Башҡорт теле/Һүҙлектәр/Ислам: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
27 юл:
'''Ғәләм''' — Ер йөҙө, йыһан, бөтә тереклек һәм тере булмаған тәбиғәт, донъя, халыҡ, кешеләр.

'''Ғәнимәт''' — һуғыш табышы, яумал, трофей.

'''Дауыт''' — бәйғәмбәр, христиандарҙа Давид.

'''Джиһад''' — Алла, дин юлында һуғышыу.

'''Дирһәм''' — аҡса берәмеге.

'''Диуар''' — стена.

'''Доға''' — саҡырыу, ялбарыу, теләктәр менән мөрәжәғәт итеү, ғибәҙәт һүҙҙәре, намаҙ.

'''Донъя''' — ахирәттән алда була торған көнкүреш, ошо тереклек.

'''Ен''' — уттан яралған бәрей, төрлө ҡиәфәткә инә (кеше була) ала, яҡшылары ла, ямандары ла була.

'''Зариғ үләне''' — тамуҡтағы ағыулы үлән.

'''3алим''' — иҙеүсе, йәберләүсе, яуыз, уҫал, ҡаты күңелле, боҙоҡ кеше, тиран, деспот.

'''Золом''' — йәберләү, ҡыҫыу, ғәҙелһеҙлек, боҙоҡлоҡ.

'''Зөлкифел''' — бәйғәмбәр, Иязекииль.

'''Зөлҡәрнәй''' — Искәндәр батша.

'''3әбур''' — йәһүҙиҙәрҙең һәм насраниҙарҙың изге яҙмалары, псаломдар (доғалар) йыйынтығы.

'''Зәйет''' — Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең аҫрау улы, тәүге мосолмандарҙың береһе.

'''Зәҡҡүм ағасы''' — тамуҡтағы ағас, емештәрен гонаһлы бәндәләр ашай.

'''3әкәт''' — мал-мөлкәт хисабынан сығып, ярлы мосолмандар өсөн тип бирелә торған һалым, «сафланыу, таҙарыу» мәғәнәһендә.

'''Зәнйәбил''' — тамырҙары эфир майҙарына бай булған үлән һымаҡ тропик үҫемлек, имбир.

Иблис—Аллаға'''Иблис''' — Аллаға буйһонмағаны өсөн ҡәһәрләнеп, Күктән Ергә һөрөлгән һәм кешеләрҙе аҙҙырыу менән шөғөлләнеүсе элекке фәрештә, шайтандар башлығы. Алла янында фәрештә сағындағы исеме Ғазазил.

'''Ибраһим''' — бәйғәмбәр, христиандарҙа Авраам.

'''Иҙрис''' — бәйғәмбәр.

'''Илаһ''' — табына, ғибәҙәт ҡыла торған зат, әйбер, нәмә.

'''Ильяс''' — бәйғәмбәр, христиандарҙа Илья.

'''Ильясиғин''' — бәйғәмбәр, христиандарҙа Елисей.

'''Иншалла''' — «Әгәр Алла теләһә».

'''Иман''' — Аллаға, бәйғәмбәргә, диндең төп нигеҙҙәренә ышаныу.

'''Имам''' — кешеләрҙе үҙенә эйәртеп намаҙ уҡытыусы; өммәт, мәхәллә башлығы, юлбашсы.

'''Иңдереү''' — Күктән бойоролоп күңелгә һеңдерелеү.

'''Исмәғил''' — бәйғәмбәр, христиандарҙа Исмаил.

Исраил—Яҡуп'''Исраил''' — Яҡуп бәйғәмбәрҙең икенсе исеме һәм унан таралған йәһүттәр нәҫеле.

'''Исраф''' — сиктән уҙыу; малды кәрәкһеҙгә, юҡҡа тотоноу, әрәм-шәрәм итеү.

'''Исхаҡ''' — бәйғәмбәр, Ибраһим бәйғәмбәрҙең уариҫы, христиандарҙа Исаак.

'''Ихрам бәйләү, кейеү, ихрамда булыу''' — хаж уаҡытында изге ергә инер алдынан кейелә торған кейем. Ике аҡ таҙа туҡыманан тороп, уларға энә тейергә тейеш түгел; бер киҫәге муйынға һәм иңбашҡә һалына, икенсеһе менән бил быуалар.

Йалут—'''Йалут''' — бында: бәһлеүән, христиандарҙа Голиаф.

'''Йаҡтин ағасы''' — ҡабаҡ ағасы.

'''Йософ''' — бәйғәмбәр, христиандарҙа Иосиф.

'''Йәжүк һәм Мәжүж''' — ике ҡәбилә исеме, көнсығыш һәм көнбайыш халыҡтары, Гог һәм Магог.

'''Йәннәт''' — ожмах, ожмах баҡсаһы, фирдәүес, ҡиәмәт көнөнән һуң иманлылар мәңге торасаҡ урын.

'''Йәриә''' — ҡол ҡатын, яҡынса — кәнизәк.

'''Йәҫриб''' — Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең һәм уның яҡындарының күсеп килгән урыны, һуңынан Мәҙинә ҡалаһы.

'''Йәһилиәт''' — Ислам диненә тиклем булған наҙанлыҡ, күп илаһтарға, һындарға табыныу осоро.

'''Йәһүҙи''' — йәһүд диненә эйәреүсе, еврей.

'''Йәһәннәм''' — тамуҡ, ут, ожмахтың киреһе.

'''Йыраҡ (Алыҫ) мәсет''' — Әл-Ҡудс (Иерусалим) ҡалаһы эргәһендәге изге һаналған ғибәҙәтхана, Сөләймән бәйғәмбәр ғибәҙәтханаһы. Исламға ҡәҙәр ғәрәптәр, унан һуң тәүге мосолмандар Алыҫ мәсеткә ҡарап ғибәҙәт ҡылғандар. 624 йылда Мәккәләге Ҡәғбә ҡибла тип иғлән ителгәс, Алыҫ мәсеткә ҡарап ғибәҙәт ҡылыу туҡтатылған. Кафыр — иманһыҙ, дингә, Аллаға ышанмаусы (мәҫәлән, Ҡөрьәндә мөшриктәр, насраниҙар, йәһүҙиҙәр һ. б.).

'''Келәү урыны '''— һындарға ҡорбан килтереү урыны.

'''Китаптар анаһы (инәһе)''' — Күктә һаҡланыусы асыл нөсхә, «Әл-Ләүхуль-Мәхфүз».

'''Китап әһелдәре''' — ҡара: Әһлел-Китап.

Ҡәғбә—'''Ҡәғбә''' — Сауд Ғәрәбстанының Мәккә ҡалаһындағы, мосолмандар Күктән иңгән, изге тип һанаған ҡара таш ҡуйылған, хажға барыуҙың төп маҡсаты булған Харам мәсет урынындағы бина.

'''Кәнизәк''' — ҡол ҡатын йәки ҡыҙ, һөйәркә (яҡынса йәриәгә тап килә).

'''Кәнисә''' — сиркәү.

Ҡанун — закон, ниндәй ҙә булһа ҡағиҙә, мәжбүри тип һаналған норма.

Ҡарун — Мусаның туғаны, Корах.