Аҙашҡан быуын: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
65 юл:
Алған да, ғәйеп булған. Күп йылдар үткәс ҡайтып ингән улын, атаһы тиргәр урынға, тубыҡланып ҡаршы алған. Быны күреп торған икенсеһе үпкәләгән. Нисек инде, донъяһын тарҡатмай бөтәйтеп, атаһына таяныс булып йәшәгән улына бер рәхмәт һүҙе юҡ. Ә атай малын туҙҙырып, берәҙәк булып булып йөрөгән улға шундай хөрмәт күрһәтелеүен аңлай алмаған.
 
Тәрәнтен төбөнәТөбөнәрәк төшһәң, фәлсәфәүи мәғәнәһе бик тәрән был хәлдең. Ә шулай ҙа, моғайын , ярылып ятҡаны шулдыр: ҡартты бит улының тере ҡайтыуынан элек, аҙашҡан йәненең туғры юлға ҡайтыуы тубыҡландырған. Сәбәптәре ниндәй булған хәлдә лә, атай тупһаһына ҡайтып йығылыу – инешкә, тәү асылыңа кире ҡайтыу, тәүбәгә килеүҙер ул. Туғры юлға сығайым тип маташҡан ейәнсәрен күрһә, оләсәйемдең дә шатлығының сиге булмаҫ ине. Юлым оҙон-оҙаҡ, урау-мурау, тайғаҡ-майғаҡ, соҡор-саҡырлы булһа ла, инеше - оләсәйем тупһаһы, уның алғышы, доғалары, фәтихаһы. Тайғанымда, сетерекле хәлдәремдә, юл саттарында ҡаңғырғанда, оләсәйем өйрәткән тылсым һүҙҙәре: ”Эй, Хоҙайым, теләктәремде ҡабул ит, ярҙамыңдан ташлама“ ҡотҡара ине…
 
==Кеше ғүмере – күҙ менән ҡаш араһы==