алла әмере менән булдырылған илаһи бер мәктәп, милләттең иң кескәй күҙәнәге тип һанаған ата-бабаларыбыҙ.
Әйтергә кәрәк, халҡыбыҙҙа юридик ҡанундар әхлаҡ, ғәҙәт-йола ҡағиҙәләре менән бер бөтөнлөк тәшкил иткәнлектән, уларҙы күпселек осраҡта хатта айырып алып та булмай. Бары тик ҡайһы берҙәре мотлаҡ үтәлергә тейешле, ә бәғзеләре яҡтарҙың ихтыярына ҡуйылыуы менән генә үҙ аллы төркөмләү мөмкинлеге бирә.
Бер үк ваҡытта ислам дине ҡабул ителгәнгә тиклем үк ҡулланылған ғәҙәт ҡанундары ла (левират, сорорат һ. б.), ҡайһы саҡ шәриғәткә бик үк тап килмәүенә ҡарамаҫтан, һаҡланып ҡалыуы күҙәтелә. Шулай уҡ Рәсәй хакимдарының урыҫ, христиан ғаилә нормаларын индерергә тырышыуы: никахҡа инеүҙе, сабыйҙарҙы махсус кенәгәләрҙә теркәү, был хаҡта документтар биреү, йәш цензы һ.б. - ғаилә ҡороу тәртип-низамын бер аҙ үҙгәрткән.
Халыҡтың ғаилә мәсьәләләрендә ҡайһы хоҡуҡ нормаларына өҫтөнлөк биреүе уның ниндәй хөкөмдән - дәүләттекенәнме, әллә мир-йәмәғәттекенәнме - нығыраҡ ҡурҡыуы дәлил була ала. Ғәмәлдә башҡорт йәмғиәтендә үҙидара ҙур ҡеүәткә эйә булып, йәмәғәт фекере, аҡһаҡалдар - мир башлыҡтары ғөрөф-ғәҙәттәрҙең теүәл үтәлешен күҙәтеү функцияһын башҡарған, рәсми судтарға мөрәжәғәт итеү күпселектә ер мәсьәләләренә ҡағылған. Был мәҡәлдәрҙән дә күренә:
Берҙең көнө мир менән, мирҙең көнө ер менән.
Ир үлһә лә йола үлмәҫ.
Ырыуына күрә йолаһы.
Ә быныһы - ҡыҙыҡ өсөн: Әтәс үҙ сүплегендә үҙе мырҙа.
Үрҙә әйтелгәндәрҙән сығып, башҡорт милләтенең иң кесе киҫәге булараҡ ғаилә тормошона дини, ғәҙәт-йола, әхлаҡи киҫелештә байҡау яһап ҡарайыҡ.
Өйләнмәгәндең тамыры ҡорор
Әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләребеҙ ифрат та ҡаты булыуы әле балаға сексуаль тәрбиә бирелмәгән тигәнде аңлатмай, әйтеүемсә, сәңгелдәгенән үк ошо юҫыҡта бик аҡыллы эш алып барылыуы фольклорыбыҙҙан ап-асыҡ күренә. Сабыйҙы һикертеп, һәпсүкләп уйнатҡанда уҡ таҡмаҡланған һүҙҙәргә иғтибар итәйек: Ҡыҙым-ҡыҙым, ҡыҙ кеше, ҡыҙыма килер йөҙ кеше, йөҙ кешегә бирмәмен, алып китер бер кеше. Әсә ҡыҙ ғынаһының күрмәлекле, күптәр күҙе төшөрлөк булып үҫеп етеүен юрап ҡына ҡалмай, уның бер генә кешегә тоғролоҡ һаҡлап ғаилә ҡорорға тейешлеген дә хәләл һөтө менән һеңдерә. Ҡарабаш турғай, тәҙ(е)рәне ҡуймай, һин дә егет, мин дә егет, кәләш алып булмай тигән үсекләмеш иһә кесе йәшенән үк ир балаларҙы ғаилә ҡора алмау хурлыҡ икәнлегенә инандырып үҫтерә.
Өйләнеүҙең мотлаҡлығы, тәртип-низамы мәҡәлдәрҙә ифрат тос әйтелгән:
Өйләнмәгәндең тамыры ҡорор.
Яҡшы ат бығауһыҙ йөрөмәҫ, алама атҡа тышау ҙа теймәҫ. Арғымаҡтың билгеһе - ҡаҙы йыймаҫ ял йыйыр, яман егет билгеһе - ҡатын алмаҫ, мал йыйыр.
Өйләнмәгәндең өйө булмаҫ, өйө булһа ла иле булмаҫ.
Өйләнеү - көйләнеү.
Дәртһеҙ кеше - күҫәк, йәрһеҙ кеше - ишәк.
Донъя күрке - йәр менән.
Өйләнмәгәндән аҡыл һорамайҙар.
Күреүебеҙсә, бер мәҡәл икенсеһен тулыландыра, көсәйтә, һәр кемгә «асҡыс» табырға мөмкинлек бирә, ә өйләнеү-өйләнмәү аҡыл биҙмәне лә булып тора икән бит.
0

үҙгәртеү