Айран: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
[[File:Selbst gemachter Ayran im original-türkischen Glas.jpg|thumb]]
'''Айран''' — башҡорттарҙың һәм төрки халыҡтарының милли эсемлеге. Төрлө халыҡтарҙа айранды әҙерләү өсөн сеймал һәм әҙерләү ысулы айырыла. Уртаҡ үҙенсәлеге — [[Һөт (йомаҡтар)|һөт]] продукттарынан эшләнеүе.
 
'''Башҡорттарҙа айран өс төрлө була''': ҡороттан әҙерләнгәне, эркеттән әҙерләнгәне, май баҫҡанда йәки бешкәндә айырылып сыҡҡаны.
6 юл:
== Әҙерләү ==
 
# '''[[Ҡорот|Ҡороттан]]''' әҙерләнгәне: бындай айран өсөн яңы эшләнгән йәки киптерелгән әсе ҡорот алына. Уны ҡоротҡа һалҡын һыу ҡушып эшләйҙәр. Был ҡайнап һыуынған һыу, шишмә һыуы булырға мөмкин. Тәменә ҡарап тоҙ өҫтәйҙәр. Ҡуйылығын да тәмләп ҡарап самалайҙар.
# '''Эркеттән''' әҙерләгәндә лә һалҡын һыу ҡушып эшләнә. Эркет менән һыу самаһы яҡынса 1:3 нисбәтендә.
# '''Май баҫҡанда йәки бешкәндә''' айырылып сыҡҡаны бигерәк тә туҡлыҡлы, ҡаймаҡлы була. Уны шул көйөнсә лә, һыу менән шыйығайтып эсәләр.
«https://ba.wikibooks.org/wiki/Айран» битенән алынған