Ашҡабаҡ бутҡаһы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
10 юл:
== Әҙерләү ысулы ==
 
Ашҡабаҡтын тышын эрсеп, эсен алып, йомшаҡ ерен ваҡ итеп турайҙар. 1:1 күләмендә һыу өҫтәп утҡа ҡуялар.
 
Ҡайнап сығыуына тары ярмаһы өҫтәйҙәр. Ярма һыу күләменә ҡарап алына. Сама менән һыуҙан 1,5 тапҡыр кәмерәк була.
 
Төбө көймәһен һәм иҙелеп бешһен өсөн болғап торалар. Самалап май ҡушалар (ҡаймаҡ, аҡ май, һарымай, туңмай). Бындай бутҡаны дөгө йәки картуф ҡушып та эшләп була.
 
== Ашҡабаҡ — дауа ==
22 юл:
Шулай уҡ, аш-һыу әҙерләү өсөн үҫтерелгән сорттар. Бындайҙарының итсәһе һутлы, шәрбәтле, каротиндарға бик бай була. Каротиндарға бай итсә һары, һарғылт-ҡыҙыл төҫтә була.
 
Унан бутҡа, аш, пюре, павидло, мармелад, һут әҙерләргә, ҡоймаҡ һәм ҡабартма бешерергә, һәр төрлө аш-һыуға ҡушырға мөмкин. Майҙа ҡыҙҙырып алып йәшелсә икраһы эшләйҙәр. Эсендә төрлө бутҡа һәм ит аҙыҡтары бешереп була.
 
Был аҙыҡтар туҡлыҡлы ла, шифалы дауа булыуҙары менән дә ҡиммәтле. Берҙән, витаминдар, минераль тоҙҙарға бай. Составындағы органик кислоталарҙың әһәмиәте лә организм өсөн баһалап бөткөһөҙ.
 
Бөйөр бауырҙарҙы таҙарта. Лимфа- һәм ҡан тамырҙарын таҙарта. Шешенгәндә, организмдан артыҡ һыуҙы ҡыуҙыра.
 
Орлоҡтары бик туҡлыҡлы һәм затлы ризыҡ. Башҡорттар орлоҡтарынан элек май ҙа айырып ала белгәндәр.